1945 йыл, сентябрҙең башы. Һуғыш тамамланыуға ни бары өс ай ваҡыт үткән. Ҡайғы-хәсрәт, юғалтыуҙарҙан ғажиз булып арыған беҙҙең быуын өсөн әйтеп аңлата алмаҫлыҡ шатлыҡлы көндәр ине был. Мин күптәнге хыялыма – юғары уҡыу йортона инеү бәхетенә өлгәштем. Әҙәбиәт факультетының башҡорт бүлегендә оҙон толомло ауыл ҡыҙҙары араһында бармаҡ менән генә һанарлыҡ егеттәр ҙә бар ине. Аҙна-ун көн һуңлап беҙгә Ғилемдар Рамазанов та килеп ҡушылды....Икенсе сменала уҡыйбыҙ, ике пар лекция тыңлауға ҡараңғы төшә башлай. Дүрт пар булһа, төнгә ҡалына.
Гоголь урамының йәшеллек эсендә ултырған ике ҡатлы 11-се бинаһынан һуң ғына ҡайтырға сыҡтыҡ. Шул саҡта Ғилемдар миңә иғтибар итте:
– Был ҡыҙҙы әсәһе нисек ебәргән, бигерәк бәләкәй бит, – тине. – Ҡайтырға ҡурҡмайһыңмы һуң? – Уның тауышында ҡайғыртыусанлыҡ та, шаянлыҡ та бар ине шикелле...
Ғилемдар минең менән һәр саҡ, бала-сағаға ҡараған кеүек, шаярып һөйләшә ине. Беренсе курста уҡығанда беҙ үҙебеҙгә бик матур булып тойолған берет һатып алып кейҙек. Минеке асыҡ зәңгәр төҫтә ине. Быны күреп, Ғилемдар:
– Әлә-лә-лә-ә-ә... бигерәк килешә бит башлығың, ҡайҙан алдың? – тип үртәне.
Беҙҙең төркөмдә кеше артыҡ күп түгел, бөтәбеҙ бергә дуҫтарса мөнәсәбәттә йәшәнек. Шулай ҙа Ғилемдар менән икебеҙ ике тарафтараҡ инек. Ләкин тиҙҙән икебеҙҙең арала бик матур дуҫлыҡ урынлашты.
Студент йылдары... Татлы төш һымаҡ ҡыҫҡа ла, әле кисә генә үтеп киткән кеүек яҡын да. Беҙ бик татыу булдыҡ. Ҡайғы-хәсрәттәребеҙ ҙә, шатлыҡтарыбыҙ ҙа, мохтажлыҡтарыбыҙ ҙа уртаҡ ине...
Бер саҡ миңә ауылдан аҙыҡ ебәргәйнеләр. Мин һыҙыҡ һыҙҙырып, сумарлап, борсаҡ ашы бешерҙем. Һәм үҙем йыш ҡына ҡунаҡ була торған Фәүзиә Исмәғилеваны саҡырып һыйламаҡсы булып, икенсе ҡатҡа күтәрелдем.
Фәүзиә:
– Мин керермен дә ул, бына Рамазановтар ас бит әле, улар икмәк карточкаларын юғалтҡан, – тине.
– Уларҙы ла саҡырайыҡ һуң, тик аш етерме?
– Миндә бешкән бутҡа бар, алып төшәм...
Бүлмәһенә кергәнсе, Рамазановтарҙың асҡыс уйымы аша эскә күҙ һалабыҙ. Ғилемдар, шинелен ябынып, бөршәйеп кенә уҡып ултыра. Ишекте шаҡыйбыҙ, теләгебеҙҙе белдерәбеҙ.
– Мин керермен дә, – ти ул, Фәүзиәнең һүҙҙәрен ҡабатлап, – бына Камал да ас бит әле. Ул бурысҡа алырға аҡса эҙләп сыҡҡайны.
– Уны ла алып инегеҙ.
Шулай итеп, беҙ дүртәүләп аш ашайбыҙ, сәй эсеп һөйләшеп ултырабыҙ.
– Ҡыҙҙар, һеҙҙең эргәлә бик рәхәт булды бит әле, хатта сығаһы ла килмәй, йылынып киттек, – тине улар.
Имтихан ваҡытында аслыҡ үҙен ныҡ һиҙҙерә ине. Бер кирбес икмәк 65 һум тора, ә беҙҙең стипендия – 140 һум. Бер саҡ шулай беҙ, дүрт ҡыҙ, институт ашханаһына керҙек. Фронтовиктарға айырым тәҙрәнән берәй төрлө ризыҡ бирәләр. Ә ул көндө тары бутҡаһы бар ине. Нисек ошоно алырға, тип һөйләшеп ултырғанда, Ғилемдар килеп керҙе. Ҡыҙҙар миңә:
– Һеҙ дуҫтар бит, бар әле һора, беҙгә бутҡа алып бирһен, — тине.
– Ғилемдар ағай, беҙгә бутҡа алып бирә алмаҫһығыҙмы? — тип мөрәжәғәт иттем.
Ул, һис тә уйлап тормаҫтан:
– Нисәү кәрәк? – тип һораны.
Мин:
– Һигеҙ! – тинем.
Беҙ үҙебеҙсә шулай һөйләшәбеҙ, кеше һайын ике өлөш ашаһаҡ, туйыр инек. Уның өлөшө бер ҡалаҡ бит инде, ләкин аш бүлеүсе беҙҙең Ғилемдар аша эш итеүебеҙҙе һиҙеп ҡалдымы, әллә ысынлап та ризығы етмәнеме, ни бары ике өлөш бирҙе. Шунда мин Ғилемдарҙан:
– Ә үҙегеҙгә? – тип һораным.
– Бирмәне бит, ҡәһәрең, шуны бүлешегеҙ инде, ҡыҙҙар, – тине, ғәйепле кеше һымаҡ. – Ә миңә кәрәкмәй. Беҙ уны фронтта ашап ялҡҡанбыҙ инде, – тип сығып уҡ китте.
Бына шундай ауыр тормош, бала сағыбыҙҙы урлаған һуғыш йылдары сыныҡтырғандыр беҙҙе, берләштергәндер. Беҙ бер-беребеҙҙең хәлен еңеләйтергә тырыша торғайныҡ...
Көндәрҙән бер көндө төркөмөбөҙ менән башҡорт театрына барҙыҡ. Ниндәй спектакль ҡарағаныбыҙ иҫемдә юҡ, ә бына аҙағы оноторлоҡ түгел. Театрға кереп барғанда уҡ бер кешенең арттан эйәреүен шәйләп ҡалдым. Ул беҙҙең тирәнән урын алды, һис тә күҙ яҙҙырмайынса, спектаклдән һуң бергә сыҡты һәм оҙата килде. Ул КГБ офицеры ине шикелле.
Был хаҡта Ғилемдар кемдән белгәндер, иртәгәһенә мин йоҡонан торғансы уҡ беҙҙең бүлмәнең ишеген шаҡый, улай ғына ла түгел, хатта асыуланып:
– Төндә бик оҙаҡ йөрөнөңмө ни, һаман йоҡлап ятаһың, имтихандар килеп еткәнен оноттоңмо ни? – ти. – Хәҙер үк кейенеп сыҡ, мин һине тышта көтәм, имтиханға әҙерләнергә кәрәк!
Уның был ҡылығы миңә берсә көлкө, берсә сәйер тойола:
– Әгәр сыҡмаһам, бармаһам?
Ул бер тынға юғалып ҡалды...
...Ошо көндә ул миңә:
– Мин һәр көн һинең менән осрашып һөйләшеү ихтыяжын тоям. Башҡалар менән күрһәм, йәнемә урын таба алмайым... – тип беренсе тапҡыр күңелендәгеһен әйтеп бирҙе. Артыҡ “ҡыҙыл” булмаған мөхәббәтебеҙ шунан башланды шикелле. Беҙ әкренләп бер-беребеҙҙе аңланыҡ, бик күп уртаҡ сифаттарыбыҙ барлығына төшөндөк.
...Әле уйлап ҡараһам, тормоштоң һынауҙарын еңел үткәреп ебәргәнебеҙҙе аңлайым. Ә ваҡытында хатта артыҡ һиҙмәгәнбеҙ ҙә. Йәшлек! Ғилемдар мине хаттары менән йыуатып торҙо, хат һайын тиерлек шиғырҙар ебәрә ине. Бер шиғыры минең беренсе дәрес биреп сығыуыма килгәйне. Күңелем һағыш менән тулған саҡтарҙа мин ул шиғырҙы ҡат-ҡат уҡыйым, уҙған юлыбыҙҙы, дуҫтарҙы, иптәштәрҙе барлайым. Бик күп һынауҙар, юғалтыуҙар, ауырлыҡтар аша уҙғанғалыр, беҙҙең быуын кешеләре мөхәббәттә саф, ҡайғыларҙа сабыр, тормошта тырыш булды...
Имәндәр шаулай
Тормош ҡосағында,
Икәү йәш сағында,
Бер-беребеҙҙе өҙөлөп һөйгәндә,
Алтын көҙ көнөндә
Баҫыу киңлегендә
Беҙ ултырттыҡ йәп-йәш имәндәр.
Беҙҙең ғүмер менән
Ярышып үҫә имән,
Йәш-йәшеллек ҡаплай ерҙәрҙе,
Икәү сәскән өсөн
Биреп йәшлек көсөн,
Еңәр улар ҡоро елдәрҙе.
Ярһыу елдәр үтер,
Яҡты яҙҙар етәр,
Шул аҡланға икәү килербеҙ,
Ғүмер матур үтә,
Урман шаулап үҫә,
Йәшлек дауам итә, тиербеҙ.
Ғилемдар Рамазанов. (1949 йыл).
Атлайыҡ әле көҙгө һуҡмаҡтарҙанБеҙ кәмәлә.
Бар ғаләмдә тынлыҡ...
Аҡсарлаҡтар оҙатып баралар.
Ишкәктәре көйләй: һеҙ бәхетле,
Һеҙ ғәйрәтле, тиҙәр ҡаялар.
Беҙ бәхетле – беҙ вайымһыҙ әле,
Юлыбыҙ тик зәңгәр офоҡтан.
Ҡояш ҡоя алтын нурын ғына,
Күңел – даръя, диңгеҙ – тубыҡтан.
Һыуы – тымыҡ. Илаһи бер тынлыҡ
Була икән дауыл алдынан.
Икәү бергә ишкән өсөн генә
Сығып етә алдыҡ ярына.
Ажарлана диңгеҙ, болғана һыу,
Тулҡындарын сәсә аҡ күбек,
Таштарына баҫып ярға мендек,
Тәрән упҡындарға тап булдыҡ.
Был миҙгелде яҙмыш ҡабатланы,
Нисәмә ҡат хәүеф алдында
Беҙ икәүҙән-икәү тороп ҡалдыҡ
Етәкләшеп икәү барырға.
Түҙемлектәр менән яуланған бит
Ҙур ғүмерҙең һәр бер минуты.
Күкрәгемдә йәшлек, тимәк,
Икәү һаҡлағанбыҙ ул утты.
***
Яңғыҙ ҡалһам, иҫтәремдән сыҡмай
Ҡабатлана торған исем һин.
Һәр һулышың, бар булмышың таныш,
Яҡындарҙан-яҡын кешем һин.
Һинең менән өйөм таяныслы,
Табындарым ҡотло, мөбәрәк.
Ғазаплы ла, шатлыҡлы ла көнөм,
Һинең менән донъям түңәрәк.
Рухың көсөн гел юғары тотҡан
Ғүмер юлым – һиңә тоғролоҡ.
Бәхет, хәүеф бергә йәшәй беҙҙең,
Тынғылыҡ юҡ ғәмһеҙ булырлыҡ.
Ҡайтыуыңа йүгереп ҡаршы сығам,
Әйтерһең дә, тәүге осрашыу.
Йылдар ашыға-ашыға уҙһалар ҙа,
Ашыҡмаһын һуңғы хушлашыу.
***
Иҫеңдәме икән, йыраҡтағы
Икәү атлап киткән юл башы,
Тулҡынланған арыш баҫыуҙары,
Янып торған июль ҡояшы.
Шундай уҡ йәй, шундай уҡ көн бөгөн,
Үҙгәргәнбеҙ инде беҙ генә.
Маңлайға һыр, күҙҙәргә моң һалған
Елдәй елеп уҙған миҙгелдәр.
Һыуҙар кистек икәү, текәләрен,
Һөҙәктәрен мендек ярҙарҙың.
Дәррәү килгәндәре, һүлпәндәре,
Ярһыуҙары булды яҙҙарҙың.
Йомарт йәйҙәр... Көҙҙәребеҙ булды
Алтын тауҙарына тиңләрлек.
Тәҙрәләргә һүрәт яһап үткән
Ҡыштарыбыҙ һағынып һөйләрлек.
Йәйҙең һуңын, көҙҙөң башын һөйәм,
Мөхәббәткә сиктәр юҡ таһа!
Саған – ялҡын, ҡайын алтын төҫлө
Булмаҫ ине ҡырау һуҡмаһа.
Атлайыҡ әле көҙгө һуҡмаҡтарҙан,
Серҙәрем бар һиңә, моңом бар.
Яландарҙы иңләп ужым шытҡан,
Тағын ҡурпыланған болондар.
Ниңә күҙәтергә япраҡтарҙың
Бөтөрөлөп ергә төшкәнен?
Туғайҙарҙа бөрлөгәндәр бөтһә,
Миләш менән балан бешкәндер.
Был ғүмерҙең һәр миҙгеле ҡиммәт:
Ҡар төшәме, ямғыр яуамы...
Беҙҙән һуң да ергә яҙҙар килер,
Ғүмерҙәрҙең ҡалыр дауамы.
Фәниә ЧАНЫШЕВА.(“Хәтерҙәге яҡты миҙгелдәр” китабынан).