Төртмә тел13.04.2012
Салауат ӘБҮЗӘР
Килештәр
Телебеҙҙә — алты килеш,
Улар менән килешәм.
Килештәргә килештереп,
Фекеремде бүлешәм:
Төп килеш:
Кем тиһәң, ул — төп кеше,
Күкрәк һуғыу бар эше.
Эйәлек килеш:
Гүйә, донъяға эйә —
Күпме кеше баш эйә.
Төбәү килеш:
Миллион күҙҙәр түбәндән
Уға ғына төбәлгән.
Төшөм килеш:
Ҡорған ул бөтә эшен
Тик алыр өсөн төшөм.
Урын-ваҡыт килеш:
Урыны һәр саҡ түрҙә,
Ваҡыты булмай бер ҙә.
Сығанаҡ килеш:
Һис тә тартынып тормай,
Гел халыҡтыҡын урлай.
Бер һәм Нуль
йәки 100... > ...001
Бер саҡ Бер һипте борсаҡты
Эренән:
— Нуль шикелле артта ҡалып
Йөрөмәм.
Мороном менән аҡтарып,
Ярам юл.
Минең артҡа ышыҡланып
Бара Нуль.
Ул — йоморо. Ул — шып-шыма.
Юҡ йөйө.
Оялмайса нисек йәшәй
Шул көйө?!
Асыуланмай тыңлап торҙо
Нуль Берҙе.
Һәм тотто ла алға табан
Йүгерҙе.
Бына ғәжәп: киткән һайын
Нуль алға,
Меҫкенләнә бара Бер, кәр
Юғала.
Ҡысҡыра Бер:
— Зинһар, кер, — тип, —
Нуль, хәлгә.
Кисер инде, кисер инде
Бер мәлгә...
Йәлләп Берҙе Нуль арт яҡҡа
Йүгерҙе.
Бер йәненә шул саҡ ҡапыл
Хәл керҙе...
* * *
Әкиәтең хаҡлы һинең, урыҫ —
Бәхет юлдаш һәр саҡ дүрәккә:
Йоҡлап ятып, алтын һарай һала,
Батша ҡыҙын ала, кәрәкһә.
Әкиәтең һинең — ысынбарлыҡ,
(Тел төбөмдө аңлар зирәктәр)
Бөгөн дә шул “әкиәти” донъя —
Бәхетлерәк йәшәй дүрәктәр.
Был донъяны йылы мейес итеп,
Суртан итеп күпме кешене,
Төҙөттөләр затлы “хан” һарайы!..
(О, иҫәпһеҙ улар төшөмө...)
Үҙ хәлемде уйлап башым ҡатҡан,
Сәнсеп-сәнсеп ҡуя йөрәк тә:
Һаранланма, донъя, мин фәҡирҙе
Әйләндерсе берәй “дүрәк”кә.