“Юрматыға Ҡыуаҡан ҡойроғо ҡушып...”04.09.2017
“Юрматыға Ҡыуаҡан ҡойроғо ҡушып...” Күренекле шағирыбыҙ һәм дәүләт эшмәкәре Рауил Бикбаевтың июнь аҙаҡтарында тыуған яҡтарына тарихҡа инеп ҡалыр бер көнлөк сәфәренән алған тәьҫораттары хаҡында гәзитебеҙҙә донъя күргән юлъяҙмаһы (“Башҡортостан”, 2017 йыл, 23 июнь) ирекһеҙҙән ошо мәҡәләгә баш итеп ҡуйылған фразаны аң-зиһенебеҙҙә, хис-тойғола­рыбыҙҙа яңыртып ебәргәндәй булды. Ул бынан тотош бер быуатҡа яҡын ваҡыт элек тәүге тапҡыр телгә алынһа ла, әле лә беҙҙе тынғыһыҙлауҙан туҡтамай, үҙе хаҡында һуңғы һүҙ әйткәнде көткәндәй. Ошо тура һүҙҙе тарихҡа индереп ҡалдырған шәхес үҙе лә яңыса ҡабул ителһә, беҙҙең дә ул йәшәгән дәүергә ҡарашыбыҙ тәрән үҙгәрештәр кисерә, аныҡ баһаһын ала, шуға бәйле уҙған быуаттың
20-30-сы йылдары үҙ йөҙөндә тарихҡа ҡайтарып бирелә. Алда һүҙ булған юлъяҙмалағы заман һулышы шуға дәлилдер.


Әле беҙ ошолай заманға һылтанып һүҙ башлағанда иң элек ошо мәҡәләгә баш итеп ҡуйылған фразаның авторы үҙ ваҡытында башҡорт милли хәрәкәтенең башында торған билдәле шәхес­тәрҙең береһе Сәғит Мерәҫовты күҙ уңында тоталыр. Ошо хаҡта бәйән итер өсөн ҡулға ҡәләм алыуыбыҙға уның яҡташы, хатта яҡташы ғына ла түгел, әсәй яғынан туған тейеш кешеһе, күренекле шағирыбыҙ һәм йәмәғәт эшмәкәре Рауил Бикбаевтың “Башҡортостан” гәзитендә донъя күргән (2017 йыл, 23 июнь) “Ҡыуайырға — ҡобайыр” исемле мәҡәләһе сәбәпсе булды, тип әйтергә кәрәк. Унда Сәғит Мерә­ҫовтың тыуған ауылында уға иҫтәлекле таҡтаташ асыу тура­һында һүҙ бара. Уның бөгөн Ырымбур өлкәһенә ҡараған тыуған Мерәҫ ауылы башҡорт халҡы тарихына инеп ҡалыр йәнә үҙе кеүек билдәле булған ике шәхестең иҫтәлеген үҙ ҡуйынында һаҡлай. Береһе Салауат Юлаев осорона ҡараған дәүерҙең күре­некле шәхесе Кинйә Арыҫланов нәҫеленә барып тоташһа, икен­сеһе, Сәғит Мерәҫов кеүек үк, йәш автономиялы республикала милли мәҙәниәтте үҫтереүгә күп көс һалған шәхестәрҙең береһе Кәрим Иҙелғужин исеменә ҡайтып ҡала.
Шулай итеп, боронғо Ырымбур тупрағында уның күренекле ул­дарының өсәүһе ҡайтанан яҡты донъяға сыға, ошо ер-һыуға бурыслы икәндәрен иҫкә төшөрөп тора. Шуға күрә Башҡортостандың халыҡ шағиры Рауил Бикбаевтың уларға:
Һеҙҙең изге исемегеҙ
Балҡый таҡтаташтарҙа,
тип өндәшеүе ике быуаттың бер тауыштан рәхмәте булып яңғыра­ғандай тойолһа, һис тә ғәжәп түгел.
Ошолай көн артынан көн, йыл артынан йыл үтә һәм халыҡ хәте­ре үҙ яҙмышына бәйле иң иҫтә­лекле ваҡиғаларҙы ҡуйын дәфтә­ренә теркәп килә, ваҡыты еткәс, килер быуындарға ҡайтарып бирә. Ошо мәҡәләгә баш итеп ҡуйылған фраза ла тотош халыҡ яҙмышына ҡағылышлы булыуы менән уның авторының исемен күтәреп тора, шулай уҡ беҙҙе лә хәҙерге баш­ҡорт әҙәби теленең Сәғит Мираҫ (быны уның псевдонимы тип ҡабул итеү хаҡ булыр) исеменә бәйле дәүергә алып ҡайта.
Һис һүҙһеҙ, уның тыуып килгән туған телдәге уҡыу-яҙыуға баһа биргәндә, ошондай үткер “Юрма­тыға Ҡыуаҡан ҡойроғо ҡушып...” тигән фразаны ҡулланыуы бөгөнгө көнгә лә ауаздаш яңғырай һәм тотош башҡорт халҡының беришлеген һаҡлауға, йәғни милли оҡшашлыҡты нығытыуға саҡырыу булып ҡала. Ул күп һөйләшле баш­ҡорт еренең һәр төбәгендә асылына тоғро булып ҡалған хәл­дә, тотош милләт өсөн рус теле кеүек үк, уртаҡ булған дөйөм бер уҡыу-яҙыу телен, йәғни милли әҙә­би телде булдырыуҙы яңы ижтимағи-сәйәси шарттарҙа мил­ләт алдында торған иң мөһим бурыстарҙың береһе итеп килтереп ҡуя.
Сәғит Мираҫ бындай милли беришлеккә өлгәшеүгә тарих төпкөлдәренән яҡын килә һәм шул күҙлектән уны нигеҙләргә тырыша. Әлбиттә, бөгөнгө фән ҡаҙаныш­тары күҙлегенән уның был концептуаль ҡарашының бәхәсле урындары ла юҡ түгелдер. Әммә күп һөйләшле башҡорт теле өсөн уның һәр төбәгендә үҙ итеп ҡабул итерлек уртаҡ уҡыу-яҙыу теле булдырыуға өлгәшергә саҡырыу Сәғит Мираҫтың тел хаҡындағы уй-теләгенең, шуға өндәүенең нигеҙендә ята.
Беҙҙең өсөн әле уның ошо күҙлектән “ҙур уңышһыҙлыҡҡа осраған проблема – ул да булһа әҙәби тел мәсьәләһе, сөнки был проблемала беҙҙә башта уҡ хата принцип алынғайны” тигән һүҙҙәре ҡиммәт. Уның быны аныҡ рәүештә 1924 йылға ҡайтарып ҡалдырыуы менән һис шикһеҙ хаҡлы, сөнки хәҙерге башҡорт әҙәби теленә ҡарата йәшәп килгән принципиаль характерҙағы фекер айырымлығы шул йылға ҡайтып ҡала. Һәм Башҡортостан Мәғариф халыҡ комиссарлығы (“Башнаркомпрос”) тарафынан 1924 йылдың 20 фев­ралендә “Башҡорттарҙың әҙәби теле тураһында”ғы Хөкүмәт кимәлендә ҡабул ителгән тарихи ҡарарға алып барып сығара. Һис һүҙһеҙ, быны башҡорттарҙың күп быуатлыҡ тарихында туған телен­дәге яҙыуҙы булдырыу хаҡында дәүләт юғарылығында ҡабул ителгән тәүге рәсми документ итеп баһалау хаҡ булыр.
Белеүебеҙсә, ҡарарҙың беренсе пунктында уҡ башҡорт хал­ҡының күпселегенә Юрматы һөй­ләшенең хас булыуын билдәләп, уны әҙәби телгә нигеҙ итеп алыу хаҡында әйтелә. Шул уҡ ваҡытта ҡарарҙа Арғаяш, Тамъян-Ҡатай кантондарының һәм Йылайыр кантонының бер өлөшөндә йәшә­гән башҡорттарҙың ғына Ҡыуаҡан һөйләшендә аралашыуы күрһәте­леп, Бәләбәй һәм Бөрө кантондарына ҡараған башҡорттарҙың һөйләшенең дә Юрматы һөйлә­шенә оҡшашлығы билдәләнә һәм, нигеҙҙә, ошо һөйләшкә өҫтөнлөк бирелә.
Әммә Академүҙәк уны тор­мошҡа ашырған милли ойошма булараҡ ҡарарҙа Ҡыуаҡан һөйләше хаҡында аныҡ ҡына әйтелеүенә ҡарамаҫтан, уны әҙәби тел нормаһында өлөшләтә булһа ла һаҡлап алып ҡалыу юлынан китә, сөнки әҙәби тел өлкәһендә әлегә тиклем үткәрелгән тел сәйәсәтенең бер көн килеп ошолай ғәмәлдән сығыуы уның үҙенә генә ҡайтып ҡалған мәсьәлә түгел ине. Ул, ғилми ойошма булараҡ, үҙ исеменән Ҡыуаҡан шиүәһен “төп башҡорт теле” тип танытып ҡарар ҡабул итһә лә, ғәмәлдә иһә уның артында партия өлкә комитетында әҙәби тел хаҡында үткәрелгән кәңәшмәлә тағы ла юғарыраҡ кимәлдә әйтелгән һүҙ тора ине. Ул унда Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты (БашЦИК) президиумы рәйесе тарафынан әйтелде.
Белеүебеҙсә, әле һүҙ барған кәңәшмә 1923 йылдың 12 декабрендә уҙғарылып, ул башҡорт теленең күп быуатлыҡ тарихында туған тел хаҡында дәүләт кимәлендә үткәрелгән тәүге һөйләшеү була. Шунда БашЦИК президиумы рәйесе Х. Ҡушаев, беренсе һүҙ әйтеүсе булараҡ, Ҡыуаҡан һөйләшен башҡорт теленең типик һөйләше тип танытып, уның әҙәби тел итеп алынырға тейешлеген күтәрә. Кәңәшмәлә ниндәйҙер аныҡ ҡарар ҡабул ителмәүгә ҡарамаҫтан, Академүҙәк шуның артынса 17 декабрҙә уҙған ултырышында Ҡыуаҡан шиүәһен “төп башҡорт теле” тип танытып ҡарар ҡабул итә һәм уны рәсми рәүештә әҙәби тел итеп танытыу юлына баҫа. Әле килеп иһә Хөкүмәт кимәлендә ҡабул ителгән әҙәби тел хаҡын­дағы рәсми документ Академү­ҙәктең әҙәби тел өлкәһендәге сәйәсәтен танымау менән бер үк ваҡытта Ҡыуаҡан шиүәһе артында торған республикалағы иң юғары вазифаға ла барып сыға ине. Ошо хәл бөгөн дә беҙҙән әҙәби телдең “Юрматыға Ҡыуаҡан ҡойроғо ҡушып” алыныуының сәбәбенә төптәнерәк яҡын килеүҙе көтә һымаҡ, сөнки артабан әҙәби телгә бәйле килеп тыуған ваҡиғалар үҫеше шуға бара, хатта асыҡлай ҙа төшә, тип әйтерлек.
Беҙҙеңсә, Академүҙәктең әҙәби тел тураһында Хөкүмәт кимәлендә ҡабул ителгән рәсми документты тормошҡа ашырыуҙа үҙаллылыҡ күрһәтеп, Ҡыуаҡан һөйләшенең иң колоритлы үҙенсәлеге күплек аффикстарының “дар-дәр”, “тар-тәр”, “ҙар-ҙәр” нормаһын һаҡлап алып ҡалыныуы алдан күреп эшләнгән кеүек тә, сөнки бер нисә йылдан һуң Ҡыуаҡан һөйләшенең ҡайтанан “төп башҡорт теле” тип танытылып, рәсми рәүештә әҙәби тел итеп алыныуы шундай фараз тыуҙырып та ҡуя. Билдәле булыуынса, был 1927 йылдың декаб­рендә үткән Яңы әлифба буйынса I Бөтә Башҡортостан конферен­цияһы исеменән эшләнә. Унда әҙәби тел мәсьәләһе уртала тороп, 1923 йылдағы кеүек үк Ҡыуаҡан һөйләше әҙәби тел итеп таныла. Ошо урында был йәнә БашЦИК президиумы рәйесе Х. Ҡушаев исеменә барып сыға, сөнки конференция ошо юғары орган эргә­һендә булдырылған “Яңы әлиф” комитеты тарафынан уҙғарылып, уға шул уҡ бер кеше етәкселек итә.
Ошолай хәҙерге башҡорт әҙәби теле икенсе тапҡыр ҡаты һынау алдына ҡуйыла. Тәүге­һен­дә, 1924 йылда, унда “Башҡорт­тарҙың әҙәби теле тураһында”ғы ҡарарға ҡаршы килеп, күплек аффикс­тарының “тар-тәр”, “дар-дәр”, “ҙар-ҙәр” нормаһы үҙгәреш­һеҙ ҡал­дырылһа, икенсе тапҡыр инде, 1927 йылда, ошо үҙенсәлек хас булған Ҡыуаҡан һөйләше тулы­һынса әҙәби тел итеп алына. Шул саҡ үҙ дәүеренең билдәле шә­хестәре Дауыт Юлтый менән Сәғит Мираҫтың үҙ-ара мөнәсә­бәте, дөрөҫөрәге, тәүгеһенең икенсеһенә, нисек булыуына ҡарамаҫтан, уларҙың әҙәби телдең милләтте бер бөтөн этнос итеп берләштереүҙә тотҡан урынына ҡарашы хаҡында айырым һүҙ булыуы мотлаҡтыр, сөнки ошо мәсьәлә ғәмәлдә бөгөн дә улар исеменән яҡлауға мохтаж, улар күҙлегенән яҡын килеүҙе көтә.
Тәүге осраҡта ул Д. Юлтыйҙың “Башҡорттарҙың әҙәби теле тураһында”ғы ҡарарға ҡарашына ҡайтып ҡалһа, икенсе осраҡта был – Сәғит Мираҫтың яңы алфавитҡа арналған I Бөтә Баш­ҡортостан конференцияһына биргән баһаһы. Хәҙерге башҡорт әҙәби теле тарихы хаҡында һүҙ барғанда уларҙың икеһен дә урап үтеү мөмкин түгел. Ике осраҡта ла үҙәктә — башҡорт теленең күплек аффикстары.
Ғәмәлдә иһә хәҙерге башҡорт әҙәби телендәге күплек аффикстары тирәһендә барған бәхәсле күренеш Дауыт Юлтыйҙың 1924 йылдың 18 ноябрендә Академү­ҙәктә яһаған докладынан башлана. Ул “Әҙәби башҡорт шиүәһе” тип аталған. Унда танылған яҙыу­сы, әҙәби телгә Юрматы һөйлә­шенең нигеҙ итеп алыныуын иҫкә төшөрөп, күплек аффикстарының “лар-ләр” рәүешендә йөрөтөлөүен яҡлай һәм “Башҡортса яҙыу ҡоралы” китабына ошо йәһәттән үҙгәрештәр индереү талабын ҡуя. Әммә был кәңәшмәлә ҡатнашыу­сыларҙың күпселеге яғынан яҡлау тапмай. Шулай итеп, әҙәби телдә хәҙерге күплек ялғауҙарының дүрт бөгөлөшө һаҡлап алып ҡалына.
Әйтелгәненсә, икенсе тапҡыр инде күплек аффикстарының ғына түгел, Юрматы һөйләшенә нигеҙ­ләнгән тотош әҙәби телдең яҙмы­шы хәл ителә. Был юлы Сәғит Мираҫ, Дауыт Юлтый һымаҡ уҡ, бер ҡарауҙа йәмәғәтселек тарафынан хәл ителгән мәсьәләне шик аҫтына ҡуйып, үҙ өҫтөнә ҙур яуаплылыҡ ала. Нисек тә ике осраҡта ла был тарихҡа инеп ҡалыуға тиң эш була. Дауыт Юлтый, үҙ ваҡытында Академүҙәктең үҙенә туранан-тура мөрәжәғәт итеп, Юрматы һөйләшен яҡлап тауыш күтәргән кеүек, Сәғит Ми­раҫ Ҡыуаҡан һөйләшен ҡайтанан әҙәби тел итеп аяҡҡа баҫтырған Яңы алфавит буйынса I Бөтә Башҡортостан конферен­цияһы ҡарарына ҡаршы сыға. Ул шул конференция артынса уҡ “Белем” журналында (1927 йыл, № 7-8) донъя күргән “Беҙҙә төп тел, шиүә мәсьәләһе” исемле мәҡәләһендә әҙәби телдең яҙыуҙа ғына түгел, һөйләштә лә, йәғни милли арала­шыуҙы ла еңелләштерелергә тейешлеген ныҡлап дәлилләй. Ошо урында беҙ уның әлеге фекеренең хәҙерге башҡорт әҙәби теле үҫешендә ғилми күҙлектән тотҡан урынын уҡыусы үҙе баһалаһын өсөн һүҙмә-һүҙ килтереп үтергә булдыҡ. Был үҙ ваҡытында оҙаҡ йылдар ситләтеүгә дусар ителеп, һаман да шул хәлдә ҡалып килгән шәхестең күп быуатлыҡ тарихында тәү тапҡыр туған телендә яҙыуын алған милли телде тотош халҡына бер үк дәрәжәлә хеҙмәт итеү юлына алып сығыу хаҡына күрһәткән батырлығы тураһында һүҙ ҙә булһын әйҙә!
Әлбиттә, Сәғит Мираҫтың Яңы алфавит буйынса I Бөтә Баш­ҡортостан конферен­цияһының әҙәби телгә ҡағылышлы ҡабул ителгән ҡарарына матбуғат аша асыҡтан-асыҡ ҡаршы сығыуы уның республикала үткәрелгән тел сәйәсәтенә ҡаршы сығыуына тиң була, сөнки конференция, Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты эргәһендә булдырылған “Яңы әлиф” комитеты тарафынан ойошторолоп, уға тәүгеһенең Президиумы рәйесе етәкселек итә. Төпкәрәк төшөп уйланғанда, был Сәғит Мираҫты совет власы Башҡор­т­останда үткәргән милли сәйәсәткә ҡаршы булыуҙа ғәйеп­ләүгә урын ҡалдыра. Шулай итеп, үҙ ваҡы­тында Юрматы һәм Ҡыуаҡан шиүәләренә мөнәсәбәт милли сәйәсәткә үҙ билдәһен һала, уны тормошҡа ашырыуҙа оҙаҡ йылдарға тартылған проб­лема үҙ көсөндә ҡала килә.
Сәғит Мираҫ иһә әле һүҙ барған мәҡәләһенең “Система­лылыҡ мәсьәләһе” тип исемлән­гән өлөшөндә: “Инде Ҡыуаҡан шиүәһе башҡорт ырыуҙары араһында иң системалы бер шиүә тигән фекергә килһәң, был да дөрөҫ түгел, — тип раҫланы. — Юрматы шиүәһенең дә үҙенә күрә бик матур һәм мөкәммәл (камил — З.Н.) системаһы бар. Хосусиәтенә күрә үҙенә махсус булған тәбиғи ҡануны һәм ҡағиҙәһе бар. Был шиүәнең тәбиғи ҡануны, Ҡыуаҡан шиүәһенең тәбиғи ҡанунына ҡарағанда, бик күп еңел һәм ҡатлауһыҙ. Хосусән Юрматы шиүәһенең дә үҙенә махсус тәбиғи ҡануны бар”.
Артабан Сәғит Мираҫ Ҡыуаҡан шиүәһе уҡыу-яҙыуҙа тыуҙырған ҡатмарлыҡҡа ентекләп туҡтала, кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәр килтерә. “Ҡыуаҡан шиүәһендә бөгөлөштәр бик ҡатмарлы, — тип яҙа ул. — Һәр береһе дүрт ҡатлы, уны дөрөҫ әйтеү һәм яҙыу өсөн “фәлән хәрефтәрҙән һуң “тар-тәр”, “дар-дәр”, “ҙар-ҙәр”, “лар-ләр” килә тип бер таблица төҙөп, шуны кеҫәңдә йөрөтөү кәрәк. Шунһыҙ уны дөрөҫ әйтеп, дөрөҫ яҙып булмай. Дүрт төрлө бөгөлөштөң дүртәүһенә дүрт төрлө таблица кәрәк”.
Әҙәби тел мәсьәләһендә үҙ ҡарашын йәнә лә аныҡлай төшөп, Сәғит Мираҫ: “Юрматы шиүәһенә күплек ялғауы менән сифат ялғауы өсөн һис бер таблица кәрәкмәй, һәммәһе лә “л” менән ялғана: “лар-ләр”, “лыҡ-лек”. Юрматы шиүәһендәге “л” был яғы менән дә әҙәби телебеҙгә ҙур еңеллек яһай” тип раҫланы. Шунда уҡ автор Ҡыуаҡан шиүәһендәге дүрт таблицаға Юрматы шиүәһенә бер генә таблица кәрәклеген айырым күрһәтеп, “Унда бер генә таблица кәрәк: аттың, атта, атты, аттан” тигән һүҙҙәрҙә” тип раҫлай һәм “Бында ҡыуаҡансылар әйткән-яҙған кеүек һикәлтә лә, стена ла юҡ, үҙе системалы, билдәле хәрефтәрҙән һуң “т”, “д”, “ҙ” хәрефе ҡушып ялғана: “Ондоң, һыуҙың, һарыҡтың, ондо, һыуҙы, һарыҡты, онда, һыуҙа, һарыҡта, ондан, һыуҙан, һарыҡтан” тигән кеүек” тип нығытып ҡуя.
Сәғит Мираҫ ҡулына ҡәләм алыуының сәбәбен Яңы алфавит буйынса I Бөтә Башҡортостан конференцияһының әҙәби тел тураһындағы ҡарары икәнлеген йәнә бер аныҡлап: “Бына был факттар ҡыуаҡансылар докладының ғилми булмауы өҫтөнә асәсһеҙ (нигеҙһеҙ — З.Н.) булғанлығын күрһәтә”, – тип конференция юғарылығындағы йыйылыштың ҡарарына ҡаршы төшә һәм “Хәҡиҡәттән улар бер яҡлы доклад яһап, халыҡтың күҙенә ҡом һибеп, үҙ фекерҙәрен үткәрҙеләр” тип һығымталап ҡуя. Уның өсөн был әҙәби тел мәсьәләһендә 1923 йылға әйләнеп ҡайтыуға тиң ине. Белеүебеҙсә, хәҙерге башҡорт әҙәби теле үҙенең башын шул көндәрҙән ала ла.
Шуға күрә лә Сәғит Мираҫтың “Дөйөм әҙәби тел мәсьәләһе кабинетта ғына ултырып хәл ҡыла торған проблема түгел. Беҙ дөйөм әҙәби телебеҙҙе бер эҙгә һалырға, уны ғилми телдәр эсенә керетеү­гә, уның айырым йәшәүен дауам иттерергә теләһәк, матбуғатта киң дискуссия асырға, масса менән аңлашырға, шунан һуң ғына бер ҡарарға килергә тейешбеҙ” тигән саҡырыу менән тамамлауы әле лә үҙ көсөндә ҡала тип раҫларға булалыр.
Ошо йылдың апрель аҙаҡтарында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты Нефтекама ҡалаһында үткәргән семинар-кәңәшмәлә төньяҡ-көнбайыш башҡорттары һөйләшенең башҡорт теленең үҙаллы диалект икәнлеген танырға ваҡыт икәнлеге хаҡында һүҙ күтәрелеүе бер быуатҡа яҡын ваҡыт уҙғандан һуң да Сәғит Мираҫтың Юрматы һәм Ҡыуаҡан шиүәләренең әҙәби телдәге урыны хаҡында алдан күреп һүҙ алып барғанлығына бер дәлил.
Әҙәби телдең ошолай һәр һөйләш тарафынан этник тел сифатында ҡабул ителеүе уның был осраҡта һөйләштә ике теллегә әүерелеүенә ҡарамаҫтан, тотош этностың бер бөтөнлөгөн нығыта һәм юридик йәһәттән уны нигеҙләй. Нефте­камалағы семинар-кәңәшмәлә төньяҡ-көнбайыш диалекты хаҡында күтәрелгән һүҙ ғәмәлдә иһә бынан бер быуатҡа яҡын ваҡыт алда Сәғит Мираҫ саң ҡаҡҡан набаттың бөгөн дә ғәмәлдә ҡалыуына тиң. Күплек аффикстарының “лар-ләр” нормаһының алыныуы көньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш диалекттарына ҡараған һөйләштәрҙе генә түгел, ошо ике диалекттың шул нормаһынан башҡа бөтә сифаттарында тиерлек яҙыуҙа ҡабул иткән көнсығыш диалектына хәҙерге әҙәби телдең үҙ ҡанына әүерелеү өсөн бер генә аҙым яһау ҡала. Бының өсөн үҙ ваҡытында йәғни 1924 йылдың 2 мартында Акаде­мүҙәктең дәүләт теле сифатында ҡабул иткән әҙәби тел нормаһына төҙәтмә индерелеп, Ҡыуаҡан һөйләшенә ҡағылышлы пунктының көсөн юғалтыуының танылыуы ғына кәрәк.
Ғәмәлдә иһә Яңы әлифба буйынса I Бөтә Башҡортостан конференцияһының Ҡыуаҡан һөйләше хаҡындағы ҡарары менән шулай эшләнде лә. Партия өлкә комитеты бюроһы үҙенең ошо конференция йомғаҡтары буйынса 1927 йылдың 15 ғинуарында ҡабул иткән ҡарары менән Ҡыуаҡан һөйләшенең ҡайтанан әҙәби тел итеп танылыуын туҡтатып ҡуйҙы. Унда “Вопросы наречий башкирского языка (Кувакан или Юрматы) продолжить научно изучить и считат возможности открыть дискуссию по этому вопросу в печати” тип әйтелгәйне.
Әле Сәғит Мираҫтың “Белем” журналында донъя күргән “Беҙҙә төп тел, шиүә мәсьәләһе” исемле мәҡәләһенә (“Белем”, 1927, № 7, 8) партия өлкә комитетының үрҙәге ҡарарының ауаздаш булыуының сәбәбе хаҡында ниҙер булһа ла әйтеүе ҡыйын. Әммә автор был осраҡта әҙәби телдең киләсәген алдан күреп уй йөрөтөүе менән хаҡлы. Бөгөн беҙ хәҙерге әҙәби телебеҙҙең үҙендә, нигеҙҙә, Юрматы һөйләшенең тел үҙенсәлектәрен һаҡлап алып ҡалыуы менән Сәғит Мираҫҡа ла ниндәйҙер дәрәжәлә бурыслы икәнлеген иҫтә тоторға тейешбеҙҙер, моғайын.
Үкенескә ҡаршы, үҙ ваҡытында уға мөнәсәбәттә уның Совет власы йылдарына ҡәҙәрге үткәне һәр саҡ өҫкә сыҡты, аҙым һайын уны һағалап торҙо. Бары уҙған быуаттың 90-сы йылдарындағы билдәлелек яҡтыһы шарттарында башҡорт әҙәбиәтенең совет осоро тарихының Сәғит Мираҫ шәхесенә бәйле концептуаль характерҙағы биттәренең өр-яңы яғы менән асылып китеүе көтөлмәгән бер хәл булды тиһәк тә, хаҡ булыр. Бөгөн 20—30-сы йылдарҙа уны нимәләлер ғәйепләү өсөн уяу торған үҙ ваҡытының “үтә үткер мәсьәләләре” әле килеп, һуңлап булһа ла, уның донъяға ҡарашының тантанаһына әүерелә, тип раҫлау ҙа урынлы булыр.
Һис шикһеҙ, Сәғит Мираҫ әҙәби тел мәсьәләһен ҡуйыуҙа дөйөм алғанда күп йәһәттән хаҡлы ине, һәм ул уға һәр саҡ тоғро ҡалды. Ул быны Октябрь революцияһының башҡорт халҡына биргән ҡаҙаныштарҙың иң мөһименең береһе тип һананы. Был – уның үҙ ваҡытында яманаты сыҡҡан алда һүҙ булған “Башҡорт әҙәбиәтенең тыуышы һәм үҫеше” исемле мәҡәләһендәге (“Башҡорт айлығы”, 1928, № 5) төп тезис. Уның тотош уй йөрөтөүе шул тарихи факт­ты таныуға һәм хуплауға ҡоролған. Әммә үҙ осороноң административ-бойороҡ биреү тәртибенең ғилем донъяһына тәрән үтеп инеүе, рухи ҡиммәттәргә баһа биреүҙә синфилек принцибының өҫтөнлөк итеүе шул замандың ғәйебе булыуҙан бигерәк бәләһе. Сәғит Мираҫ та бөтәһенән элек шуның ҡорбаны булды. Хатта уның вафатынан һуң да (1932 йыл) уны нимәләлер ғәйепләү туҡтаманы. Ошо йәһәттән иң ауыр һүҙҙәр 1936 йылда СССР Яҙыусылар союзы идараһының Минскиҙа үткәрелгән пленумында әйтелде.
Билдәле булыуынса, унда башҡорт совет әҙәбиәтенең үҫеү юлдары һәм торошо махсус рәүештә ҡаралды. Шул хаҡта Башҡортостан Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе Афзал Таһировтың доклады тыңланды. Ул, башҡорт әҙәбиәтенең торошона һәм ул үткән юлға киң күҙәтеү яһап, Сәғит Мираҫтың “Башҡорт аймағы” журналында баҫылған “Башҡорт әҙәбиәтенең тыуыуы һәм үҫеше” исемле мәҡәләһенә ауыр ғәйепләүҙәр ташланы. Һүҙмә-һүҙ әйткәндә, “идеологом и организатором сопротивления линии партии по вопросам литературы и создания башкирского литературного языка был мулла, а потом член валидовского правительства Сагит Мирясов” тине һәм уның үрҙә телгә алынған мәҡәләһен “башҡорт әҙәбиәтен пантөрөксөлөк нигеҙендә үҫтереү программаһы” тип раҫлай. Докладсы үҙ фекерен үҫтерә барып, Сәғит Мерәҫовтың ғилми, фәлсәфәүи, социаль-иҡтисади терминдарҙы төркиләштереүҙе күҙҙә тотҡанлығын һәм телде шул йүнәлештә үҫтереү юлында торғанлығын иҫкә төшөрә.
Әлбиттә, шундай дәрәжәләге ғәйеп­ләүҙәрҙе Сәғит Мираҫҡа үҙ ҡолағы менән ишетергә, үҙ күҙҙәре менән күрергә тура килмәне. Уға тағылған бындай ғәйеп­ләүҙәрҙең ул иҫән саҡта, 1932 йылға ҡәҙәр, әйтелгәндәре лә етерлек ине инде (был хаҡта айырым һүҙ булыр тип уйланыла). Әммә бөгөн 90-сы йылдарҙан һуң Сәғит Мираҫ шәхесе беҙҙең күҙ алдына бөтөнләй башҡа һынында, ул үҙен нисек хис иткән, шул тәбиғәтендә килеп баҫа. Уның хәҙерге башҡорт әҙәби теленә мөнәсәбәте бөгөн дә беҙҙе борсоуҙан туҡтамай, үҙенең аҙағынаса, асыҡ ҡына хәл ителеүен көтә. Алда һүҙ булғанса, Нефтекамалағы һөйләшеү – шуға бер дәлил.
Шулай итеп, беҙ уҡып-яҙған бөгөнгө әҙәби телебеҙ әле лә үткәндәренән арынып бөтә алмай, үҙ ваҡытында Сәғит Мираҫ бик тапҡыр әйткән “Юрматыға Ҡыуаҡан ҡойроғо” ҡушып яһалған килеш үҙ көсөндә ҡалып килә, тел ғилемендә юғары белем кимәлендә үҙ урынын һаҡлай. Уҙған быуаттың 50-се йылдарында, алда һүҙ булғанса, башҡорт телендә өсөнсө диалект – төньяҡ-көнбайыш диалекты барлығының партия өлкә комитеты бюроһы кимәлендә кире ҡағылыуында ла, иң элек Ҡыуаҡан һөйләшенең күплек аффикстары сәбәпсе булған кеүек, бөгөн дә был диалекттың әҙәби телдә үҙ урынын һаҡлап килеүе Сәғит Мираҫ “Ҡыуаҡан ҡойроғо” тип атаған “тар-тәр”, “ҙар-ҙәр”, “дар-дәр” нормаһына ҡайтып ҡала.
Әммә быға ҡәҙәр дәүләт сәйәсәте күҙлегенән ситләтелеп киленгән өсөнсө диалектҡа — төньяҡ-көнбайыш диалектына ҡараған һөйләштәрҙең бер көн килеп шул юғарылыҡта үҙенең танылыуын табыуы хәҙерге башҡорт теле тарихының яңы битен асты. Был тотош милләттең бер бөтөн этнос итеп үҙен күҙаллауында хәл иткес аҙым булды. Ошо йәһәттән Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың тәүге интервьюларының береһендә Башҡортостандың төньяҡ-көнбайышында йәшәгән башҡорттарҙың теленең башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты булыуы фәнни нигеҙҙә асыҡланған тип раҫлауы мөһим роль уйнаны. Был төньяҡ-көнбайыш башҡорттары һөйләшенең уҙған быуаттың 60-сы йылдарында шундай уҡ юғарылыҡта башҡорт теле диалекты икәнлегенең рәсми рәүештә кире ҡағылыуының көсөн юғалтыуға тиң ваҡиға булды.
Шулай итеп, башҡорт теленә ХХ быуат­тың тәүге тиҫтәһендә инде өс тағанына таянып, бер бөтөн әҙәби тел сифатында үҙ халҡына хеҙмәт итеүгә юл асыла ине. Әммә бының өсөн тел ғилеме өлкәһендә лә шундай уҡ ҡыйыу аҙым яһалыуы мотлаҡ. Шуға күрә “Башҡортостан” гәзитендә бынан бер нисә йыл элек донъя күргән “Ҡыуаҡан ҡойроғо ҡасан ҡырҡылыр?” (2014 йыл, 6 сентябрь тигән мәҡәлә бөгөнгө көн өсөн дә актуаль, тип раҫлау хаҡ булыр. Уның авторы Күмертау ҡалаһынан уҡытыусы Аҡъюлов (Аҡъюл), һис һүҙһеҙ, был мәсьәләне бик ваҡытлы күтәрә. Ул ҡасандыр Сәғит Мираҫ яҡлаған ҡарашҡа ауаздаш булыуы менән беҙҙе йәнә шул дәүергә алып ҡайтҡандай була. Тимәк, хәҙерге әҙәби телебеҙ тирәһендә барған һөйләшеү үҙенә нөктә ҡуйылыуын көтә.

Зиннур НУРҒӘЛИН,
Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре, тарих фәндәре кандидаты, филология фәндәре докторы, Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы, БФА-ның почетлы академигы.


Вернуться назад