мәшһүр әҙибә...01.09.2017
мәшһүр әҙибә...Таңсулпан Ғарипованың ижады тураһында тәрән уйланам. Ысынлап та, ул прозаик та, драматург та. Проза әҫәрҙәренән хикәйәләре, повестары (“Ай менән Ҡояш бер генә”, “Илекәй” повеста­ры), “Бөйрәкәй” пентало­гияһы киң билдәле.
“Бөйрәкәй” тураһында һүҙ күп булды, ыңғай фекерҙәр әйтелде, республикабыҙҙың дәүләт танылыуын да тапты. Бында ижадсы үҙен бөтөн яҡтан тулы аса, күп төрлө яҡҡа маһир икәнен таныта. Мәҫәлән, ырым-тылсым тура­һында һүҙ ҡуҙғата, хәҙерге эзотерика тип аталған күренештәр ҙә киң яҡтыртыла был романда...
Әйтергә кәрәк, нәҡ шул яғы менән дә әҫәр уҡыусыларҙы үҙенә тартты, ул башҡа яҙыусыларҙың ижад емеш­тәренән айырылып торҙо. Әүәлгесә ошолай символдарға, ырым, хатта тылсым, күрәҙәлек хаҡында әҫәр беҙҙә юҡ ине — гәрсә халҡыбыҙҙа ул әүәл-әүәлдән булған, халыҡ ижадында ла киң сағылыш тапҡан. Халҡыбыҙҙың йәшәйеш-булмышында, уй йәшереп, кинәйәләп һөйләүендә, һүҙ уйнатыуында... Ғөмүмән, был һыҙат — башҡорт рухи донъяһы күренеше. Әҙибә бары шуны яҡтыртҡан ғына.
Роман үҙенең бай теле, һүрәтләү сараларының, тасуирлауы яғынан полифоник һыҙатлы булыуы менән дә иғтибарҙы тарта, йәки башҡорт теле үҙенең бөтә мөмкинлектәре, бөтә сағылышы менән һынлана: унда әйтемдәр, идиомалар, халыҡ һөйләмдәре, һүҙ уйнатыуҙар, мәҡәлдәр, һутлы, дәрәжәле, матур яғымлы тел гәүһәрҙәре...
Әҫәр биш өлөштән тора. Һәр береһен уҡып сыҡҡас, хатта тағы бер башҡорт халыҡ йыры тамамланды тигән тойғо ҡала. Был һәр өлөштөң камил булыуы, хатта үҙаллы күренеш һымаҡ кәүҙәләнеүе хаҡында ла һөйләй. Камил, матур әҫәр, киң һулышлы, тулы ҡанлы, оло йылғаларҙың йәйрәп ағып ятыуы һымаҡ тойғо ҡалдырған һиммәтле роман. Әлегәсә беҙ күп һәм матур роман өлгөләрен күрҙек, әҙәбиәтебеҙҙең был ҡыҫҡа ғына дәүерендә башта европаса булараҡ тыуған роман жанры ысын мәғәнәһендә башҡорттоҡо, үҙебеҙҙеке булып китте, үҙебеҙҙең ысын башҡорт романдары тыуҙы.
Башҡорт романы үҫешенә ҙур өлөш индергән Ғәйнан Хәйри, Сәғит Агиш, Дауыт Юлтый, Афзал Таһиров, Һәҙиә Дәүләтшина, Зәйнәб Биишева, Яныбай Хамматов, Ғәли Ибраһимов, Әхиәр Хәким, Динис Исламов, Хәким Ғиләжев, Фәрит Иҫәнғолов, Булат Рафиҡов, Ноғман Мусин, Рәшит Солтангәрәев, Динис Бүләков, Ғәлим Хисамов, Мәүлит Ямалетдин... Улар башҡорт романы оҫталары. “Бөйрәкәй” шулар араһында иң күренекле урын­дарҙың береһен яуланы һәм ул (ҡыҙыҡ та) башҡорт ҡатын-ҡыҙ ҡулы менән яҙылды; быға бары афарин тиәһе генә ҡала. Әлбиттә, камиллыҡтың сиге юҡ. Романдың һуңғы өлөштәренә ҡарата минең дә шәхси ҡарашым бар. Төп героиня Мәҙинә һуңынан, хәҙергесә әйтһәк, бизнес менән шөғөлләнә йәки үҙ донъяһын, хужалығын ҡора. Беҙҙең халыҡ борон-борондан, ғөмүмән, колхоз сыҡҡансы шулай үҙаллы донъя көткән. Бында, бәлки, авторҙың халҡының киләсәген уйлап, уға хатта кәңәш формаһында үҙ күҙаллауҙарын, үҙ бизнес алымдарын тәҡдим итеүен дә күрергә... хатта ҡайһылары менән килешмәҫкә, бәхәсләшергә лә булыр ине. Ләкин ул — автор, уға автор булараҡ ошондай хоҡуҡ бирелгән.
Лидия Николаевна һыҙығын һүрәтләгәндә... Ул аҙаҡ башҡорт булып сыға. Бына ошондай осраҡлыҡтар, көтөлмәгәнлектәр күп. Был, аңлауымса, сәхнә жанры алымдары. Ғөмүмән, был бүлектәрҙә Таңсулпандың драматург булыуы алға сыға, күп сюжет һыҙыҡтарының сиселеше драматургиялағыса. Хатта һуңынан ҡайһы бер сюжет һыҙыҡтары сиселгәндә аптырап китәһең: ҡыҙыҡ, нисек былай бөтәһе лә йәтеш кенә, сәхнә әҫәрендәгесә сиселде лә ҡуйҙы. Бик еңел йәки шыма. Ә тормошта улай булмай, бында бөтәһе лә сәхнәләгесә хәл ителде! Проза әҫәре барыбер ысынбарлыҡҡа яҡыныраҡ, ә драматургия шиғри әҫәр булараҡ тормошто сағыштырыуҙа күберәк символик образдар, осраҡлыҡтар, тап килеүҙәр менән эш итә. Прозала былай йәтеш кенә булмай, әгәр шулай булһа, уға уҡыусы ышанмаясаҡ. Авторҙың да быға көсө етмәйәсәк.
Был насармы? Мин өҙөп кенә был шулай тип әйтмәйем, киреһенсә, был Таңсулпандың драматург булыуы хаҡында һөйләй, йәки ул әҫәрен сәхнә әҫәренә яҡынайта, йәки сәхнәгә, сәнғәткә! Ә драматургия нимә ул? Ул сәнғәт, сәнғәттең үҙе!
...Ҡайһы ваҡытта мин Таңсулпанда прозаик менән драматург нисек яраша икән тигәнем бар, сөнки драматургия — антипроза... Шулай булғас, Таңсулпан — драматургия ҡалыптарынан күтәрелеп сыҡҡан шәхес, йәки сәхнә әҫәре ҡанундарынан күтәрелгән, проза әҫәре ҡалыптарынан да күтәрелеп, сәнғәтте аңлау кимәленә еткән әҙибә. Ул — драматург, режиссер, философ. Шуның өсөн дә уның менән һөйләшеү, аралашыу ҡыҙыҡлы. Мин, мәҫәлән, уның менән аралашам, аралашырға атлығып торам, миңә бүтәндәр менән, хатта ир яҙыусылар менән һөйләшеүе ҡыҙыҡ түгел, ә уның менән... Ул һәр саҡ мәсьәләгә үҙ яғынан килә, хәлде ян-яҡтан баһалай; ул был тәңгәлдә психолог булараҡ та, һынсы-һынаусы булараҡ та сығыш яһай. Беҙҙең яҡта ҡара күҙле кешеләр була торғайны. Улар — һынсы, хатта ата ҡаҙҙы тәкмәстерә ала. Таңсулпан шундай ҡөҙрәткә эйә, тик ҡөҙрәтен ҡулланмай. Ҡулын һуҙһа, усынан, ҡарашынан йылы бөркөлә... Тылсым эйәһе.
Шундай шәхестәрҙең беҙҙең арала, беҙҙең халыҡта булыуы мәртәбәле лә, ҡыҙыҡ та. Ләкин беҙ, башҡорттар, уларҙы бик баһалай, ҡәҙерләй белмәйбеҙ. Был беҙҙең нәғеҙ үҙ булмы­шыбыҙға бәйләнгәнме, әллә мәҙәниәтһеҙлегебеҙ билдәһеме? Беҙ ҡырыҫ, хатта яһил халыҡ, үҙ-үҙебеҙҙе, бер-беребеҙҙе ҡәҙерләй, яҡын итә, бер-беребеҙгә йомшаҡ, яғымлы мөғәмәләлә була белмәйбеҙ.
Эйе, беҙ ғорурбыҙ, яугир халыҡбыҙ, тик... Бер-беребеҙҙе маҡтарға, әпәкәй-сөпәкәй итеп үбергә, һөйөргә, хатта ҡеүәтләргә, хуплауға һаранбыҙ, ниңә? Ни өсөн беҙ шундай?! Әллә көнләшәбеҙме, әллә күңелебеҙ тармы, бүтән сәбәпме?.. Ул ҙур үҫеп китер, беҙҙе уҙыр, юҡҡа сығарыр... Татарстанда тыуһа?.. Ҡазандан мишәр ҡыҙы Нәбирә Ғиматди­нованы яҡшы беләм. Татарстан­дың халыҡ яҙыусыһы. Бик тә маҡтаулы, бик тә дөрөҫ күтәрҙе татар ҡәрҙәштәр уны. Шулай баланы бишектән бәпләп, ҡеүәтләп-хуплап үҫтерә­ләр тү­гелме ни? ...Таңсулпан Ғарипова ижады хаҡында уйланғанда, шулай тип тә ҡуйғаным бар.
Әҙип-прозаик, ғәҙәттә, бер генә проза әҫәре яҙып тынысланмай, уларҙың ише була. Таңсулпан Ғарипова прозала кем һуң? Романсымы? Эйе, иң матур романдарҙың береһен ул яҙҙы, тинек, ләкин “Бөйрәкәй”ҙән һуң бүтән “Бөйрәкәй”ҙәр күренмәй. Бәлки, ул романсы түгел, ә ысын хикәйәселер? Һуңғы ваҡытта уның үҙенсәлекле “Аҫылташлы муйынсаҡ”, “Оҙон юлдың башы”, “Һабаҡ” хикәйәләре баҫылды. Улай тиһәң, “Бөйрәкәй” үҙе биш өлөштән, биш үҙаллы романдан хасил!
Бәлки, бында шәхестең киңлеге тураһында һүҙ алып барырға кәрәктер, ул — маһир, ул — хикәйәсе лә, романсы ла, драматург та, публицис та — бер нәғеҙ романсы йә хикәйәсе генә түгел!
Һорауҙарҙы күп ҡуйҙым, бәлки, һорау ҡуйыуымда ла ниндәйҙер ғиллә барҙыр... Бында, бәлки, мин уны үҙем менән сағыштырамдыр, бер роман яҙғас, туҡтай алмай әллә нисә роман яҙып ташланым, ә бер йүнле хикәйә баҫтыра алғаным бармы?
...Таңсулпан Ғарипова нимәгә тотонһа ла ҡулынан килә. Беҙҙең халыҡта ундай кешеләрҙе ҡотло ҡул тиҙәр. Таңсулпан бына тигән йырсы, халыҡ йырҙарын оҫта башҡара, халыҡ алдында сығыш яһай, ҡорҙо күтәрә. Ул бик күп халыҡ йыйындары түрендә, кисәләрҙә, кәңәшмәләрҙә — уртала. Телгә матур, яғымлы, оһолло фекерләүсе кеше, фекер эйәһе. Ғилем эйәһе, аҡыл эйәһе.
Таңсулпан Ғарипова – шағирә лә. Беҙ күптәрҙең әҙәбиәткә шиғриәт аша килгәнен беләбеҙ, әммә күптәр үҙен был өлкәлә танытып бөтә алмай. Таңсулпан пьесаларына йырҙарҙы, шиғыр­ҙарҙы үҙе яҙа — килешле сыға.
...Мин уға әллә нисә тапҡыр, яҙ шул романыңды, башҡорт мәғҙәнселәре, әле татарҙыҡы булып танылған мәғҙәнселәр тураһында, тигәнем бар. Ул татар мәғҙәнселәре тигәнең беҙҙең башҡорттоң мәғҙәнселәре, башҡорт тормошонда ҡайнап йәшәгән кешеләр ҙәбаһа! Таңсулпан яңы әҫәргә бик тә ауыр, бик тә самалап тотона. Ҙур проза әйберенә тотоноу өсөн авторҙың көсө, һаулығы ла кәрәк бит әле: “Үҙ-үҙемә ышанмайым, ҙур әйбер күп көстө, таҙалыҡты ала”, — ти. Килешәм. Етмеш – аҙ ғүмер түгел.
Был талапсанлыҡ кимәле хаҡында ла һөйләй: автор үҙ-үҙенә аяуһыҙ. Йәки ул “Бөйрәкәй”ҙән хөртөрәк әҫәр сығыр тип тә ҡурҡалыр? Уныһы ла барҙыр инде: “Бөйрәкәй”ҙән һуң “Бөйрәкәй”ҙән кәм әйбер яҙһаң, уҡыусы ни тиер?.. Уныһы ла бар, ләкин яҙыусы эксперименттар яҡлы. Ижад та, фән дә тәжрибәләрҙән тора: ҡурҡмайыҡ, өркмәйек.
...Таңсулпан Ғарипова драматург та, тинек. Бик күп пьесаларын беләм, ул турала гәзит мәҡәләһе лә яҙғаным бар, әммә был юлы драматургия тураһында (бер драма әҫәре лә яҙмағастын) тыйылам.

***
Ә былай... Таңсулпан Ғари­пова — башҡорт әҙәбиәтенең, беҙҙең халҡыбыҙҙың һирәк тә, бик маһир ҙа, бик күренекле лә һүҙ оҫталарының береһе. Мәшһүр әҙибә. Бар ул, бар, ул беҙҙеке, башҡорттоҡо... Күп йылдар үтер, аңлауҙар, фараз йөрөтөүҙәр, хатта комментарий төрҙәре лә алмашыныр, әммә бар, булған ижад, әҫәрҙәр юҡҡа сыҡмаҫ. Улар, дәүер һынауын үтеп, киләсәккә етер һәм шул бер ыңғайҙан беҙҙе лә иҫләрҙәр, беҙҙе — Таңсулпандың иптәш­тәре, замандаштары, тиер­ҙәр... Был ижад бар, һәм ул башҡорт халҡының рухи дәрәжәһенә торошло баһаланыр. Бирһен Хоҙай!



Вернуться назад