Яҙмыш01.09.2017
ЯҙмышЗөфәр ағай иртән тороп, ихатаны көрәп, мәке уйып, урамдағы эштәрҙе бөтөргәс тә, өйгә инергә ашыҡманы. Ҡулдарын ҡарттарса артҡа ҡуйып, һәлмәк кенә атлап, урам буйына сығып баҫты. Әле генә килеп туҡтаған электричканан эркелеп халыҡ төштө. Балалар ҡайтманымы икән, тип ул үҙенә яҡынайған төркөм араһынан таныш һындарҙы эҙләне. Күренмәйҙәр... Теге кешеләр иҫәнләшеп уҙып та китте, тик Зөфәр ағай һаман да ниҙер көтөп, күҙҙәрен вокзал яғынан ала алманы. Аяҡтары үҙенән-үҙе шул яҡҡа табан атланы.
Перронда гәп һатып торған ирҙәр янына барып, бер аҙ һөйлә­шеп торғас, ситтә яңғыҙы ғына торған ят кешене абайлап ҡалды.
– Әллә электричкаға өлгөрмәй ҡалған­мы? Ҡайһылай йөҙө ҡайғылы, – тип һораны.
Тегеләр:
– Ҡаҙағстандан туғандарын эҙләп килгән, һуңғараҡ ҡалған шул. Һибәтул­линдарҙан ни ауылда берәү ҙә ҡалманы бит инде. Былтыр килгән булһа ла, Сабит ағайҙы күреп өлгөрөр ине. Ҡыҙы Гөлсинә лә, атаһы үлгәс, донъяһын һатып, Маг­нитҡа сығып китте. Анау тиклем ерҙән килеп, шулай ғына ҡайтып китеүе үкенесле, кәнишнә...
Зөфәр ағай ирҙәр янында бер аҙ торғас, теге кеше яғына табан ыңғайланы. Һаулыҡ һорашҡандан һуң, һүҙҙе нимәнән башлар­ға белмәй торҙо. Зөфәр ағайға уның йөҙө таныш һымаҡ тойолдо. Ҡайҙа күрҙе һуң был ир-уҙаманды? Һораштырып, һөйлән­дереп тә ҡарағайны, тик ул ғүмере буйы Ҡаҙағстанда йәшәгән булып сыҡты. Ә Зөфәрҙең унда булғаны ла юҡ.
– Ярай, ҡустым, улай балтаң һыуға төшкән шикелле торма. Поезд төндә генә була, туғандарыңдың үҙен күрмәһәң дә, улар йәшәгән төйәкте күреп китеү ҙә насар түгел. Әйҙә, беҙгә барабыҙ. Шул тиклем ерҙән килеп бер сынаяҡ сәй ҙә эсмәй китмәҫһең инде, — тип юлсының сумкаһын ҡулына алды. – Бер аҙ ял итерһең, юл йөрөү йонсота бит ул. Еңгәңдең сәйе күптән әҙер инде.
Сәй табынында һүҙҙәр бер аҙ берекмә­йерәк торҙо. Теге кеше үҙе лә бик һүҙсән түгел, кәйефе лә юҡ. Тынлыҡты башлап хужа боҙҙо.
– Исемең кем була инде, ҡустым, мин – Зөфәр ағайың.
– Фәйзулла булам мин, ағай. Бер бәхетһеҙ бәндәмен инде. Үҙемде белә-белгәндән тормош һынауҙарын ҡуйыуҙан бушамай. Бала сағым ауырлыҡта үтте. Атай-әсәй наҙын күрмәй үҫтем. Мин бә­ләкәй саҡта Силәбе яҡтарында йәшәгән­беҙ. Шунда урмандан бер ҡосаҡ ҡоро-һары алып ҡайтып яҡҡаны өсөн генә әсәйемде төрмәгә алып китәләр. Миңә дүрт-биш йәш самаһы ғына булған. Артыҡ хәтерләмәйем дә инде, – тип ҡулын ғына һелтәп ҡуйҙы.
...Фәйзулла... Силәбе... Зөфәрҙең уй­ҙары сырмалды. Улар ҙа Силәбе яғында йөрөп ҡайтты бит. Һатҡы ҡасабаһында. Шунда бергә булдылармы икән әллә? Исемен аныҡ ҡына хәтерләмәй, әммә йөҙө таныш. Фәйзулла ине шикелле уның менән бергә уйнаған малайҙың исеме лә. Унан биш-алты йәшкә кесерәк булһа кәрәк. Ысынлап шул малаймы икән әллә?
...Зөфәрҙәрҙең ғаиләһе Силәбе яҡта­рына оҙон аҡса артынан барып сыға. Бер мәл уларҙың ауылына һәйбәт эш хаҡы вәғәҙә итеп, эшселәр йыйып йөрөгән кешеләр килә. Зөфәрҙең атаһы ла шунда яҙылып ҡайта.
Көҙгө һалҡын көндәрҙең береһе ине. Бәләкәстәр – Кәримә менән Сәлимә – арбаға ултырҙы. Зөфәрҙе лә ултыртҡай­нылар, тик малай кеше сыҙаймы ни инде? Ат артынан ҡалмай йүгереп барҙы.
Кискә табан әсәһенең тыуған ауылына килеп еттеләр. Олатайҙарында ҡунып, иртәгәһенә юлдарын дауам иттеләр. Ләкин бер аҙ барғас, Зөфәрҙең бөтә тәне, башы ауырта, ҡоҫҡоһо килеп, өшөй башланы. Башта нисек тә түҙергә, һыр бирмәҫкә ты­рышты. Егет кеше бит әле ул. Тик күп тә үтмәне, һеңлеләре лә мыжый башланы.
Балалар арығандыр, бер аҙ ял итеп алайыҡ тип, Ғәлиә апай атты туҡтатырға ҡушты.
– Хәҙер, бәпестәрем, төшөп йүгергелә­һәгеҙ, аяҡтарығыҙ яҙылыр, ҡапҡылап та алырбыҙ, – тип ҡыҙҙар бөркәнгән япманы асҡайны, йығылып китә яҙҙы. Уларҙың бөтә тәнен ҡыҙыл бөрсөктәр ҡаплап алғайны. Зөфәре лә, өйәнәк тотҡандағы кеүек, туҡтауһыҙ ҡалтырай. Ҡыҙылса бит был. Ни эшләргә?
Ғәлиә апай иренә тиҙ генә усаҡ яғырға, Зөләйхаға һыу ҡайнатырға ҡушты. Сәйнүккә мәтрүшкә һалып ҡайнатып сығарғас, сынаяҡтарға ҡойҙо ла тоҡтан ҡурай еләге ҡайнатмаһы алып бутаны. Зөләйха менән икәүләп бәләкәстәргә эсерергә тырыштылар. Сәлимә менән Кәримә артыҡ ыратманы. Эскәндәрен дә кире ҡоҫтолар. Ғәлиә апай уларҙы йылы ғына итеп урап, арбаға ятҡырҙы. Бер аҙҙан тынысланып йоҡлап киттеләр.
Ниһайәт, алда бер ауыл күренде. Оҙаҡламай: “Эскем килә!” – тип Зөфәр тороп ултырҙы. Ғәлиә апай шешәнән сәй алып эсерҙе лә, әлегә торорға ярамай, тип уранған көйөнсә ятырға ҡушты, бер ыңғайҙан ҡыҙҙарҙың да хәлен белергә булды. “Эй, бәпестәремде, матур ғына итеп йоҡлап яталар бит әле”, – тип Сәлимәһенең маңлайына ҡулын ҡуйғайны, кире тартып алғанын һиҙмәй ҙә ҡалды. Боҙ һалҡынлығы... Кәримәһе лә тын алмай. Ғәлиә апай арба янында нисек баҫып торһа, шулай ҡатты ла ҡалды. Ниндәйҙер ҡот осҡос хәл булғанлығын һиҙеп ҡалған Зариф ағай ҡатыны янына ашыҡты.
...Ҡыҙҙарҙы матур аҡландағы ҡайын төбөнә ерләнеләр. Был ауыр ҡайғынан һуң береһенең дә һүҙ ҡатып өндәшергә теле әйләнмәне. “Нимә тип кенә сыҡтыҡ икән был уңмаған юлға. Әҙәм күргәнде күрер инек әле. Ауылда барыбер берәй яйы табылыр ине. Кәзә һуйып, шуның тиреһенә урап һалһалар ҙа, бер ни булмаҫ ине. Әйҙә, кире ҡайтайыҡ”, – тип Ғәлиә апай ярһыһа ла, ире ризалашманы. Әсә аяҡтарына гер баулаған шикелле бер аҙ ҡуҙғала алмай торҙо. Хоҙайым, нисек ташлап китмәк кәрәк? Икәүһе бер юлы бит. Ярай әле, исмаһам, быныһы иҫән ҡалды, тип Зөфәрен йөрәгенә ҡыҫты.
Шәмгә ут алыуға үҙҙәре йәшәйәсәк ҡасабаға килеп керҙеләр. Уларҙы иҫке барактың ҡотһоҙ бер бүлмәһенә урын­лаштырҙылар...
Зөфәр ағай тышта эшен бөтөрөп өйгә ингәндә, ҡунағы йоҡоһон туйҙырып, тороп ултырғайны инде.
– Минең поезд нисәлә икән, ағай? – тәүге һорауы шул булды Фәйзулланың.
– Бөгөнгә бер ҡайҙа ла бармайһың. Оҙаҡламай, ана, мунса әҙер була, ҡайын миндеге менән сабынып, рәхәтләнеп йыуынырһың. Ҡайҙа ашығаһың? Һөйлә­шәһе һүҙҙәр ҙә бөтмәгән. Әле бына урамда бөтәһен күҙҙән үткәреп, иҫкә төшөрөп йөрөнөм. Бәлки, беҙ һинең менән таныштыр ҙа әле.
Көтөлмәгән һүҙҙәрҙән Фәйзулланың ике күҙе шар булды. Нисек, ҡайҙан?
– Бая вокзалда уҡ сырамытып ҡуйғайным. Бына әле Силәбе өлкәһендәге Һатҡы ҡасабаһы тигәс, ҡайһы бер нимәләр иҫкә төшкән кеүек булды. Һинең арҡаңда картаға оҡшап торған ҙур миңең бармы? – Зөфәрҙең тәүге һорауы шул булды.
– Бар, – Фәйзулла, ауыҙын асып, тын ҡалды.
– Беҙ бит һинең менән бергә уйнап үҫкән малайҙар. Иҫләйһеңме, икәүләп күпме балыҡ ҡармаҡланыҡ, урманға еләккә йөрөнөк. Бәләкәйерәк инең шул. Иҫләмәйһеңдер инде. Үҙеңде малайҙар туҡмағанда ярҙам һорап йүгереп килгәнеңде оноттоңмо ни, ҡустым? Тегеләрҙең әҙерәк арт һабағын уҡытҡанда, эре генә сырт төкөрөп тороуҙарың һуң? — Зөфәр ағай ҡунағының күҙҙәренә төбәлде.
Ағаһының ярһып-ярһып һөйләүе, шул уҡ ваҡытта үҙенең бер нимәне лә иҫенә төшөрә алмауы Фәйзулланың йәнен көй­ҙөрҙө. Нимәлер күҙ алдына килеп баҫҡан кеүек була ла шунда уҡ юҡҡа сыға ла ҡуя.
– Мунса әҙер. Барығыҙ, йыуынып сығығыҙ, – тип уғаса булмай тирләп-бешеп Нәфисә апай килеп инде.
...Мунсанан Фәйзулла, йөҙө айҙай бал­ҡып, бөтөнләй икенсе кеше булып сыҡты. Ишектән кергәс тә, ауыҙын йырып:
– Ағай, һинең һырма бишмәтең бар ине, ивет?! Шуның өҫтөнән яҫы ҡайыш менән быуып ҡуя торғайның...
Был юлы инде Зөфәр ағай албырғап ҡалды. Яҫы ҡайышы булдымы икән уның? Һырма бишмәтте инде ул саҡта барыһы ла кейә ине...
– Һеҙҙең менән бер апай ҙа йәшәй ине шикелле, – тип һүҙен дауам итте Фәйзулла. – Ул миңә һәр ваҡыт ашарға ни ҙә булһа тоттороп китә торғайны. Шуға хәтерҙә ныҡ ҡалған. Апайҙың сәстәре оҙон, тулҡын­ла­нып тора ине. – Фәйзулланы туҡтатыр­лыҡ әмәл юҡ. – Ә бер ваҡыт беҙҙең һыйыр юғалғайны. Икәүләп эҙләргә сығып киттек. Шунда мин йығылып аяғымды ауырттыр­ғайным. Иҫеңдәме, һин күтәреп алып ҡайттың.
Зөфәр ағай Фәйзулланы ҡосаҡлап алды:
– Мин булғанмындыр, ҡустым. Бына һинең дә хәтереңә төшә бит яйлап. Тамағыңды туйҙырған оҙон сәсле апай — Зөләйха апайым. Ул ашханала эшләй торғайны. Шунан беҙгә лә арттырып алып ҡайта ине. Хәҙер инде был икәүҙең һүҙҙәре ғүмерҙә лә бөтмәҫтәй тойолдо.
Аш янына Нәфисә еңгәнең әсегәне лә килеп ултырғас, тегеләрҙең теле тағы ла нығыраҡ сиселде.
– Ҡаҙағстанға нисек барып сыҡтың һуң һин?
– Әсәйемдең ни өсөн төрмәгә эләккәнен беләһең бит инде, – Фәйзулла йөрәгенә тотондо. – Шул ваҡиғаны һаман да тыныс ҡына һөйләй алмайым. Өйҙә бит йәше лә тулмаған һеңлем ҡалғайны. Ул баланы ашатырға ризыҡ тапмайынса, эй, интеккәй­нек. Имсәк балаға нимә ашатаһың инде? Күршеләр хәлдәренән килгәнсә ярҙам итте, ләкин сабый көндәр буйы туҡтауһыҙ иланы. Теләһә нәмә ашап, эсе лә ауырт­ҡандыр инде. Аҙна-ун көн үтеүгә ул үлде. Ә атайым ни өсөндөр баланы зыяратҡа алып барып күмеү урынына, төргәккә төрөп күтәргән көйө һыу буйына барып сыға. Ҡаңғырып йөрөгән сағы булғандыр инде. Сабыйҙы таш өҫтөнә һалып тора ла үҙе урман эсенә кереп юғала. Кире килеүенә бала урынында булмай. Кемдер табып алып ҡайта, һәм ауыл халҡы уны ерләй. Ә атайымды, балаһын үлтергән, тип төрмәгә ябалар. Уға ҡатынын, балаһын юғалтыу былай ҙа ауыр булған. Бына, ағай, ниндәй ғәҙелһеҙлек.
– Ул баланың аңҡып илағаны минең дә ҡолаҡ төбөмдә торған кеүек. Стена аша ғына йәшәнек бит. Аҙаҡ бер кемһеҙ ҡалғас, һеҙҙе балалар йортона урынлаш­тырҙылар шикелле, эйеме?
– Эйе. Унда күп торманыҡ. Беҙҙе әсәйемдең Ҡаҙағстанда йәшәгән туған­дары табып, үҙҙәренә алып ҡайтты. Рәхмәт инде. Ә минең бер ғәйепһеҙ әсәйем төрмәлә үлеп ҡалды.
Нәфисә еңгәнең үткер балы үҙенекен итте. Фәйзулланың күңеле бөтөнләй йомшарып, күҙ йәштәренә ирек ҡуйҙы. Әҙерәк мышылдап ултырғас:
– Атайым былай иҫән-һау әйләнеп ҡайтты, – тип һүҙен дауам итте. – Хәҙер ул да мәрхүм инде. Ул ошо яҡтарҙан бит. Туғандарымды эҙләп килгәйнем дә һуңға ҡалғанмын шул. Береһе лә ҡалмаған икән. Мин һөйләйем дә һөйләйем, үҙегеҙ нисек һуң, ағай? Силәбенән ҡасан ҡайттығыҙ? – Фәйзулла ағаһына һыйыны­быраҡ ултырҙы. Был ваҡытта уға Зөфәрҙән дә ҡәҙерлерәк кеше юҡ ине. Тегеһе яҫы устары менән арҡаһынан ҡағып алғас, иркәләнеп кенә уның киң яурынына башын һалды. Ҡайһылай рәхәт. Ярай осраштылар әле. Ярай ҙа вокзалға килгән ағаһы.
– Беҙгә лә ул ваҡытта ныҡ интегергә тура килде. Атайыма вәғәҙә иткән аҡсаны түләмәнеләр. Ниңә генә сығып киттек тигән көнгә төштөк. Етмәһә, биш йылға килешеү төҙөгәс, атайымды ҡайтармайҙар, – тип һүҙен башланы хужа. – Һеңле­ләремдең ҡайғыһынан әсәйем дә ныҡ ҡына биреште. Ауыл һағындырҙы. Ҡайтҡы килә, тик бер нимә лә эшләп булмай. Баяғы Зөләйха апайым бик сая, аҡыллы ине. Бер көн эштән ҡайтты ла: “Атай, беҙ алдан ҡайтып китәбеҙ ҙә, аҙаҡ берәй хәйләһен табып, һине лә саҡыртып алырбыҙ”, – тине. “Әллә тағы, берәй рәт сығара алырһы­ғыҙмы икән”, – тип ул башта ризалашмаһа ла, һуңынан күнде.
Яҙғы ташҡын ваҡытында тәүәккәлләп юлға сыҡтыҡ. Йәйәүләп бик оҙаҡ атланыҡ. Аяҡтар талды, асығыуҙан, арыуҙан баштар әйләнде. Килеп тороп һыуыҡ. Үҙәккә үтеп өшөтә. Бара торғас, әлеге Зөләйха апайым: “Әйҙәгеҙ, һал һаллайбыҙ ҙа һыу юлынан ҡайтабыҙ”, – тимәһенме, “Йылға ярҙан-ярға ятҡан ваҡытта батып үлергә уйлайһыңмы?” – тине әсәйем, асыуланып. Апайым да бирешергә теләмәне, һеҙ теләһә ни эшләгеҙ, мин башҡаса атлай алмайым, тип алда күренгән ауылға ҡарай йүнәлде. Беҙгә ризалашмай сара ҡалманы. Артынан атланыҡ.
Ауыл осондағы беренсе йортҡа кереп, фатир һораныҡ, сөнки көн кискә ауыш­ҡайны инде. Беҙҙең халыҡтың күңеле киң бит ул. Мунса яғып индереп, ашатып, йоҡлатып сығарҙылар. Хәлде һөйләп биргәс, хужа ағай һал менән барыу ауыр буласағын әйтте. Етмәһә, арағыҙҙа ирҙәр ҙә юҡ. Минең ҡустының каснуйы бар ине, хәҙер һорап ҡарайым, тип күрше йортҡа инеп китте. Бер аҙҙан ағай кире сыҡты. Йөҙөнә ҡарағанда, мәсьәлә ыңғай хәл ителергә тейеш.
– Көҙҙән һәйбәтләп киптереп, төбөн ыҫмала менән буяп ҡуйғайным. Һыу үтмәйҙер ул, – тип артынан ҡустыһы ла күренде. Ирҙәр каснуйҙы күтәреп, йылғаға алып барып төшөрҙө.
Был һәйбәт кешеләргә рәхмәт әйтеп ҡуҙғалып киттек. Тулҡын өҫтөнән һикереп-һикереп кенә барабыҙ. Ағым көслө урында ҡурҡыныс, әлбиттә. Шулай ҙа бысраҡтан атлап барған ише түгел инде. Шунда апайымдың тилберлегенә иҫем китте. Ишкәк менән шул тиклем оҫта эш итә. Инде әйләндек тигәндә, әллә ҡайһылайтып ҡына ҡойроҡто бороп ебәрә. Арып хәлдән тайҙы, әммә беҙҙе иҫән-һау алып ҡайтып еткерҙе. Зөләйха апайыма ғүмерем буйы рәхмәт­лемен инде. Уның арҡаһында асыҡманыҡ, уның арҡаһында иҫән ҡалдыҡ. Ә атайымды, ысынлап та, әсәйем ауыр хәлдә тип алдап, телеграмма менән ҡайтартып алдыҡ.
Тик шул йылдың йәйендә үк һуғыш сыҡ­ты. Атайым тәүгеләрҙән булып фронт­ҡа китте. Кавалерия дивизияһына эләгә. Иҫән-имен әйләнеп ҡайтырға насип булды үҙенә. “Шайморатовтың үҙен күргән кеше мин”, – тип маҡтанып алырға ла ярата торғайны. Бер ҡулын өҙҙөргәйне, тәнендә пуля ярсыҡтары күп ҡалғайны. Бына шулай, ҡустым. Атайыбыҙ ҡайтҡас, барыбер еңелерәк булды инде.
– Күпме иҫтәлектәр яңырҙы. Әлдә килгәнһең әле. Аяғым юҡҡа ғына вокзал яғына тартмаған шул, Хоҙай Тәғәлә барыбер белгертә икән ул. Беҙ бит һинең менән шундай ауыр йылдарҙы бергә үт­кәргән кешеләр. Нисек шунда уҡ хәтеремә төшмәгәненә аптырайым. Хәҙер табыш­тыҡ, инде юғалтышмайыҡ инде. Туғаныңа ҡайтҡан кеүек теләгән ваҡытың­да кил, йәме. Ғаиләгеҙ менән килегеҙ. Мин һине иң ҡәҙерле кешем күреп ҡаршы алырмын.
– Ағай, үҙегеҙ ҙә килеп сығығыҙ. Балалар үҫеп, башҡаланды. Киленең менән икәү генә ҙур йортта йәшәйбеҙ, – тип Фәйзулла ла ысын күңелдән уларҙы үҙҙәренә саҡырҙы.
Шунда Зөфәр ағай уны вокзалда осратмаған булһа?! Ул ваҡытта Фәйзулла ниндәй кәйеф менән ҡайтып киткән булыр ине – Ҡаҙағстан ҡунағы шул турала уйланы. Кешеләрҙе яҙмыш йөрөтә тигәндәре шулдыр инде.


Вернуться назад