Сирләй башланым шикелле...13.04.2012
Хәҙер йәштәр модаһына һис аптырарлыҡ түгел. Нимәне матурыраҡ күрә, шуны ала ла кейә. Бер мәл моданан ҡалышмайым тип, мин дә уларса кейенергә булдым. Яңы әйберемде бер-ике аҙна йөрөттөммө-юҡмы, һәр хәлдә оҙаҡ хушһынырға тура килмәне. Мода үҙгәрҙе лә ҡуйҙы. Күрәһең, йәштәр яңы кейемде керләнгәнсе йөрөтә лә ташлай. Шунан мода ла үҙгәрә. Йәштәр артынан күпме сабып ҡараным, арттарынан тәки ҡалам бит! Мода артынан ҡыуырға кеҫәм дә тар хәҙер. Тир түгеп алған аҡсам тамаҡ туйҙырырға ғына етә.
Аҡсаны тотоп ҡарарға ла өлгөрмәйһең, юҡҡа сыға ла ҡуя. Бөгөн — бар, иртәгә — юҡ. Үҙемдең байлыҡ булмағас, хәҙер кешеләрҙең байығыуына ҡыуанып тик йөрөйөм, тиле һымаҡ. Алыр ҙа, өләшер ҙә кешем юҡ. Үәт, рәхәт донъя! Баш та ауыртмай, йоҡом да иҫ китерлек.
Хәҙер бит ял көнө лә ял төҫлө түгел. Бер сабып өйрәнгәс, урында ултырып булмай. Аптырағас, байҙар магазинына барып килергә булдым әле. Бынау күлдәк 12 мең тора, ә бына ошо туфли аҙ ҙа түгел, күп тә түгел — теүәл 6 мең! Ни эшләп ул ҡиммәтле тауарҙарҙы ҡарап йөрөгәнемә һиҫкәнеп тә китәм ҡайһы саҡ. Кеҫәмдә бер тин дә юҡ, ләкин үҙемде магазинда бай бисәһеләй тотам! Һатыусылар кәңәш бирә, ә мин һайланған булам. Һантый! “Диуана ҡағына ла ҡыуана” тиеүҙәре ошолор инде. Заводта эшләгән шикелле унан хәлһеҙләнеп, телемде арҡыры тешләп ҡайтам. Ҡасан ул тауарҙарын һатып бөтөрҙәр икән тип ҡайғырып, йоҡоһоҙ үткәргән төндәрем дә йыш булғылай. Йәмәғәт, мин сирләй башланым шикелле. Был ғәҙәттән нисек арынырға? Һеҙҙән кәңәш көтөп ҡалам.
Нурия ИБРАҺИМОВА.
Өфө ҡалаһы.


Вернуться назад