Батырҙар юлы30.08.2017
Батырҙар юлыҒәййәр булған ата-баба –
Хатта һыймаҫлыҡ башҡа:
Танк-самолет заманында
Атта киткән һуғышҡа.

Ҡанлы яуҙар мәхшәрендә
Фрицтың биреп кәрәген,
Күрһәткән атлы башҡорттар
Ҡаһарманлыҡ үрнәген.

Етмеш һигеҙ алтын йондоҙ...
Ундай ғәскәр бүтән юҡ.
Танкыларҙы үтә тишер
Беҙҙекеләр атҡан уҡ.

Ядро һуғышы башланһа,
Йә тағы берәй нәмә –
Башҡорт Ватанын һаҡларға
Атҡа ултырмаҫ тимә.

Әгәр бер саҡ машиналар,
Терминаторҙар ҡалҡһа,
Сит планета роботтары
Килеп баҫһа йыраҡтан,

Зомби, убыр, әүермәндән
Ғазап кисерһә ил-йорт,
Хәшәрәтте ҡылыс менән
Тураҡлар атлы башҡорт.

***

Минең бөтә серҙәремде
Белеп бөтмәҫһең һис ҡасан.
Төштә күргән шәүләләрҙән
Хатта көндөҙ ситкә ҡасам.

Ҡасам дала киңлегенә.
Уға хужа тик сал ҡылған.
Эҙем ҡалған ергә кисә
Яралы батыр йығылған.

Ҡалтыранған ҡулым менән
Һурып алып ҡылысымды,
Ошо ерҙә иғлан итәм
Һуңғы шанлы һуғышымды.

Күрермен тип өмөт итәм:
Ҡанға буялып таң атыр.
Ҡылыс тотоп ҡаршы сығыр
Кисәге йығылған батыр…

***

Баҫығыҙ, әйҙә, тиҙерәк
Беҙҙең байраҡ аҫтына.
Юлдар беҙҙең итектәрҙең
Гөрһөлдәүен һағына.

Беҙ атлайбыҙ Ай артынан,
Тик юлыбыҙ ҡуласа.
Кемдер яуыз үлеменән,
Кемдер яҙмыштан ҡаса.

Юлыбыҙҙы быуып ята
Таш ҡаялар, йылғалар.
Ә сит сардарҙар сафтарҙы
Урау юлға боралар.

Алтын көҫәп баш булғандар
Хөкөм ҡыла сафтарҙа.
Ҡара уйлы аҡ батшалар
Ултыра аҡ аттарҙа.

Атлағыҙ – юл аҙағында
Көтә һалҡын ҡәберҙәр.
Беҙҙе шунда байрағыбыҙ
Менән бергә күмерҙәр…

Байраҡ булһа батыр рухы,
Хаҡ иман булһа ҡалҡан,
Заяға таммаҫ был ергә
Азатлыҡ өсөн ал ҡан!

***

Алмаштырҙы тәбиғәт
Аҡ кейемен йәшелгә.
Уның һәр бер япрағында
Сихри хәтер йәшенгән.

Кисә генә туй ине,
Бөгөн иргә – һуғышҡа.
Һиҙмәҫһең: аҡ алғышың
Тиҙ әйләнер ҡарғышҡа.

Ни һин ваҡыт янында?..
Үтер быуат. Яныр ут.
Аяуһыҙ ваҡыт булып
Ҡылыстарға ятыр тут…

Алмаштырыр тәбиғәт
Йәшел кейемен аҡҡа.
Ҡапҡа тышына йүгер:
Яратҡан ирең ҡайтҡан…


Вернуться назад