Етди ризыҡ ҡазаһы30.08.2017
Һөт машинаһының һарғылт цистернаһы буйлап ҡуйы ҡыҙыл йылғасыҡтар ағып төшкән. Тош-тош урындарҙа көрәнһыу таусыҡтарға әүерелеп уҡмашҡандар. Өҫтәрәк ҙур йөнтәҫ януар ята. Айыу. Көтөүселәр атып алған. Өс көн рәттән ағас башындағы талғаҡта һағаланылар шул. Ике тапҡыр буш әйлән­деләр.
Айыуҙың яңы итте бигүк мөрхәтһенмәүе билдәле, һөрһөгәнде ярата – малды һуға ла, йәтешләп һалып, сыбыҡ-сабыҡ менән ҡаплап китә. Ике-өс көндән, үләкһә матур итеп тәмләнгәс, төрлө “хуш” еҫтәр сығара башлағас, урынға бара, япманы ҡутарып ырғыта, байрам табыны ҡора. Ләззәтле нәмә бит ул ашау, донъяны оноттора – был да шулайта. Һәм… таңғы томанлы урманды бер нисә мылтыҡ тауышы һелкетә.
Гел шыма ғына булып та тормай. Тайыштабандың иҫ киткес аҡыллы икәнен өҫтәп әйтеү артыҡтыр – боҫҡонда ултырғандарын нисектер һиҙеп ҡала ла (берәйһе СМС яҙамы икән инде, бәлки, навигаторы барҙыр, мөһимерәк эше килеп сығыуы ла ихтимал) яҡынламай ҙа ҡуя – яра-й-й, нығыраҡ хушлана-һутлана торһон, ваҡыт бар әле.
Өсөнсө көнгә түҙмәгән – ныҡ асыҡҡандыр, бахыр. Шунда эләктергәндәр ҙә. Аусылар ҙа, оҫтарып, тын да алмай ултырғандыр. Атмай ҙа әмәл юҡ – колхоз һыйырын оятһыҙ тәләфләй – йә арҡаһын һыҙырып ҡайтара, йә еленен умыра. Бер нисәһе бөтөнләй ғәйеп булды.
Бына шуның башына еткәйнеләр…
Үҫмер бала өсөн күңелһеҙ күренеш булды был – күҙ йәштәрен һығып сығармалы йәл ине урман батшаһы.
Кис ҙур ҡаҙанда итен бешерҙеләр. Мин бармаҡ осо менән дә теймәнем. Сөсө, хатта татлы, тинеләр. Быны уның йәй ҡурай еләге, муйыл, ҡарағат һәм башҡа шәрбәт һыпырып йөрөүе менән аңлаттылар. Ә хәҙер көҙ яҡын, етдиерәк ризыҡҡа күскән.

Эләкмәгеҙ!

Бала сағымда ауылда ҡуянға тоҙаҡ ҡороу киң таралғайны. Ҡышын, әлбиттә. Башҡа миҙгелдә һунарсылап йөрөргә ваҡыт юҡ – бесән, утын, картуф һәм башҡалар.
Тегеләр аҡ тунын кейеү менән баш­ла­на-а… Мәктәптән һуң саңғыңды кейәһең дә урманға йомолаһың. Тимер сыбығың үҙе нәҙек, үҙе ныҡ, үҙе йомшаҡ булырға тейеш – күренмәһен дә, ҡуян эләгеү менән шунда уҡ һыҡһын да, тыпырсынғанында өҙөлмәһен дә.
Тәпәйҙәрҙән сып-сыбар урман. Уҫаҡлыҡта тоҙаҡтарыңды ҡораһың да ҡайтып китәһең. Иртәгәһенә дәрестәрҙән бушауыңды түҙемһеҙләнеп көтәһең, эләктеме-юҡмы – белге килә. Икенсенән, тиҙерәк барып ҡарарға кәрәк – алып китергә лә мөмкиндәр, оҙон ҡолағына минеке тип бирка таҡмағанһың.
Икенсе көндөң төшө етә. Юҡ, бер кем дә теймәгән. Ҡуяндар ҙа эләкмәгән. Тоҙаҡтарыңды төҙәткеләйһең, ҡайһыларын икенсе урынға күсерәһең.
Шулай көндәр үтә. Тотолмайҙар.
Ҡыҫҡаһы, бер ҡуян да эләкмәне миңә.
Тоторға бик теләмәнем дә – йән эйәләрен әлеге лә баяғы йәлләй торғайным, әле лә иркен йәшәүҙәрен теләйем, сөнки тәбиғәтте яраттым һәм яратам. Фотоға төшөрә торғайным. Фотомылтыҡ булһа ине, тип хыялландым.


Улар күктә кәрәк

Һунарға бик һирәкләп йөрөлә. Эйәреп кенә тигәндәй. Атҡан да бар, тейҙергән генә юҡ. Өйрәктәр төркөм-төркөм осоп үтә лә ул, сиртеп кенә өлгөрөлмәй. Үҙебеҙ шуға эй ҡыуанабыҙ, сөнки йән ҡыйғыбыҙ килмәй – тәбиғәт кешеләребеҙ. Икенсенән, ярай, тейҙе лә ти, ә ул бит йылға өҫтөнән осоп бара, шунда ҡолап төшәсәк. Һыу ярҙан-ярға ята, һикерге килеп тормай. Эт тә яман хәйләкәр, кәрәк саҡта зым-зыя юғала белә – сей ҡош тешләп һыуыҡта йөҙөргә бында алйот юҡ, тиҙер.
Ҡороға, алдыңа ғына, лап итһә лә инде – эйелеп алдың да эш бөттө түгел бит, мәшәҡәт ошонан башлана ғына: йолҡорға, эс-бауырын таҙартырға, йыуырға, бешерергә… Ҡарты тура килеп, ите ҡаты булһа инде – бөтөнләй бөттө баш. Ҡуйығыҙ юҡты…
Осһон, әйҙә, өйрәктәр, улар күктә кәрәктәр. Ә беҙ, ана, һауа мылтығын алайыҡ та, ун биш метр алыҫлыҡта ағас төпһәһенә беркетелгән шырпы ҡабына ярышып сәпәйек.
Ә бешерергә өйрәк мәсьәләһе киҫкен тормай – өйҙән алған ҡош та бар – хәҙер сүлмәккә төшөрөрбөҙ.



Вернуться назад