Йәй буйы йәйҙе әрләнек,
Күрмәнек тип йәй төҫөн.
Яуһа, төбө төштө, тинек,
Аяҙ булһа, һай, эҫе!
Өтөлөп-янып йөрөнөк:
Их, көнө юҡ, көнө юҡ!
Ҡул һелтәнек: игендең дә,
Үләндең дә йүне юҡ!
Һиҙмәгәнбеҙ, көҙ ҙә еткән –
Ишелеп иген уңған.
Ҡай арала болондарға
Кәбәндәр килеп тулған.
Баҡсаларҙа алма бешкән
Алланып та балланып.
Тәгәрәп ята ҡарбуздар –
Алданы йәй, алданы!
Инде тағы йүгерәбеҙ:
Бар бит йыйып алаһы.
Ырҙын табағында иген –
Бар бураға һалаһы.
Көҙҙөң тетмәһен тетәбеҙ:
– Яуа ла ебәрәсе!!!
(Ә ужымға ямғыр кәрәк,
Тик беҙ генә бәләсел.)
...Тәбиғәттең һәр миҙгеле
Аныҡ белә үҙ эшен.
Юҡҡа-барға көйәләнмә,
Үҙең өлгөр бул, кешем!