Ҡасан йыуаштан йыуан сыға?25.08.2017
Ҡасан йыуаштан йыуан сыға?Алыҫҡа ҡунаҡҡа барғайнылар. Ҡайтыуҙары күңелһеҙерәк башланды – билетты алдан алһалар ҙа, бер әтнәкәһе бар икән – урындар күрһәтелмәгән, был хоҡуҡ вагон хужабикәһенә бирелгән.
Инеү менән тәҙрәләр ныҡлап ябылған ҡыҫыҡ ерҙә кеше күпләп йыйылғанда булған тығыҙ еҫ ябырылды. Йоҡоһонан арынмаған ялбыр проводница ҡабырға­лағы урындарға ымланы. Уларының да буштары – гел өҫтә генә, йәғни бер ғаилә ағзалары – атай, әсәй һәм бала өсөһө өс купела барырға тейеш. Малай бәләкәй. Ашатып алырға ла кәрәк.
Ошо турала белдергәс, ҡулдар ғына йәйелде:
– Ҡайҙан алайым?!
– Һеҙ бит юлаусылар тураһында хәстәрлек күрергә тейешһегеҙ. – Ғаилә башлығы уның бурыстарына, үҙенең хоҡуҡтарына ишараланы.
– Кешеләрҙе торғоҙа алмайым да инде!
Ала инде ул. Етмәһә, ятмағандар ҙа бар – анауы егеттәр ашай-эсә әле, көләмәс һөйләшә.
– Поезд начальнигы ҡайһы вагонда? – тине ире артабан талапсан тауыш менән.
– Етенселә.
– Бында оҙаҡ булабыҙмы?
– Биш минуттан ҡуҙғалабыҙ.
– Ошонда ултырып тороғоҙ, мин хәҙер, – тине лә тышҡа атлыҡты ир.
Ултырып тороғоҙ, тиеүҙә хаҡлыҡ юҡ, сөнки өҫкө ҡатта ултырып булмай, ятырға ғына мөмкин. Уртала баҫып ҡалдылар.
“Эй-й, ҡайҙа юғалды инде”, – тип борсола ҡатыны. Ҡырҡыу холоҡло шул хәләле. Башына уй ҙа килә – эшләргә лә тотона. Поезд ипләп кенә ҡуҙғала ла башланы түгелме һуң?.. Шулай шул – рельстар шығыр-р итте. Йә, Хоҙай, тороп ҡалмаһын.
Тамбур яғынан сәрелдәк тауыш килә:
– Тиҙерәк менә һалығыҙ! Тәгәрмәс аҫтында ҡалһағыҙ, миңә яуап бирергәме?!.
– Әйҙә! – Ир сумкаға үрелде, икенсе ҡулы менән улын эләктерҙе.
Вагон ишектәре шап та шоп ябыла. Береһенән икенсеһенә күскәндә бигерәк шомло – состав тейешле тиҙлеген алырға өлгөргәйне инде, тәгәрмәстәрҙән ҡар бураны борҡой, биткә һыуыҡ бәрелә, туҡылдауҙан ҡолаҡ тона. Былары бөтөүгә – тағы тынсыулыҡ.
Шуға юлаусыларҙың ризаһыҙлығы өҫтәлә:
– Йөрөйҙәр төн уртаһында…
Быларҙың береһенә лә иғтибар ҡылыу юҡ. Шундай ул – алдына алғанын ҡуймай эре-эре аҙымдар менән алға атлауын, ғаиләһенә юл ярыуын белә. Ишектәр асыла, ябыла, асыла, һыуыҡ биткә асыулы һуға…
Ә бынауы вагонда, ғәжәп, саф ҡына. Һуҡранғандар ҙа ишетелмәй, сөнки бер кем дә юҡ икән. Тап-таҙа, йып-йылы вагон буп-буш булып сыҡты. Баҡтиһәң, поезд начальнигын табып, олпат һүҙен әйткән ир рөхсәт алған. Тотош вагонда шулай үҙҙәре генә мулыҡтылар.
Тормошта әллә ни күҙе-башы аҡайып йөрөгән зат түгел ул былай. Тыйнаҡ, хатта йыуашыраҡ та. Яңғыҙы ғына булһа, ана, тамбурға ла риза, ләкин ғаиләһе тигәндә баҙнатлана ла китә. Шулай кәрәктер ҙә.


Вернуться назад