Бетерәнең моңло тауышы18.08.2017
Бетерәнең моңло тауышыОшо көндәрҙә “Самрау” типографияһында үҙнәшер юлы менән һәләтле ҡәләм оҫтаһы Миләүшә Ҡаһарманованың “Бетерә шаршыһы” тигән повесть һәм хикәйәләр йыйынтығы донъя күрҙе. “Бетерә шаршыһы” – үткән ҡыш ҡына Башҡортостан Яҙыусылар союзына ағза итеп ҡабул ителгән Миләүшә Ҡаһарманованың дүртенсе китабы.
Был китабының исеме повестан алып ҡуйылған. Әйтергә кәрәк, иҫ киткес отошло, йәғни исеменә есеме тап килеп тора. Шаршы тип йылғаның шәп аҡҡан, көслө ағымлы урыны аталғанын күптәр беләлер, моғайын. Ә бына Бетерә тигән йылғаның үҙен белеүселәр бармы икән? Булһа ла, күп түгелдер, тим. Сөнки Бетерә – Баймаҡ менән Бөрйән райондары сигендә ятҡан һәм шул исем менән йөрөтөлгән ҙур булмаған ауыл эргәһенән ағып сығып, Урал тауҙары армыттарын аралатып, төньяҡ-көнбайышҡа табан етмеш саҡрымдан ашыу юл үткәс, Ағиҙелдең иң ҙур ҡушылдыҡтарының береһе булған Үҙәнгә килеп ҡойған бәләкәй генә бер йылға ул.
Иң ҡыҙығы шул: был йылғасыҡ һыуын шул Бетерә һәм Миләүшәнең тыуған ауылы Яңы Усман халҡы ғына һыулай. Шуға ла уны белеүселәрҙең күп булмауы бер ҙә ғәжәп түгел. Хәҙер был йылға менән Миләүшәнең ижадын үҙ иткән бик күп уҡыусылар ҙа яҡшы таныш.
Әҫәрҙә быуаттар буйы үҙ көйөн, үҙ моңон көйләй-көйләй, ҡарамаҡҡа тыныс ҡына ағып ятҡан ана шул Бетерә йылғаһының күргән-кисергәндәрен, ғибрәтле тормош юлы үткән яҡташтары, ауылдаштары яҙмышы аша сағылдырып, уларҙы әҙибәнең һәр яҙғанын көтөп алған китап уҡыусы хөкөмөнә сығара автор. Ҡыҫҡаса ғына итеп әйткәндә, XX быуатта тотош илебеҙ, халыҡ тарихында булған хәл-ваҡиғалар повестың төп героиняһы Хәтирә яҙмышы аша һүрәтләнеп, улар уҡыусыны уйландырырлыҡ, тетрәндерерлек, ҡайһы саҡта йөрәкте әрнетерлек картиналар аша асып бирелә. Сабый сағы үткән быуаттың егерменсе йылдарындағы болғансыҡ заманға – граждандар һуғышы осорона тура килгән Хәтирә, өйгә килеп ингән ҡыҙылармеецтар уларҙың ашап ултырған һуңғы ризыҡтарына тиклем тартып алып сығып киткән саҡта, бер ни аңламайынса, сәңгелдәктә шаңҡып ултырғанында, тегеләре ҡыҙыҡ күрепме, мыҫҡыл итепме, уның маңлайына “большевик” тигән яҙыу йәбештереп сығып киткәндән һуң, “Бәлшәүник Хәтирә” тигән ғүмерлек ҡушамат ала.
Исеменә есеме тигәндәй, Хәтирә, ысынлап та, теремек, үткер һәм сая ҡыҙ булып үҫә. Әҫәрҙең “Ҡыҙ ғүмере” тигән бүлегендә уның ауылдағы комсомол ойошмаһын етәкләп, ең һыҙғанып эшләп йөрөүе, әленән-әле район, хатта өлкә комсомол комитеты ултырыштарына делегат булып һайланыуы, ауылдашы Сәғит менән араларында ғишыҡ уты ҡабыныуы хаҡында һүҙ бара. Ләкин тап ошо ваҡытта ул үҙенең тормошонда тәүге ҡаршылыҡҡа осрай: район түрәһенең береһе – унан байтаҡҡа олораҡ булған Ғимран, бөтә кешегә ышанып ҡараған бер хәйләһеҙ йәш ҡыҙҙы көсләп, үҙенеке итеүгә өлгәшә. Ғимранға кейәүгә сығырға мәжбүр булып, район үҙәгендә йәшәй башлағас та, Хәтирә түрә ҡатынымын тип өйҙә генә ултырмай – тормоштоң уртаһында ҡайнай. Ләкин яҙмыш уға береһенән-береһе хәтәрерәк һынауҙарын әҙерләп кенә тора. Тәүге сабыйынан яҙып, ғүмерлеккә “ҡыҫыр бисә” булып ҡалыуы ғына етмәгән, үҙе һөйһөнмәгән ир хыянатын да кисерергә тура килә уға.
Бына шулай үҙен-үҙе ҡайҙа ҡуйырға белмәй йөрөгән бер мәлдә Хәтирә, сараһыҙлыҡтан аңҡы-тиңке килеп, төн уртаһында йәйәүләп, байтаҡ арала ятҡан тыуған ауылына ҡайтып китә. “Ҡараңғыла әллә ниндәй түмһәләргә барып менде, эләгеп ҡоланы, тағы тороп йүгерҙе. Әйтерһең дә, Ғимран уның артынан ҡыуа төшкән... Ысынында, Ғимрандан түгел, үҙенән ҡаса ине ул. Баҙрап торған ут күҙле өйҙәр күренмәй, эттәр абалауы ишетелмәй башлағас ҡына, ҡатын үҙенең инде ҡасабанан күптән алыҫлашыуын аңлап ҡалды. Төн йөҙө булһа ла, ыңғайлаған юлын таныны ул: ауылына ҡарай сыҡҡан бит! Шул асышынан тағы ла ярһып йүгерә лә, тамам хәле бөтһә, аһылдай-аһылдай атлауға күсә, унан тағы сәсәгәнсе йүгерә. Шулай йүгерә-йүгерә тиҫтәнән ашыу саҡрымдарҙы һанай... Ниңә улай тулай уның йәне, ниңә һыҡтай бынау күкрәк тәңгәле? Тапалған ғорурлыҡтанмы? Улай тиһәң, ул ғорурлыҡ күптән саң араһында бит. Кәмһенеүҙәнме? Кәрәкһеҙ­легеңде, яңғыҙлығыңды тойоуҙанмы?”
Ошо бер нисә һөйләм аша ғына ла китап авторының ғәрлегенән быуылған героиняһының психологик халәтен, күңел кисерештәрен бик оҫта һәм бөтә тәрәнлегендә сағылдыра алыуын күрергә мөмкин. Төп герой образын асыуҙа тәбиғәт күренештәрен дә уңышлы ҡуллана Башҡортостандың иң матур төбәгендә – Бөрйән районында тыуып үҫкән рәссам-әҙибә.
Повестың “Сауап” тигән һуңғы бүле­гендә икенсегә төрмәнән ҡотолоп ҡайтҡан Хәтирә, ғүмер буйы ғәзиз балаһын көтөп йәшәп, был юлы үҙен үлем түшәгендә ҡаршы алған ғәзиз әсәһен тәрбиәләп ҡуйғас, тағы тыуған ауылын ҡалдырып китергә мәжбүр була. Темәс балалар йортона кер йыуыусы булып урынлашып, шундағы етемдәргә күңелен баҫып, һәүетемсә генә йәшәп ятҡанда, ҡасандыр үҙенә хыянат иткән Ғимрандың инсульттан һуң аяҡтары йөрөмәҫ булыуы, ә ҡатыны, ике балаһын алып, үҙен ташлап китеүе хаҡында хәбәр ала ла... уның янына юллана. Нимә был, башҡалар хаҡына үҙеңде ҡорбан итеүме, әллә башҡорт ҡатын­дарына хас күндәмлекме? Уныһын инде Хәтирә үҙе генә белә... “Егерме йылдан ашыу кәләскелә ултырған” Ғимранды ҡарап, уныһы мәрхүм булып ҡалғас, етмешкә аяҡ баҫҡан Хәтирә әбей, унда үҙен бер кем көтөп тормаһа ла, тағы Бетерәһенә ҡайта. Был юлы инде ғүмерлеккә – “үҙе кеүек теремек һәм тиктормаҫ, көслө һәм бошонмаҫ, үткен һәм сая” Бетерә һыуында пакланып, мәңгелеккә тыуған тупрағы ҡуйынына инергә.
Автор Хәтирә менән Бетерә шаршыһы араһында образлы параллелизм үткәрә. Ә бит уйлап ҡараһаң, тыуған ауылы эргәһендә “мәңге сылтыраған, моңланған, йырлаған” шул йылғасыҡ менән әҙибәнең үҙе араһында ла табырға була ундай оҡшашлыҡты! Миләүшә лә бит, тормош ҡуйған һәр төрлө һынауҙар, ҡаршылыҡтар алдында баҙап ҡалмайынса, шәхес булараҡ та үҫеүен, яңы бейеклектәр яулауын дауам итә. Иң мөһиме, ул үҙенең ҡәләме менән йырлы-моңло Бетерәнең тауышын (эйе, тап шулай, сөнки Миләү­шәнең повесть-хикәйәләренең шиғри күңелле, мөлдөрәмә хис-тойғоло автор ҡулы менән яҙылыуын аңғармайынса мөмкин түгел) китап уҡыусыларға әленән-әле ишеттереп тора, уларҙы уйланырға, фәһем алырға, хатта һиҫкәнергә мәжбүр итә.
Бетерә шаршыһының “бынан мең йыл элек тә көйләгән” һәм әле лә сылтыраған, киләсәктә лә йырланыр берсә зарлы-моңло, берсә көслө һәм дәртле яңғыраған ул тауышында “Һыбайлы” хикәйәһендәге, Беренсе донъя һуғышы ваҡытында әсиргә эләгеп, ғүмерен сит-ят ерҙәрҙә үткәрергә мәжбүр булып та, һуңғы һулышынаса ғәзиз тупрағына, тыуған еренә, башҡортлоҡ рухына тоғро ҡалған, уларҙы һағынып-һарғайыуҙан үлгән Мазһар-Маргустың һағыштары ла, “Сәләм”дәге йәшлек хистәрен һаҡлап йәшәгән Хәмдиәнең күңел елкенеүҙәре лә, “Мандолина”лағы уҡы­тыусы Әсмәнең, мәңгелек күңел ғазабы булып, алыҫта, йәшлегендә, һөйгәне Ғәбит менән тороп ҡалған мандолина сыңдары ла һәм әҙибәнең башҡа бихисап герой­ҙарының аһ-зарҙары, йөрәк һағышы, өн-тауышы асыҡ ишетелә. Әйҙә, һеҙ ҙә хәҙерге башҡорт әҙәбиәтендә үҙ тауышы, үҙ урыны булған үҙенсәлекле ҡәләм оҫтаһы Миләүшә Ҡаһарманованың яңы йыйынтығына тупланған әҫәрҙәрен уҡып, “Бетерә шаршыһы”ның моңон тыңлап, кинәнегеҙ, фәһем алығыҙ, күңелегеҙҙе байытығыҙ, ҡәҙерле дуҫтар!

Ғәҙилә БҮЛӘКОВА,
филология фәндәре кандидаты,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре.


Вернуться назад