Шәхесебеҙ рухы рәнйемәҫме?18.08.2017
Шәхесебеҙ рухы рәнйемәҫме?Ошо һорау һуңғы көндәрҙә күңелемде ныҡлап өйкәй башланы. Һүҙ кем тураһында бара, тиһегеҙме? Минең генә түгел, бик күптәрҙең йөрәк түрендә йәшәгән Рәсәй федерализмының “атаһы”, халҡыбыҙҙың бөйөк шәхесе Әхмәтзәки Вәлиди тураһында уртаҡлашыр уй-фекерем.
Ил башлығы Владимир Путин 2019 йылда Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейын байрам итеү хаҡында Указға ҡул ҡуйғас, республикабыҙ халҡы сикһеҙ ҡыуаныс кисерҙе. Үҙ сиратында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов тейешле Указды имзалағас, министрлыҡ, ведомство, ҡала һәм район хакимиәттәре саралар планы ҡабул итте. Республикабыҙҙың күркәм юбилейына әҙерлек һәр ҡайҙа дәррәү башланды: “100 йыллыҡҡа – 100 объект”, “100 йыллыҡҡа – 100 шәхес” кеүек проекттар йәмәғәтселектә киң хуплау тапты. Башҡорт автономиялы республикаһы тыуған көндөң мәртәбәле Мәскәү ҡунаҡтары ҡатнашлығында юғары кимәлдә билдәләнеренә иманым камил, әммә...
Күктән ергә төшәйек әле, туғандар. Ошо оло юбилейҙың башында кем торған, йәғни Башҡортостан йөмһүриәтенә кем нигеҙ һалған һуң? Ниңә төп герой – милли азатлыҡ хәрәкәте етәксеһе, бөтөн донъяға танылған мәшһүр ғалим-төркиәтсе Әхмәтзәки Вәлиди күләгәлә ҡала?! Телгә алынған проект-пландарҙа уға ҡағылышлы ниндәйерәк пункттар бар икән?
Әхмәтзәки Вәлиди генә түгел, Шәриф Манатов, Мөхәмәтхан Ҡулаев, Муллаян Халиҡов, Сәғит Мерәҫов, Аллабирҙе Йәғәфәров, Гәрәй Ҡарамышев, Әбдрәшит Бикбаув, Шәйехзада Бабичтар – Рәсәй биләмәһендә иң беренсе булып Башҡорт автономиялы республикаһын барлыҡҡа килтереүгә ҙур көс һалған һоҡланғыс инсандар. Дәүләтселегебеҙҙе булдырыу хаҡына йәнен дә, тәнен дә аямаған ил ҡаһармандарының иҫтәлеген мәңгеләштереү тураһында нисәмә йыл һүҙ алып барылһа ла, был йәһәттән эш тейешенсә бармай. Бары тик Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтындағы күренекле башҡорт шәхестәренә ҡуйылған бюстар аллеяһы ғына күңелде бер ни тиклем тынысландырғандай. Ә баш ҡалабыҙҙа халҡыбыҙҙың аҫыл ир-уҙамандарына ҡасан ҡалҡыр дан һәйкәлдәр?
Хәйер, Республика йорто эргәһендәге скверҙа Башҡортостандың күренекле шәхестәренә арнап һәйкәлдәр аллеяһы эшләү проекты Өфө ҡала хакимиәтендә байтаҡтан бирле “мүкләнеп” ята. Сәбәбе һәр кемгә аңлашылалыр: финанс мәсьәләһе бәкәлгә һуға. Нәҡ ошо мөһим эш “100 йыллыҡҡа – 100 объект” проектында сағылыш тапҡан булһа, минеңсә, ул бер-ике йыл эсендә атҡарылып та ҡуйыр ине. Ҡыҙғаныс, был юлы ла сәбәбе табылғандыр инде...
Хәйер, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты был тәңгәлдә үҙ тауышын ишеттерә алыр ине. Әгәр Ҡоролтай, махсус иҫәп асып, ошо изге эште ойоштороуҙы үҙ иңенә алһа, һис шикһеҙ, тейешле аҡса табыласаҡ. Ил төкөрһә, күл була, тиҙәр: кемдер 500 һум, кемдер бер – ун мең һум аҡсаһын ошо иҫәпкә һис икеләнмәй, ихлас күңелдән күсерер ине.
Күмәк физик һәм матди көс менән заманында Ырымбурҙағы Каруанһарайҙы төҙөүгә өлгәшкән ата-бабаларыбыҙҙан беҙ кәмме ни?! Башҡорт йәмәғәтселеге үҙе ошо эшкә берҙәм тотонмаһа, яҡын йылдарҙа Өфөлә Башҡортостан мөхтәриәтенә нигеҙ һалыусыларға һәйкәлдәр барлыҡҡа килеүе икеле. Ҡыҫҡаһы, башҡорт халҡының бөйөк улы Әхмәтзәки Вәлиди Туғанды һәм башҡа шәхестәребеҙҙе һынландырған һәйкәл-бюстар аллеяһын, йәғни мемориаль комплексты 2019 йылға тиклем үҙ мәркәзебеҙҙә булдырыу – етәкселәрҙең дә, башҡорт халҡының да намыҫ эше.
Күңелде өйкәгән икенсе мәсьәлә – Әхмәтзәки Вәлидиҙең музейы хаҡында. Һүҙ ҙә юҡ, Салауат Юлаев, Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев, Мифтахетдин Аҡмулла, Мәжит Ғафури, Зәйнәб Биишева музейҙары бай экспонаттары менән генә түгел, зауыҡлығы менән дә айырылып тора.
Әммә күп музейҙар бөгөн ныҡлы ремонт талап итә. Ишембай районының Көҙән ауылында урынлашҡан Әхмәтзәки Вәлиди музейы ла күптән инде иғтибарға мохтаж. Ә шулай ҙа уның ишектәре бер ҡасан да ябыҡ тормай. Беҙ, бер төркөм һабаҡ­таштар, яңыраҡ Ырымбурҙа үткән I Бөтә башҡорт ҡоролтайында Башҡорт автономиялы республикаһын булдырыу тураһында тәүге ҡарар ҡабул ителеүгә 100 йыл тулған көндәрҙең береһендә ошо оло сәйәси эште атҡарыуҙы үҙ иңенә алған, ул саҡта 27 йәштә генә булған Әхмәтзәки Вәлидовтың тыуған ауылына барып ҡайтырға булдыҡ. Иң тәүҙә Көҙәндең үҙәк майҙанында урынлашҡан бюсына ялан сәскәләре һалдыҡ һәм, башҡорт халҡы хаҡына ҡылған оло изге эштәре өсөн рәхмәттәр уҡып, уның рухы алдында баш эйҙек.
Музей директоры Илдус Шәйәхмәтов беҙҙе ихлас ҡаршы алды. Иң тәүҙә верандала урын алған Экология йылына ҡағылышлы стендтар иғтибарыбыҙҙы йәлеп итте. Данлы Торатау, мәғрур Кәлимосҡан ҡаяһы һәм уның аҫҡы өлөшөндә урынлашҡан Салауат мәмерйәһе, йәмле Һәләүек йылғаһы – барыһы ла бында юҡҡа ғына урын алмаған: нәҡ ошо бай тарихлы аҫаба еребеҙҙе, гүзәл тәбиғәт ҡомартҡыларын – башҡорт халҡының төп байлығын – бар матурлығында киләсәк быуынға мираҫ итеп ҡалдырыу өсөн көрәшкән дә инде Әхмәтзәки Әхмәтша улы.
Артабан беҙҙе төп бүлмәнең ҡап уртаһындағы боронғо эш өҫтәле артында ултырған халҡыбыҙҙың бөйөк улы Әхмәтзәки Вәлиди үҙе (дөрөҫөрәге, балауыҙҙан эшләнгән һыны) ҡаршы алды. Бында, нигеҙҙә, олуғ шәхесебеҙҙең тормош юлын, ижтимағи-сәйәси һәм фәнни эшмәкәрлеген кәүҙәләндергән экспонаттар урын алған. Уларҙың күбеһе тураһында Илдус Шәйәхмәтов тәфсирләп һөйләне, юлдаштарымдың һәр һорауын диҡҡәт менән тыңлап, барыһына ла төплө яуап бирҙе. Кисәге хәрби хеҙмәткәр байтаҡ йылдар мәктәптә тарих уҡытыусыһы булып эшләгән, яңы вазифаһын яратып башҡарыуы күҙгә ташланып тора.
– Был музей рәсми рәүештә 1994 йылдың 4 ноябрендә асылды, – тине Илдус Әүхәҙи улы. – Тәүге директор Кәрим Шәйәхмәтов музейҙы йыһазлау һәм экспонаттар менән тәьмин итеү өсөн бик ҙур эш башҡарҙы. Ул хаҡлы ялға туҡтағас, был яуаплы вазифаны 2011 йылда миңә йөкмәтеп ҡуйҙылар.
Музейҙа хәҙерге көндә ике меңдән ашыу экспонат иҫәпләнә. Әхмәтзәки Вәлидиҙең ҡыҙы Иҫәнбикә ханым һәм улы Сүбәдәй әфәнде атайҙарынан мираҫ булып ҡалған байтаҡ ҡомартҡы бүләк итә (атаҡлы ғалим, сәйәсмәндең телмәре һәм йыры яҙылған аудиояҙма, профессор мантияһы, танытмалары, фотоһүрәттәре, ғилми китаптары, ҡулъяҙмалары, фотоаппараты, Башҡортостан мөхтәриәте картаһы һәм башҡалар).
Икенсе бүлмәләге экспонаттар Вәлидовтар ғаиләһенең көнкүрешен кәүҙәләндергән йыһаздарҙан тора. Бында Әхмәтша хәҙрәт 1909 йылда хаждан алып ҡайтҡан намаҙлыҡ иң ҡиммәтле әйберҙәрҙең береһе һанала.
Сәғәттән ашыу танышып йөрөнөк музейҙың бай экспонаттары менән, ни тиһәң дә уларҙың һәр береһе артында оло тарих ята бит. Иң мөһиме – бында, бөйөк шәхесебеҙҙең кендек ҡаны тамған ерҙә, уның рухы һаҡлана.
Сәфәрҙән бай тәьҫораттар менән йөрөп ҡайттыҡ, әммә күңелдә бер көйөк ҡалғандай булды. Сәбәбе шунда: музей “әхлаҡи һәм физик йәһәттән” бик ҡартайған, уның исеме есеменә һис тә тап килмәй.
Заман талаптарына яуап биргән ыҡсым ғына музей бинаһын ни өсөн Көҙән ауылының ҡап уртаһында, әйтәйек, шәхесебеҙҙең бюсы торған майҙан тирәһендәрәк төҙөмәҫкә? Ә бит бында республикабыҙҙан ғына түгел, Рәсәйҙән, хатта сит илдәрҙән дә бик күп ҡунаҡтар килеп тора. Олуғ шәхестең үҙенә торошло зауыҡ менән эшләнгән, заманса йыһазландырылған, әллә ҡайҙан балҡып торған күркәм музей нәҡ ошо ерҙә ҡалҡып сыҡһа, бер кем алдында ла йөҙөбөҙ ҡыҙармаҫ ине.
Бөгөнгө музей, Илдус Шәйәхмәтов әйтеүенсә, борон Вәлидовтар өйө булған ерҙә урынлашҡан. Уны ситтән килгән кешеләр (беҙҙең кеүек) анһат ҡына табыр тимә, сөнки музей бинаһын урыҫ ҡапҡаһы, бейек ҡойма һәм күккә олғашҡан шыршылар ҡаплаған. Өҫтәүенә ул ауыл урамдарының береһендә ябай йорттар рәтендә тора. Иң ҡыҙғанысы шунда: тыш яҡтан ҡарағанда, бында музей урынлашҡан тип бер кем уйламаҫ. Был бина киләсәктә Вәлидовтар ғаиләһенең йорт-көнкүрешен сағылдырған этнографик музей реүешендә хеҙмәт итһә отошлораҡ булмаҫмы икән? Юғиһә әҙәм күҙенән йәшерелгән кеүек килеп сыға бөгөнгө музейҙың хәл-торошо.
– Һеҙ дөрөҫ әйтәһегеҙ, – тине Илдус Әүхәҙи улы күмәкләшеп Вәлидовтар ҡойоһоноң тәмле һыуын ауыҙ иткәндә. – Ысынлап та, музейҙы яңыртырға кәрәк. Тик әле юғары даирәләрҙә һөйләшеү уға төкәтмә төҙөтөү юҫығындараҡ бара. Бының өсөн проект әҙерләү, ҡаҙнанан аҡса бүлеү кеүек эштәрҙе атҡарып сығырға кәрәк.
Ошо уҡ фекерҙе беҙгә Башҡортостан Республикаһы Милли музейының бүлек мөдире Гөлфиҙә Туҡтарова ла ҡабатланы:
– Көҙәндәге Әхмәтзәки Вәлиди музейы Милли музейҙың филиалы булып тора, шуға күрә уның торошон беҙ генә түгел, Мәҙәниәт министрлығы ла яҡшы белә. Бөгөн унда төкәтмә төҙөү тураһында һөйләшеүҙәр алып барыла.
“Төкәтмә...” Юҡ, был хәстәрлек кенә бө­йөк шәхесебеҙҙең рухын шатландыр­маясаҡ. “Милләтебеҙ хоҡуҡтарын һәм хөрриәтен һаҡлау юлында хәлемдән килгән ҡәҙәр көрәштем” тигән Әхмәтзәки Вәлиди Туған үҙ “Хәтирәләр”ендә. Оло эштәр башҡарып та, үҙ халҡының хөр тормошо хаҡына тырышлығын баҫалҡы ғына баһалаған, республикабыҙҙың нигеҙ ташын һалған бөйөк шәхесебеҙҙе һуңлабыраҡ булһа ла ҙурлап-баһалап, 2019 йылда, Башҡортостандың төҙөлөүенә 100 йыл тулыуҙы киң билдәләгән ваҡытта, заманса музей төҙөп ултыртып, ә баш ҡалабыҙҙа һәйкәл ҡуйып, бар донъяны хайран итһәк ине. Ҡулдан килмәҫлек эштәр түгел былар – бары тик теләк һәм тейешле ҡарар кәрәк.


Белешмә
Көҙәнгә XVIII быуаттың тәүге яртыһында Юрматы улысының Илсекәй-Тимер түбәһе башҡорттары нигеҙ һалған. Ауылдың төп өлөшөн Суҡлыҡай һәм Үрғут исемле ике башҡорт ырыуы тәшкил иткән.


Вернуться назад