Башҡалар ҙа тыңлаһын...18.08.2017
Башҡалар ҙа тыңлаһын...Ике ғаилә бергәләп М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры ҡуйған “Йүгер, Харис, йүгер!” тигән комедияны Нефтекамаға барып ҡарап ҡайттыҡ. Һәм үкенмәнек. Берҙән, интернеттағы рекламалары үҙенә тартып торһа, икенсенән, күңел ҡәнәғәтлек тойғоһо кисерҙе.
Үҙем дә, ирем дә йәш сағыбыҙҙа халыҡ театрына йөрөй инек. Шунда таныштыҡ, шунда өйләнештек, тиһәң дә була. Маҡтанып һөйләрлек бер һөйөнөсөм бар: утыҙ йыл бергә йәшәү дәүерендә ирем бик ауыр саҡтарҙа ла ауыр һүҙ әйтмәне. Өрмәгән ергә ултыртманы тиһәм дә, ялған булмаҫ. Шуның өсөндөр, иртәме-кисме, ресторандарҙа ла күренмәй торған тәмле ризыҡтар табынды йәмләй. Шуныһын да әйтеү фарыз: балалар үҫкән сағында ла, ирем табын түренә ултырып ҡашыҡ тотмайынса, ризыҡҡа алдан үрелеү булманы.
Беҙ ҡараған комедия рекламаларына ҡарағанда ла күп тапҡыр ҡыҙыҡлыраҡ булып сыҡты. Ғабдулла Туҡайҙың “Халыҡҡа дәрес, ғибрәттер театр, күңелдә йоҡлаған дәртте уятыр” тигән һүҙҙәрен уҡыусы балалар ҙа, ата-әсәләр ҙә белә. Ҡыҙыҡлы күренештәр рәхәтләнеп көлдөрөп, башты, күңелде ял иттерһә, авторҙың да, театр коллективының да ирҙәрҙең ҡолағына өгөт-нәсихәт киртеп ҡуйыуы ярылып ята бында. Ул да булһа, ҡатыныңды ташлап, яттарға күҙ һалма, тигән фекерҙе сәхнәлә, комедияның үҙәгендә ятҡан орлоҡҡа һала белеү Хоҙай тарафынан, тыумыштан биреләлер, күрәһең. Филолог булараҡ, бер комедияла бихисап күп мәҡәлгә тәңгәл килә торған хәлдәрҙе беренсе тапҡыр күреүем. “Инереңдән алда сығырыңды уйла”, “Ни сәсһәң, шуны урырһың”, “Һаҡал ағармай, аҡыл инмәй”, “Сәбәпһеҙ япраҡ та һелкенмәй”, “Терһәкте тешләп булмай”, “Тураһын әйткән – туғанына ярамаған”, “Күршенең тауығы ла күркәләй күренә”, “Ҡырын эш ҡырҡ йылдан һуң да беленә”, “Кешегә баҙ ҡаҙыма – үҙең төшөрһөң”, “Таяҡ ике башлы була” һ.б. Ана шул мәҡәлдәрҙе онотоп, елбәҙәклек юлына баҫҡан Харис үҙе көлкөгә ҡала. Әгәр шулай булмаһа, әҫәрҙең китек ере бар, тип әйтергә булыр ине. Шуға был спектаклде көлөп кенә түгел, күңел һәм аҡыл менән ҡарап кинәндек.
– Ир кешенең мәсеткә йөрөй торғаны ла, ҡыҙҙар артынан ҡарап, һеләгәйен ағыҙып ҡала бит ул, – тине әхирәтем Рәхилә театрҙан ҡайтып барғанда.
– Шөкөр, әлегә мин унда йөрөмәйем, – тип көлөп яуап бирҙе тормош иптәше.
– Ә һин аҙыраҡ көл, алдыңа ҡарап барырға онотма, – тим рулдәге йәмәғәтемә.
– Улай күп өйрәтһәң, рулде ташлап “йүгерә” лә башлармын әле, – тип яуап бирә теге мут.
Ни хәл итәһең, шул ыңғайҙан ҡатын-ҡыҙҙарға ҡарата яҡлау һүҙе яҙырға мәжбүрмен. Спектаклдәге берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ Фаинаны ғына түгел, барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙы яҡлап. “Ирем һиңә әйтәм, башҡалар ҙа тыңлаһын” тип ҡысҡыра кеүек әлеге комедияла Фаина. Ана шуны ишеттереүҙә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры теләгенә өлгәшкән. Алмас Әмировты күптән инде талантлы артист итеп белә инек. Баҡһаң, режиссер оҫталығы ла шулай һоҡланып ҡарай торған спектаклдәр ижад итеү дәрәжәһендә икән. Ҙур рәхмәт уға был ижади эше өсөн.


Вернуться назад