Ҡарт Уралдың һүнмәҫ хәтирәһе бар18.08.2017
Яман ғәҙәт

Беҙҙә шундай бер ғәҙәт бар:
Ҡабатлайбыҙ ыратаһыҙ.
“Үҙ өйөңдән сүп сығарма!” —
Тип әйтергә яратабыҙ.

Һөҙөмтәлә сүп өйөлә,
Йортҡа һыймай – күмеләбеҙ.
Сүп сығармай, шул көйөнә
Саңға бата күңелебеҙ.

Яманлыҡты һәр саҡта ла
Күңелебеҙҙән ҡырып торһаҡ,
Ҡуйын ташы ул ваҡытта
Йырағыраҡ быраҡтырһаң.

Шылал зары

Зифа буйлы аҡ ҡайындар,
Тәлгәштәрен һалындырып,
Башын эйеп тын ҡалғандар,
Йәшел төҫлө ут яндырып.
Ниндәй ҡайғы төштө һеҙгә,
Тип өндәштем яҡташтарға,
Кемдәр, шулай ирекһеҙләп,
Дусар итте һағыштарға?
Шылал буйы гүзәллектең
Ожмах йорто ине гелән,
Гөл-сәскәле сиҙәмлектәр
Бала саҡтан мине белә.
Үкһеп кенә илай Шылал –
Күкрәгендә тәрән йырын,
Тау-урмандар тыныр шулай
Һуҙа торғас матәм йырын
Тәбиғәткә мәрхәмәтлек,
Беҙҙең яҡта юҡтыр ҡәҙер,
Ҡәбәхәтлек һәм афәтлек,
Ҡаҙып ҡуйыу шундай ҡәбер.
Башҡа сүп-сар ҡалдырмағыҙ,
Тыңлағыҙсы Шылал зарын
Күммәйенсә ҡалдырмағыҙ
Тауҙың сүлле соҡорҙарын.

“Йүрүҙән”ем – гәзитем!

Илһам атын егеп, толпарымдың
Аҡ ҡанатлы елбер әләмен
Яҡшы хәбәр. Яҡын дуҫтарымдың
Хаттар аша килтер сәләмен.
Туған телем!
Һинең менән тойҙом ижад ебен,
Ҡәләм ҡойҙо хәреф эҙҙәрен,
Тик дуҫтарым аңлар телем төбөн,
Гәрсә уҡып башҡорт һүҙҙәрен.
Әй, “Йүрүҙән”!
Һигеҙ йылда тигеҙ йылға булып,
Кесе шишмәләрҙән урғылдың,
Әсәм теле ынйыларға тулып
Халҡыма һин бүләк ҙур булдың.
Толпар елә, тимәк, хәбәр килә,
Ҡанатлана тағы күңелдәр.
Һигеҙ йәшлек биш төрләнмәҫ тимә
Ижад эше түгел еңелдән.

Батыр Салауат

Ҡарт Уралдың һүнмәҫ хәтирәһен –
Тарихҡайын һөйләй сал быуат,
Йөҙ йыллыҡтар аша көс бирәһең,
Башҡорт улы, батыр Салауат.
Урал һырты – сыңлап торған ҡорос,
Һындырмаҫлыҡ рухтың ятағы,
Азатлыҡҡа шунда ҡойҙоң ҡылыс,
Шунда хасил уҡтар башағы.
Әйткән һүҙең – атҡан уҡ тауҙары
Ирек өсөн яуға әйҙәне.
Походтарҙың данлы шаңдауҙары
Үҙ илеңә ҡайтты әйләнеп.
Ағиҙелдең текә яр буйында
Дошмандарын ҡырғас ярғылап,
Һәйкәл булып ҡалҡты аҡ суйында
Килеп баҫҡан ярһыу арғымаҡ.
Ҡарт Уралдың һүнмәҫ хәтирәһен –
Тарихҡайын һөйләй сал быуат,
Йөҙ йыллыҡтар аша көс бирәһең,
Башҡорт улы батыр Салауат.

Салауат районы.


Вернуться назад