“Һүҙ – аяуһыҙ, һүҙ хөкөмдән өҫтөн”16.08.2017
Йылғаларым, тауҙар, урмандарым
Аҫабалы илдә генә, илдә!
Иркенлектәр, аҫыл бейеклектәр
Туған телдә генә, туған телдә!
Ғәбиҙулла.
***
Үҙ телемдә, үҙ өйөмдә,
Илемдә булһа тәхет,
Үҙ телемдә һөйләшеүем,
Белем алыуым – бәхет.
Рауил Ниғмәтуллин.
Туған телем ниндәй саф,
Ниндәй матур яңғырай.
Туған телем татлы моңға
Һәм шиғриәткә бик бай.
Динә Талхина.
***
Атабыҙҙан ҡалған телебеҙҙе
Әле онотмаған илебеҙ.
Күп аҙаштыҡ тапмай юлыбыҙҙы,
Юл күрһәтә беҙгә телебеҙ.
Хәбибулла Ғәбитов.
***
Йөк күтәреп, һин атлаһаң,
Ерҙә батып эҙең ҡалыр.
Ынйыларын һайлап теҙһәң,
Онотолмаҫлыҡ һүҙең ҡалыр!
Сәйфи ҠУДАШ.
***
Исемдәре хатта юғалһа ла,
Шағирҙан һүҙ ҡала, ҡала һүҙ.
Шиғри һүҙҙә илдең тел асҡысы.
Шиғри һүҙҙәр ерҙә үлемһеҙ.
Рәшит ШӘКҮР.
***
Әйтмәгән һүҙ ул –
Ярылмай ҡалған бомба.
Рәйес ТҮЛӘК.
***
Һүҙҙәр ҙә бит хас кешеләр кеүек:
Берәүҙәре тора ҡысҡырып,
Икенсеһе – артыҡ баҫалҡы ла,
Өсөнсөһө – хатта ҡурҡыныс...
Тик барыбер һүҙҙәр донъяһында
Кеше хужа, кеше аҡылы,
Һүҙ бит – үҙе кеше асылы һәм
Кеше бөйөклөгө, ялҡыны.
Әнүр ВАХИТОВ.
***
О һүҙ! Хатта бер генә һүҙ
Кешеләрҙе кеше иткән.
Бер генә һүҙ! Хатта бер һүҙ
Кешеләрҙе гүргә кереткән.
Назар НӘЖМИ.
***
Әҙәмдең башын бутағаны – тел,
Тел бит һөйәкһеҙ – һөйләй, арымай.
Айһылыу ҒАРИФУЛЛИНА.
***
Һәр бер һүҙең үҙ эсендә
Йәшен көсөн һаҡлаһын,
Һөргәк тутты,
Йәмһеҙ утты
Ергә ҡуша ҡаплаһын...
Рәшит НАЗАРОВ.
***
Ҡыйыш уҡ, атҡан менән, туры китмәҫ,
Күңелдән яман һүҙҙең ҡуры китмәҫ.
АҠМУЛЛА.
***
Һүҙ – хис-аҡыл;
Ул – мөхәббәт,
Һүҙ – илһам ул.
Ул – мәрхәмәт.
Һүҙ – илаһи.
Һүҙ – мөһабәт.
Таңһылыу ҠАРАМЫШ.
***
Һүҙ – аяуһыҙ, һүҙ – хөкөмдән өҫтөн.
Хәсән НАЗАР.
Рубриканы Факил МЫРҘАҠАЕВ алып бара.