Илең менән бергә йәшәйһең12.04.2012
Февраль айы ҡыштың үҙәгендә.
Ап-аҡ ҡарҙың керһеҙ мәлендә,
Тыуған көнөң һинең ҙур байрамың
Мәңге йәшәй халыҡ күңелендә.
Һис онотмай һине тыуған яғың,
Йәйрәп ятҡан йәмле Арҡауыл,
Күпме генә быуаттар үтһә лә,
Һинең төйәк булып ҡалыр ул.
Йүрүҙәнкәй аға борғаланып,
Тулҡындарын ҡағып ярҙарға.
Әсә теле тигән һүҙҙәреңә
Ҡушҡан һымаҡ тарих яҙырға.
Ҡаратау ҙа аҡ түбәтәй кейеп,
Шаңдау аша бирә сәләмен.
Ауырлыҡҡа бирешмә, ти, яҡташ,
Бөгөлмәһен һис тә ҡәләмең.
Арҡауылым минең — тыуған ерем.
Күңелемдә һәр саҡ һин генә.
Тәүге шиғырҙарым һиндә тыуҙы,
Булмышым да һиңә тиң генә.
Ысын күңелемдән ҡотлайым мин
Тыуған көнөң менән үҙеңде,
Шырлыҡтарҙы йырып алға сыҡтың,
Булған өсөн сыҙам, түҙемле.
Башҡортостанымдың ерен данлап,
Ныҡлы итеп баҫып йөрөнөң,
Көслө рухлы халыҡ шағиры тип,
Әйтә алабыҙ һиңә беҙ бөгөн.

Ғаян ҒАРИПОВ.


Вернуться назад