Гөлдәриә Йосопова. Тележурналист. Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре. Федоровка районының Бала Сытырман ауылында тыуып үҫкән. Мәскәү дәүләт университетының журналистика факультетын тамамлаған. 1990 йылдан Башҡортостан радиоһында, 1995 йылдан телевидение студияһында эшләй. Тәүге шиғырҙары “Башҡортостан пионеры” һәм “Совет Башҡортостаны” гәзиттәрендә баҫылды. БДУ-ның “Шоңҡар” әҙәби ижад түңәрәгендә шөғөлләнгән. Тыуған еренә, ғаиләһенә һәм туғандарына һөйөү әле лә уның күңелендә шиғри хистәр уята.
АЛТЫН МИҢӘ ҺИН, ЙӘНЕМЙәш саҡтағы бер алтын көҙ
Иҫемдән сыҡмай hаман.
Беҙ уҙғайныҡ шул саҡ икәү
Етәкләшеп урамдан.
Эй hоҡландыҡ шунда икәү
Алтын көҙ сафлығына.
Шул саҡтарҙан күңелемдә
Көҙҙәр гел алтын ғына.
Алтын ғына уҙған йылдар.
Алтын ғына еткәне.
Алтын көҙҙә ҡабатлайым –
Алтын миңә hин, йәнем!
БӘПЕМБӘЛӘРҠояш һары бәпембәнән
Ергә түшәлгән келәм!
Йәм-йәшел хәтфә үләндең
Тәүге биҙәге микән!
Бәпембәләр, бәпембәләр
Ҡамаштыра күҙҙәрҙе!
Ҡайҙарҙан табырға икән
Һиңә әйтер һүҙҙәрҙе?
Бәпембәләр кеүек һөйөү,
Балҡый ҙа, ҡай саҡ һүнә.
Йәйге сарсау – селләләрҙә
Һағыныуға түҙ генә!
Көҙҙәр, ҡыштар үтер тағы,
Бәпембә төшкә инер...
Ҡояштай йылмайып тағы
Һөйөү яҙҙарым килер!
ӘБЕЙҘӘР СЫУАҒЫТәңкә-тәңкә һары япраҡтарҙан
Ергә алтын балаҫ түшәлде...
Алтын көҙмө әллә тоташтырған
Киләсәк көн менән үткәнде...
Йәй ғүмере ҡыҫҡа – бик тиҙ үтә,
Иркәләй ҙә алһыу таңында.
Хуш еҫ бөрккән аҫыл гөл-сәскәһен
Көҙгә һона һала тағын да!
...Тик көҙ генә берсә йәйгә баға,
Берсә ыжғыр ҡышты самалай!
Китер ҡоштар менән талпынып
Яҙһылыуҙың юлын тамғалай.
Була шулай алтын көҙҙөң генә
Хисләндерер моңло бер сағы –
Өмөт сатҡыларын һүндермәй һис
Әбейҙәрҙең нурлы сыуағы!
ҺАБАНТУЙҒА ҠАЙТЫРМЫНБер ҡайтырмын һабантуйға –
Йәшлегем байрамына.
Йәшел үлән, уйын-көлкө,
Туғандар араhына.
Гөрләп торор йәмле туғай.
Туғайҙы кемдәр урай.
Беҙ булмағас, унда хәҙер
Моңая яңғыҙ ҡурай...
Борғаланып Ашҡаҙарҡай
Әллә беҙҙе юҡhына.
Һaбантуйлы матур йәйҙәр
Саҡ ҡына ла Суҡ ҡына.
Сағы уның – сабый сағым.
Суғы – тормош даръяһы.
Һабантуйлы туғайҙарҙы
Нисек эҙләп табаhы.
Һaбантуйға бер ҡайтырмын,
Мотлаҡ ҡайтырмын әле!
Ҡайтырмын да туғайымдан
Йырлап үтермен әле!
ЙӘЙКүк сәскә күкте ҡаплаған
Иҙерәтеп күңелде!
Шатланышып болон-ҡырҙар
Гөл-биҙәккә күмелде!
Бишегендә бәүелә йәй
Бишкә төрләнмәҫ элек!
Сабый донъяларға баҡҡан
Күктәрҙән ҡояш көлөп!
Күк сәскәнең күҙҙе ҡамап
Күккә олғашҡан мәле!
Аҡ ромашка сабыр ғына
Ерҙә көтәлер йәрен...
ЗӨҺРӘ – ЮПИТЕР*Ҡасан яралғандыр был ғаләм?
Зөһрә йондоҙ ҡасан тыуғандыр?
Ҡасан ғашиҡ итеп Күк аллаһын,
Йыһан киңлектәрен уҙғандыр?
Насип булған Зөһрә йондоҙға тик
Таңда ғына Ерҙе яҡтыртыу.
Юпитерҙың ҡайнар хистәрен
Ғаләмдәрҙән ашып ярһытыу.
Саҡ менән Суҡ кеүек тик үҙҙәре
Була алмай бергә, бер бөтөн!
Байҡай яңғыҙ йыһан киңлеген
Һылыу Зөһрә, ҡыйыу Юпитер...
Ахыры, Тәңре үҙе был икәүҙе
Тоғролоҡҡа һынай йыһанда.
Мәңгелектең бер миҙгеле генә
Елеп үткән йыл һәм быуатта!
Ярты быуат ғүмер, ярһытып
Ҡауыштырыр серле төн етһә,
Сағыуыраҡ балҡыр тағы күктә
Мөхәббәтен көткән алиһә!
_________________
*Венера һәм Юпитер планеталары 50 йылға бер тапҡыр ғына төнгө күктә бер-береһенә яҡынайып, һирәк астрологик күренеш булдыра.
Боронғо грек һәм рим мифологияһы буйынса Венера менән Юпитер – ирле-ҡатынлы.
БӘХЕТ МИҢӘ
ҺИНЕ ЯРАТЫУ...Бына тағы поезд ҡуҙғала.
Арабыҙға оҙон юл һала.
Иң ауыры – көтөп оҙатыу,
Бәхет миңә һине яратыу!
Мин ҡалам был яҡта яңғыҙым
Көтөр өсөн һине һағынып.
Беләмен, ҡайтырһың тағы ла
Мөхәббәт иленә талпынып.
Шаһит вокзал беҙҙең һөйөүгә,
Күпме юлдар бергә үтеүгә.
Ҡауышыуҙар ғына теләп ҡал,
Серҙәшем минең – иҫке вокзал!
Тормош ниңә шулай ҡоролған
Хушлашыуҙар-осрашыуҙарҙан!
Бергә булһын һәр саҡ һөйгәндәр,
Бер-бер(е) өсөн йәнен биргәндәр.
Яуа ла ямғыр. Яуа. Яуа!
Күҙ йәштәремде йыуа.
Һөйгән йәрем, юҡһың янымда,
Көтәм һине кис һәм таңын да.
ҒОРУРЛЫҠБашҡорт атлы халҡым бар,
Йырлы-моңло телем бар,
Ата-бабалар мираҫы –
Ерҙәрем бар, һыуым бар,
Башҡортостан – илем бар!
Телем, ерем, халҡым өсөн
Шатлығым бар, уйым бар.
Туған телен йыр итәһе,
Башҡорт илен гөл итәһе
Ике аҫыл улым бар!