Ҡаратау итәгендә12.04.2012
Мин йәшәрмен
йәшен йәшнәгәндә,
Күк күк(е)рәй
минең йөрәктә.
Рәми ҒАРИПОВ.
Ҡаратауҙың итәгендә,
Һандуғаслы аҡланда
Тәбиғәттең хозур мәле
Һыҙылып таңдар атҡанда.
Онотмам мин айлы кисте,
Төнгө усаҡ яҡтыһын.
Ник ул көндәр, сихри төндәр
Ҡайтмаҫ булып аҡты һуң?
Ҡасан ғына, Рәми дуҫым,
Ҡаратауҙа йәйләнең,
Беҙ ҙә килһәк, күңелең шат,
Йырлы ине йәйләүең.
Кемдер ихлас ҡурай тарта,
Урман моңға күмелә.
Әйтерһең дә, беҙҙең хистәр
Йөрәктәрҙән түгелә.
Тик Ҡаратау ожмах түгел,
Күрҙек ҡырыҫ саҡтарын.
Тау ҡашында күк күкрәтеп,
Йәшендәре сатнауын.
Шундай саҡта, Рәми дуҫым,
Ниҙәр икән уйланың?!
Һинең дә бит баш осоңда
Беләм йәшен уйнауын.
Әсе йәбер татының һин
Түрәләр ҡотҡоһонан.
Йөрәгеңдә нәфрәтең дә
Йәшендәр уты һымаҡ.
Пәйғәмбәр кеүек шағирҙар
Мәңге йәшнәп йәшәйҙәр.
Шөһрәтеңдең нуры булып
Балҡыһындар йәшендәр.
Балҡыһындар күк күкрәтеп,
Йөрәгеңдә ялтлаһын.
Һин, Рәми, оран булып
Халҡың менән атларһың.
Зөфәр САБИРЙӘНОВ.