Илһамлы ижад12.04.2012
Илһамлы ижадУны бала сағынан “артист Венер” тип йөрөтәләр. Әбйәлил районының Туйыш ауылы егете мәктәптә генә түгел, хатта ауыл клубында ҡуйылған спектаклдәрҙә төп ролдәрҙе килештереп уйнай. Сәхнәгә мөхәббәте бәләкәйҙән — Байым ауылындағы “Шатлыҡ” бейеү ансамбленә йөрөгән саҡта тыуа. Шуғалыр ҙа, мәктәпте тамамлағас, уның алдына ҡайҙа уҡырға барырға тигән һорау тормай: Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетына килә.
Тап ул уҡыған йылдарҙа Өфө сәнғәт институтында Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт драма театры өсөн махсус труппа йыялар, егеттең шатлығының иге-сиге булмай.
Венер Сөнәғәтовтың тәүге роле — Рәлиф Кинйәбаевтың “Их, Байтимер дуҫ” әҫәрендәге Ғариф образы. Талантлы режиссер Дамир Ғәлимов, йәш ижадсыға ышаныс йөҙөнән, был ролде биреп һис тә яңылышмай. Артист тәүге тапҡыр сәхнәгә сығыуынан уҡ тамашасыһының күңелен яулай. Ә был — төп талаптарҙың береһе, сөнки халыҡсан театрҙың үҙенең талапсан тамашасыһы бар, улар сәхнәлә телде белмәгән, яһалма уйнаған артистарҙы ҡабул итмәй.
Тәүге һынауҙы уңышлы үткән Венер Рәшит улының артабанғы ролдәрен һанап сығыу өсөн генә әллә күпме ваҡыт кәрәк. Ғ. Шафиҡовтың “Мөхәббәттән ҡөҙрәтлерәк” әҫәрендә — Мораҙым, Т. Миңнуллиндың “Мираҫ”ында — Хафиз, Б. Бикбайҙың “Ҡарлуғас”ында — писарь Туҡтамышев, Ә. Атнабаевтың “Әсә Илһамлы ижадхөкөмө”ндә — Хаммат, Т. Ғарипованың “Бәхеткә ҡасҡандар”ында — йәш Баязит, С. Әбүзәрҙең “Хыялый”ында Сәлим образдарын юғары кимәлдә ижад итә. Уларҙың тормоштары менән сәхнәлә бергә йәшәй, һөйә, яна һәм көйә. Үҙе тыуҙырған геройҙары аша тамашасы йөрәгенә матурлыҡ, батырлыҡ, изгелек, мәрхәмәтлелек, һөйөү орлоҡтары сәсә, яуызлыҡҡа һәм хыянатҡа нәфрәт тойғолары уятыуға булышлыҡ итә. Венер Сөнәғәтов ун биш йылдан ашыу Сибай сәхнәһендә ижад итә, төрлө характерҙағы сағыу образдары күп.
Һәр актерҙың үҙенең яратҡан һәм уйнарға теләгән ролдәре булалыр, тигән уйҙан Венер Рәшит улынан ошо хаҡта һорашмай булдыра алманым. Минең һорауыма артист, етдиләнә төшөп: “Бөтә ролдәремде лә күңел биреп, ихлас уйнайым. Минең өсөн уларҙың ҙуры, бәләкәйе юҡ. Һәр образды тыуҙырыу өсөн күп көс һалына, һәр береһе йөрәк аша үтә. Режиссер ниндәй роль бирә, шуны халыҡҡа еткереүҙе үҙемдең бурысым тип иҫәпләйем”, — тип яуапланы.
Бөгөн Венер Сөнәғәтов йәш режиссер Вадим Ғилманов етәкселегендә И. Йомағоловтың “Мөхәббәт ҡошсоҡтары”ндағы бик үҙенсәлекле образ өҫтөндә эшләй. “Тамашасы өсөн әлегә сер булып ҡалһын. Был образды кәүҙәләндереү — һөнәри яҡтан камиллашыу юлында яңы баҫҡыс”, — ти артист үҙе лә.
Һәр театр коллективы өсөн “Йылдың иң яҡшы актеры” премияһы иң мәртәбәлеләрҙән һанала. Был исемгә ике йыл рәттән Венер Сөнәғәтов лайыҡ булды, шулай уҡ Стәрлетамаҡ ҡалаһында үткән “Театр яҙы” фестивалендә “Образды асыуҙа иң үҙенсәлекле актер” номинацияһына эләгеү ҙә уның тырышлығы һәм оҫталығы хаҡында һөйләй.
Ғаиләһенән дә уңды Венер Рәшит улы. Гастролгә сыҡһа, балалары өсөн күңеле тыныс уның. Тормош иптәше эшен аңлай, һәр саҡ ирен хуплап, ярҙам итергә тырыша, ул уйнаған спектаклдәрҙе ҡалдырмай. Сәнғәттән йырағыраҡ торһа ла, үҙ фекерҙәрен әйтә, кәңәштәрен бирә. Етенсе класта уҡыған ҡыҙҙары Әлиә менән өс йәшлек улы Илһам да театр ярата. Кем белә, бәлки, улар ҙа аталарының юлын һайлар.
Кәримә УСМАНОВА
Сибай ҡалаһы.


Вернуться назад