М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов “Туғанлыҡ-2017” фестиваленең призы менән таныштырҙы. Туғыҙ номинацияла еңеүселәргә кескәй тирмә тапшырыласаҡ. — Төрки халыҡтары өсөн тирмә — тыуған йорт ул. “Туғанлыҡ” фестивале идеяһы рәссам Николаевтың ошо күркәм һәм ҡыҙыҡлы эше менән ауаздаш. Бүләкте башҡорт орнаменты менән биҙәүҙе һораныҡ. Тирмәнең аҫҡы өлөшөндә “Туғанлыҡ Өфө-2017” тигән яҙыу ҙа бар, — тине Олег Ханов.
VI “Туғанлыҡ” халыҡ-ара фестивале баш ҡалабыҙҙа 7—14 сентябрҙә үткәрелә. Унда Алтай, Дағстан, Ҡабарҙа-Балҡар, Сыуашстан, шулай уҡ Ҡырғыҙстан, Ҡаҙағстан һәм Төркиә театрҙарының ҡатнашыуы көтөлә.