“Душа”лы шағир11.08.2017
“Душа”лы шағирМин мәктәптә уҡып йөрөгән саҡта шағир Рәмил Йәнбәкте Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Миңнуллин, шағир Ринат Харис менән бутай торғайным. Ысынлап та, уларҙың фотоларын ҡараһаң, оҡшаш һыҙаттар ярылып ята һымаҡ. Өсөһөндә лә бер үк мыйыҡ, ихлас йылмайыу, бер аҙ моңһоулыҡҡа шаянлыҡ нурҙары һеңгән күҙҙәр...

Шулай ҙа Рәмил Йәнбәк күңелемдә ниндәйерәк кеше һәм шағир булып уйылып ҡалды һуң әле? Уның ижады менән студент йылдарында ныҡлап танышһам да, үҙе менән аралашҡаным булманы. Әлбиттә, төрлө кисәләрҙә, байрам сараларында шағирҙы ситтән генә күргеләй торғайным. Аҙаҡ матбуғат баҫмаларында эшләй башлағас, редакцияларҙа осратырға, хатта шиғри шәлкемдәрен “Йәшлек”, “Башҡортостан” гәзитенә әҙерләп баҫтырырға насип итте.
Йылдар беҙҙең юлдарҙы “Ағиҙел”дә осраштырҙы. Рәмил ағай журналдың баш мөхәррир урынбаҫары вазифаһын тарта ине, мин публицистика һәм әҙәби тәнҡит бүлегенә килеп эләктем. Тәүге көндән үк уның менән ара йылынып китте. Тыныс холҡо, ағайҙарса мөнәсәбәте күңелемә хуш килде. Юҡ-барҙы сәбәп итеп, аҡырып-баҡырып барған етәкселәрҙе лә күрергә тура килде юғиһә. Рәмил ағай минең хаталарға “күҙ йомоп” ҡараны. Ғәҙәттә, “бына ошо ерен яңынан ҡарап сыҡ әле, шулайыраҡ итһәң, нисек булыр?” тип “төртөп” күрһәтә. Аңлайһың, ипле һүҙ – йән аҙығы.
Юмористик шиғырҙар яҙмаһа ла, шаян күңелле кеше ине Йәнбәк. Бер ваҡиға хәтергә һеңеп ҡалған. Әҙ-мәҙ “кәйефләнеп” алған саҡтарында бүлмәгә килеп инә лә күҙгә текләп шундай һорау бирә: “У тебя душа есть?” Нимә тип әйтергә белмәйһең, ул иһә, һорауынан ләззәт кисереп, рәхәтләнеп көлә.
Бер көн килеп инде лә ошо һорауын ҡабатланы:
– У тебя душа есть?
– Извини, не продается! – тинем.
Рәмил ағай бер аҙ текләп торҙо ла, аңына барып етте булыр, бүлмә яңғыратып көлөп ебәрҙе.
– Ну, сабакы малай!.. – тине, көлөп туйғас. Ысын күңелдән әйтте был һүҙҙе, яратып әйтте. “Сабакы” тигән һүҙҙең дә күңелде йылытып ебәреүен тойҙом хатта...
Ошо ваҡиғанан һуң әлеге һорауын башҡаса ишетмәнем. Онотҡандыр тиһәм, юҡ икән. Үҙенең “Аҡ ялан” тигән китабы донъя күргәс, автограф яҙып бүләк итте: “Төҙөк күңелле кешегә!” тигән. Йылмайып ҡуйҙым: “душа” барлығын раҫлай алғанмын, тимәк...
Нескә күңелле кеше булды Рәмил ағай. Хискә бирелеп киткән саҡтарында күҙенә йәш эркелер ине. Ирҙәрсә илаған ике кешене беләм: береһе – Рәйес Түләк, икенсеһе – Рәмил Йәнбәк. Улар кеүек эре һөйәкле кешеләрҙең илауы сәйер һымаҡ тойола ине башта. Тора-бара аңланым буғай: күҙҙәренә эркелгән йәш сараһыҙлыҡтан, меҫкенлектән түгел ине, бәлки, күңелдәренә йыйылған хәсрәтте шулай һығып сығарғандарҙыр. Хәйер, ысын шағирҙар ғына ирҙәрсә илай беләлер!..
...Тормош Рәмил ағайға уйламаған яҡтан килтереп һуҡты. Ныҡ һуҡты!.. Туй көнөндә генә һөйөклө ҡыҙы менән кейәүе фажиғәле рәүештә донъянан китеп барҙы. Аллаһ Тәғәлә һаҡлаһын, ошо тиклем ҡайғыны нисек күтәрә алды икән шағир йөрәге?! Эйе, тыштан бөгөлмәҫкә, һыр бирмәҫкә тырышты, күңелендә иһә янғын дөрләне.
Күҙ йомғансы ғына йәшәнегеҙ,
Күҙ йәштәре булып тамдығыҙ.
Күбәләктәй ҡыҫҡа һеҙҙең ғүмер,
Мәңге йәп-йәш көйө ҡалдығыҙ, –
тигән юлдар һыҡрап сыҡты шағир йөрәгенән.
Бер саҡ Рәмил ағай былай тине миңә:
– Һин балта тота беләһең тиҙәр, әйҙә, минең баҡсаға барып киләйек әле, ваҡ-төйәк эш бар ине.
Барҙыҡ. Эш тигәне “арҡыры ағасты буй бороу” ғына булып сыҡты. Кем әйтмешләй, шағир халҡы эш кешеһе түгел, хис кешеһе шул.
– Ҡыҙым ошо алмаларҙы тәрбиәләп үҫтерҙе. Уларҙы күрһәм, ҡыҙымды күргәндәй булам... – тине ул, алмағастарҙың олонон һыйпап. Уның күҙҙәрендә йәш ине...
Шағирҙың “ғәмәл дәфтәре”нә күҙ йүгертеп сығайыҡ.
Рәмил Йәнбәков 1952 йылдың 10 авгусында Башҡортостандың Йомағужа (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Күгәрсен) районының Дауыт-Ҡайып ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветеранының күп балалы ғаиләһендә тыуған.
1969 йылда Өфөләге 1-се мәктәп-интернатты тамамлағандан һуң хеҙмәт эшмәкәрлеген үҙ ауылдарындағы “Ҡыҙыл байраҡ” колхозында башлай.
1970 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетына уҡырға инә. 1974 йылдың көҙөндә, бишенсе курста уҡып йөрөгәндә, Рәмил Йәнбәковты “Башҡортостан пионеры” (хәҙер – “Йәншишмә”) балалар һәм үҫмерҙәр гәзитенә хәбәрсе итеп эшкә саҡыралар. Университетты тамамлағас та шул хеҙмәтен дауам итә. 1977 йылда баҫманың бүлек мөдире, 1980 йылда яуаплы сәркәтибе, ә 1986 йылда баш мөхәррире итеп тәғәйенләнә.
1992 йылдан Башҡортостан китап нәшриәтенә (аҙаҡтан Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте) эшкә күсә: редакция мөдире, баш мөхәррир була. 1994 йылдың авгусында нәшриәт директоры итеп тәғәйенләнә. 1996 йылдың ғинуар – ноябрь айҙарында “Ватандаш”, артабан “Тамаша” журналының, 1998 йылдан “Ағиҙел” журналдарының баш мөхәррир урынбаҫары вазифаларын башҡара. Артабан урыҫ телендә нәшер ителгән “Сельские узоры” журналында эшләй.
Журналистикалағы емешле эшмәкәр­леге өсөн уға “Башҡортостан Респуб­лика­һының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелгән.
Рәмил Йәнбәктең шиғриәт юлына ныҡлап аяҡ баҫыуы уның 1-се мәктәп-интернатта уҡыған осорона тура килә: нәҡ ошо йылдарҙа ул ҡәләмен һынап ҡарай. Ә инде Башҡорт дәүләт университетында шиғриәткә ныҡлап ылыға. Филология факультетының башҡорт-урыҫ бүлегендә эшләп килгән “Шоңҡар” әҙәби-ижад түңәрә­гендә әүҙем шөғөлләнә, бер нисә йыл рәт­тән уның старостаһы була. Студент йылдарында республика гәзиттәренә, Баш­ҡортостан радиоһы һәм телевидениеһына хәбәрҙәр ебәреп тора, ҡайһы бер баҫмаларҙа уның шиғырҙары донъя күрә.
Әҙип 1974 йылдан алып сирек быуаттан ашыу журналистика өлкәһендә эшләһә лә, шиғриәттән айырылмай. Уның “Оҙайлы яҙ” тигән тәүге шиғыр йыйынтығы 1990 йылда донъя күрә. Артабан бер-бер артлы туғыҙ китабы баҫылып сыға. “Бөркөт саңҡыуы” исемлеһе 2002 йылда Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияға лайыҡ була.
Рәмил Йәнбәктең үҙенсәлекле шиғыр­ҙарына композиторҙар Абрар Ғабдрах­манов, Салауат Низаметдинов, Айрат Ғайсин һәм Ришат Сәғитов тиҫтәнән артыҡ йыр ижад иткән. Уларҙың күптәре популяр йырсылар репертуарында ныҡлы урын алған.
Әҫәрҙәрендә Башҡортостан Респуб­лика­һының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡорт­остандың халыҡ яҙыусыһы Зәйнәб Биишева ижадындағы матур традицияларҙы дауам иткәне өсөн Рәмил Йәнбәккә 2006 йылда үҙе тыуған Күгәрсен районының Зәйнәб Биишева исемендәге премияһы һәм башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүгә индергән һиҙелерлек өлөшө өсөн 2015 йылда Бәләбәй районы хакимиәте булдырған Фәтих Кәрим исемендәге әҙәби премия бирелде.
Рәмил Йәнбәктең һуңғы китабы “Аҡ ялан” тип аталды. 64 йәшендә мәңгелек тупһаһы аша атлаған аҡ күңелле шағир бөгөн дә кешеләрҙе “Аҡ ялан”ға саҡырып йәшәй.


Вернуться назад