“Тормош үҙе бер йыр икән ул...”09.08.2017
“Тормош үҙе бер йыр икән ул...”Ғәҙәттә, артистарҙан нисек сәнғәт кешеһе булып китеүҙәре хаҡында һораһаң, “Бала саҡ хыялым ине, бәләкәйҙән йырлап, бейеп үҫтем...”, – тигән ҡалыплашҡан яуап ишетәһең. Бөгөн Сибай концерт-театр берекмәһендә эшләгән үҙенсәлекле йырсы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рөстәм Хәсәновтан да нәҡ ошондайыраҡ һүҙҙәр ишетермен, тигән уйҙа инем башта. Әммә һүҙебеҙ бөтөнләй башҡа юҫыҡҡа боролдо...

Күк Ирәндек тауҙарының үркәслә­неп-үркәсләнеп теҙелеп киткән армыттарына һыйынып, тымыҡ Таналыҡ йылғаһын һыулап ултырған Баймаҡ ҡалаһында буй еткерә Рөстәм. Иптәш малайҙары менән бергә Баймаҡ урамдарын ҡыҙырып, балалыҡ шуҡлыҡ­тары менән үткәргән көндәрен, төрлө мажараларға бай йәшлек йылдарын нисектер уңайһыҙланып, ул хаҡта әллә ни һүҙ ҡуйыртмаҫҡа тырышып ҡына иҫкә ала ул. Эҙемтәләре, кешеләргә килтергән уңайһыҙлыҡтары, ҡылынған боҙоҡлоҡтары әле лә күңеленә тынғы бирмәй, күрәһең... Ҡыҫҡаһы, “ысын хулиган”ға әйләнеүҙән әрме хеҙмәте генә аралай егетте. Ике йыл хеҙмәт итеү дәүерендә тормоштоң әсеһен-сөсөһөн татып, уңын-һулын айырып, йәшәйеш, башҡалар менән ниндәй мөнәсәбәттә булырға кәрәклеге хаҡында бөтөнләй бүтән фекергә килеп ҡайта ул. Киләсәктә үҙен башҡа һөнәр эйәһе итеп күргән егет көтмәгәндә-уйламағанда сәнғәт юлына аяҡ баҫа.
Кистәрен дуҫ-иштәре менән бергә гитара сиртеп, ҡала урамдарында улай-былай ғына йырҙарҙы һуҙып йөрөгән Рөстәм әрменән ҡайтҡан йылында ике туған ҡустыһын Сибай сәнғәт колледжына уҡырға алып килә. Йәшлек дәрте ташып торған егет уҡыу йорто ишеген асып инеү менән ҡабул итеү комиссияһында ултырғандарға шаян һүҙҙәр ҡуша, уларҙың яуаптарын һабыштырырға әҙер тора. Шунда колледж хеҙмәткәре – билдәле йырсы Нәфисә Тулыбаева егеттәге артислыҡ һыҙаттарын һиҙемләй һәм: “Ҡустым, торғаның менән артисһың, ниңә үҙең уҡырға инмәйһең әле? Әйҙә, имтихандар тапшырып ҡара беҙҙә”, – тип ҡоҙалай.
Шулай итеп, ҡустыһын алып килгән егет үҙе лә абитуриенттар рәтенә баҫа һәм имтихандарын уңышлы тапшырып, Сибай сәнғәт колледжы студенты булып китә. Имтиханда иһә ул үҙе белгән берҙән-бер башҡортса “Аҡ болоттар”ҙы йырлап ишеттерә. Әсәһе – Баймаҡ районында билдәле шәхес­тәрҙең береһе, һәүәҫкәр йырсы Нәсимә Мөхәмәтхәбиб ҡыҙы өйрәткән ошо йыр Рөстәмдең артабанғы яҙмышында хәл иткес роль уйнай.
Арҙаҡлы сәнғәт эшмәкәрҙәренең береһе Джон Әхмәт улы Мусин Рөстәмде үҙ ҡанаты аҫтына ала һәм уға йырсы һөнәренең нескәлектәрен төшөндөрә. Бөгөн республикабыҙҙа билдәле йырсылар Ғаяз Ғәйетбаев, Радмир Туйсин, Раян Алтыншин, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Баязит Байназаровтар менән бергә уҡыған йылдары һиҙелмәй ҙә үтеп китә. Ҡулына ҡыҙыл диплом алған йәш йырсы 2002 йылда Сибай филармонияһына эшкә килә һәм башкөллө йыр-моң донъяһына сума.
Сәнғәт колледжында уҡыған сағында тамашасылар алдында йыш сығыш яһаһа ла, профессиональ сәхнәгә тәүге сыҡҡан мәле Рөстәм Хәсәновтың күңелендә онотолмаҫлыҡ булып уйылып ҡала. Дәресен әҙер­ләмәй мәктәпкә килеп, таҡта алдына сығарылған уҡыусы бала ише тоя үҙен егет – шундай ҙур тулҡынланыу кисерә, шыбыр тиргә бата. Әммә үҙенсәлекле тауышлы йырсы беренсе сығышынан уҡ тамашасы иғтибарын йәлеп итә һәм һөйөү ҡаҙана. Уның русса һәм башҡортса классик йыр өлгөләрен үҙенә генә хас моң, оҫталыҡ менән башҡарыуы, сәхнәлә үҙен тотошо һиҙгер һәм талапсан тамашасының күңеленә үтеп инә.
Талантлы йырсы колледжда уҡыған йылдарында үҙен һәләтле, оҫта ойоштороусы ла итеп таныта. Студенттар советына етәкселек иткән егет төрлө саралар ойоштороуҙа әүҙем ҡатнаша. Һәр уҡыу йылының башында үткә­релгән “Көҙгө бал”дарҙың береһендә Рөстәм үҙенең мөхәббәтен осрата. Ошонда уҡ рәсем бүлегендә уҡып йөрөгән Зәлифә исемле һылыу ҡыҙға күҙе төшә егеттең. Кисәнән һуң ҡыҙҙы фатирына ҡәҙәр оҙатып ҡуя, һәм уларҙың дуҫлығы, артабан өс йыл буйы дауам итеп, ысын мөхәббәткә әйләнә. Шаулап-гөрләп үткән туй мәжлесе, өйләнешеүгә бәйле мәшә­ҡәттәр бөгөн татлы төш кеүек кенә булып күҙ алдарында тора Хәсәнов­тарҙың. Башта Сибай ҡалаһында йәшәгән ҡайны-ҡәйнәһе менән өйҙәш йәшәй йәштәр. Бер аҙҙан, йәғни 2011 йылда, Арҡайым ҡасабаһында заманса ҙур йорт һалып, башҡа сығалар. Бөгөн Хәсәновтар ғаиләһендә Арсен менән Ләйсән исемле ике бала үҫә.
Рөстәм кесе йәшенән ата-әсәһенең моңло йырҙарын тыңлап үҫә. Мәктәптә эшләгән атаһы Әхтәм ағай баянда уйнай, үҙе лә ҡушылып йырлай. Ә Баймаҡ ҡалаһы һәм районының ЗАГС бүлеген етәкләгән әсәһе Нәсимә апай бар ғүмерен үҙешмәкәр сәнғәткә бағыш­лаған. Уның аһәңле йырҙары бер кемде лә битараф ҡалдырмайҙыр, моғайын. “Башҡортостандың атҡаҙан­ған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем дә юҡҡа ғына бирелмәгән уға.
Рөстәмдең шуҡ малай сағы йәй күберәген өләсәһе йәшәгән Ярат ауылында үтә. Ауыл эргәһенән аҡҡан гүзәл Һаҡмар йылғаһы ятыуҙарында һыу ингән, балыҡ ҡармаҡлаған көндәрен әле лә һағынып иҫкә ала ул. Тын Таналыҡ буйҙарында үткәргән мәлдәре лә яҡты хәтирә булып күңеленә һеңгән.
Булғаны менән генә ҡәнәғәтләнеп өйрәнмәгән йырсы алдына оло маҡсат ҡуйып йәшәй һәм уларға өлгәшеү өсөн ваҡытын да, һәләтен дә йәлләмәй. Ғә­ҙәт­тә, сәнғәт кешеләренең эшен репертуарының байлығына ҡарап баһалайҙар. Был йәһәттән Башҡорт­остандың атҡаҙанған артисы Рөстәм Хәсәновҡа һүҙ әйтәһе түгел: уның иҫәбендә төрлө жанрҙағы йырҙар бихисап. Шулай ҙа йырсы күберәген классик йырҙарға өҫтөнләк бирә һәм улар өҫтөндә эшләй. Әйткәндәй, Рөстәм рус һәм сит ил йырҙарын да бер үк аһәң менән башҡара. Уның республикабыҙҙа үткәрелгән төрлө мәҙәни сараларҙа, йыр бәйгеләрендә әүҙем ҡатнашыуы ла үҙенән бик күп көс һәм ныҡышмалылыҡ талап итә.
Сибай концерт-театр берекмәһендә уңышлы эшләүе менән бер рәттән, Рөстәм Хәсәнов тиҫтә йылға яҡын инде урындағы сәнғәт колледжында студенттарға йыр буйынса һабаҡтар бирә.
– Сәхнәнән арыһам, бөтөнләйгә студенттар менән эшләүгә күсеүем дә ихтимал, – ти ул. – Ә әлегә бөгөнгө репертуарымды икеләтә байытыу, яңы йырҙар өйрәнеү, булғандарын шымартыу – төп маҡсат.
Мәртәбәле исемгә лайыҡ булған йырсының башҡа наградалары ла етерлек: Сибай һәм Баймаҡ ҡалалары, башҡа райондар хакимиәттәре һәм Советтарының иҫәпһеҙ-һанһыҙ маҡтау ҡағыҙҙары, рәхмәт хаттары араһында Башҡортостандың Мәҙәниәт министр­лы­ғы, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең Рәсәй профсоюзы, йырсыларҙың Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика асыҡ конкурсы, башҡорт халыҡ йыр­ҙарын башҡарыусыларҙың “Ирәндек моңдары” төбәк-ара бәйгеһе тарафынан бирелгәндәрен айырым йылылыҡ менән ҡәҙерләп ҡулына ала ул бөгөн.
Аллаһы Тәғәлә тарафынан бирел­гән ғүмерен тыңлап туйғыһыҙ йыр итеп йәшәүсе Рөстәм Хәсәнов ижади эҙләнеүҙәр юлында. Киләсәктә беҙ үҙенсәлекле баритон башҡарыуында тағы ла бик күп аһәңле, күңелгә ятышлы йырҙар тыңларбыҙ әле.

Сибай ҡалаһы.


Вернуться назад