Халыҡты үпкәләтмәҫбеҙме?02.12.2011
“Башҡортостан” гәзитенең быйылғы 14 ноябрь һанында “Русмы, урыҫмы?” тигән һорау бирелде. Был мәсьәләгә ҡарата фекеремде белдермәксемен.
Урыҫ һүҙе ниңәлер күңелгә ятышһыҙ. Милләттәр араһында дуҫлыҡ булмаған дәүерҙә тыуған ул. Рус — милләт исеме. Был халыҡты “урыҫ” тип атап үпкәләтергә мөмкин. Олуғ әҙибебеҙ Мостай Кәрим дә үҙ шиғырында “рус түгелмен” тигән бит, “урыҫ” тимәгән. Милләтте үҙ исеме менән әйтеү — уны ҙурлау, хөрмәтләү, яҡын, дуҫ күреү, берҙәмлекте нығытыуға ынтылыш билдәһе.
Мәснәүи МУСИН.
Илеш районы,
Аҡкүҙ ауылы.


Вернуться назад