Ләйлә08.08.2017
ЛәйләУл барлығы 52 йыл йәшәне. Тормошто, эште ныҡ яратты. Ҙур план-ниәттәре бар ине лә бит, яҙмыш әсе булды шул. Трагедия... Серле трагедия...

Ҡыҙым мәктәпкә ҡәҙәр

Ләйлә иртә һөйләшә башлап, иртә атлап китте. Ҡыҙыбыҙ әүҙем, ҡыҙыҡһыныусан булды. Бик бәләкәй сағынан уҡ үҙенә аңлашылмаған күренештәр хаҡында һорап белергә, күҙәтергә яратты.
“Утар” шарттарында бөтә нәмә ҡәҙимге ауылса ине. Хатта самауырҙы ла сыра, күмер яндырып ҡайната инек. Уның һөрөм-төтөнөн тышҡа сығарыу өсөн торбаһына ҡалайҙан яһалған махсус торба аша өйҙәге мейескә тоташтырыла ине.
Сентябрь айының аяҙ бер йәкшәмбеһендә, мин тубдиспансерҙа дежурҙа саҡта, ике нәнәй, минең ҡатын ихатала самауыр ҡайнатырға ултыртҡандар ҙа үҙҙәре ваҡ-төйәк эш менән мәшғүл булғандар. Өсөнсө йәш менән генә барған Ләйлә шул тирәлә уйнап йөрөгән. Һәр нәмәне күҙәтеп, тикшерергә яратҡан ҡыҙсыҡ самауыр янына барып, уның сығанағының кранын асҡан. Ҡайнап ултырған самауырҙың һыуы уның аяҡтарына аҡҡан. Баланың сәрелдәп ебәреүенә килеп еткән ҡатындар уны тыныс­ландыра алмай ҡойолоп төшкән. Рәйсә минең янға тыны ҡыҫылып килеп керҙе. Мин эшләгән тубдиспансер яҡында, беҙ йәшәгән соҡор баҫҡыстарынан күтәрелгәс, 50 метр самаһы ғына атларға кәрәк. Ҡатындар “Ашығыс ярҙам” саҡырмаған. Уны эштәге телефондан үҙем саҡырҙым. Диспансерҙа ауыр сирлеләр юҡ ине. Уларҙы шәфҡәт туташтары ҡарамағына ҡалдырып, 15-20 минутҡа ғына тип өйгә ҡайттым.
“Ашығыс ярҙам” баланы хирургияның тәне бешкән ауырыуҙарҙы дауалау, фәнни телдә комбустиология тип аталған бүлеккә, 8-се дауаханаға алып китте. Мин шунда уҡ дежурға кире барҙым. Ләйләнең мине ныҡ ғәжәпкә ҡалдырғаны шул булды: “Ашығыс ярҙам” машинаһында оҙатҡанда мин уға: “Ҡыҙым, йәрәхәттәрең ауыртһа ла түҙергә, әҙерәк иларға тырыш, түҙемле булһаң, аяҡтарың тиҙ төҙәлер”, – тигәс, ул миңә:
– Әттә, һин дә илама, һин иламаһаң, мин дә иламам, икебеҙ ҙә иламайыҡ, – тине.
Күрәһең, шул мәлдә күҙгә йәш тулғанын күреп ҡалғандыр.
Һуңынан Ләйләнең ике аяғының да йөҙлөктәре бәкәлдәренә тиклем I, II, III дәрәжәлә бешкәнлеге билдәле булды. Йәрәхәттәре төҙәлгәс, III дәрәжәлә бешкән урындарҙа йөйҙәр ҡалды.
Мин, дини ғаиләлә тәрбиәләнгән һәм Хоҙай Тәғәләгә инанған кеше булараҡ, ҡыҙым менән булған ваҡиғаға ҡарата Аллаһҡа рәхмәтле инем. “Әгәр самауыр бөтөнләй уның өҫтөнә ауған булһа, баланы һәләк итер ине, уны Хаҡ Тәғәлә үҙе һаҡлаған”, – тип уйланым ул саҡта.
Ауырыуҙан һуң ҡыҙыбыҙ етдиләнә төшһә лә, шат күңеллелек, йомшаҡ холоҡ, тәүәккәллек бала саҡтан уҡ уның тәбиғәтенә хас сифаттар булып ҡалды. Хәтере лә бик яҡшы икәне асыҡланды. Ҡорбанғәли бабаһының V – VII кластарҙа уҡыған улдары Радик менән Ришат Нәҡиә нәнәйҙәре янына килгеләп йөрөй. Килгән-киткән арала өҫтәлдәге донъя атласына күҙ һалып, унда төшөрөлгән ҡитғаларҙың атамаларын, илдәр һәм уларҙың баш ҡалалары исемдәрен әйтеп, урындарын күрһәтеп, Ләйлә менән шөғөлләнә башланылар. Бер аҙ ваҡыт үткәс, өс йәш тулып, дүртенсегә киткәндә ҡыҙыбыҙҙың ағалары өйрәткәндәрҙе хәтеренә ныҡлы һеңдергәне асыҡланды. Картаға төшөрөлгән бөтә объекттарҙы ла ул һис яңылышмай һанап сыға, күрһәтә ала ине. Үҫмер ағалары үҙҙәренең шундай отҡор туғаны булғанға маһайыптыр инде, “утар”ға класташтарын саҡырҙы һәм, Ләйләнең талантын күрһәтеп, уларҙың иҫтәрен китерҙе...
Беҙ йәшәгән “утар” йырынынан Сутолока йылғаһына табан, йәғни хәҙерге Дуҫлыҡ монументына табан, 15-20 метр самаһы арыраҡ йәшәгән ғаиләгә үҙҙәре хеҙмәт иткән предприятиенан фатир биргәндәр. Улар тамам туҙған өйҙәрен утынға һатып китте. Буш ҡалған урында тиҙ арала шырлыҡ хасил булды. Бер көндө Ләйлә өйҙә ҡарт нәнәһе менән генә ҡалды. Әбей, оло йәштә булһа ла, һәр ваҡыт баҡсала эш менән мәшғүл ине. Яңы ғына уның янында йөрөгән бүләсәре юҡ булған, ҡысҡырып саҡырыуына ла яуап бирмәй икән. Әбей сүп үләндәрен йолҡоп, бесән итеп, киптерергә өйөп ҡуя ине. Бер өйөмдөң артына боҫоп ҡына ултырған Ләйләне күреп ҡала ла, янына барып, унан:
– Ҡыҙым, ниңә өндәшмәйһең, нимә ҡарап ултыраһың? – тип һорағас, бүләсәре уға:
Дәү нәнәй үҙең миңә унда яҡын йөрөмә, бәрейҙәр бар, тинең бит. Һин әрләмәһен тип йәшеренеп бәрейҙәрҙе ҡарарға килдем. Ә улар юҡ та юҡ. Ҡоштарҙы, бесәйҙәрҙе генә күрҙем, – ти икән.
Ҡыҙым, мин яңылыш әйткәнмен, бәрейҙәр элек кенә булған, хәҙер улар, кешеләрҙән ҡурҡып, әллә ҡайҙарға ҡасып бөткән, – тигән Ләйләгә ҡарт нәнәһе.
– Ә-ә, мин уларҙы бушҡа көткәнмен икән...
Ҡыҙыҡһыныусан холҡо, һәр эште үҙаллы эшләргә тырышыуы Ләйләне бәләкәйҙән ҡурҡыныс хәлдәргә лә юлыҡтырғыланы.
Күп һөнәрҙәр эйәһе – Ҡорбанғәли бабаһы теге төкәтмәнең электрика эштәрен тамамлап килә ине. Шул тирәлә уралған биш йәшлек Ләйлә электр үткәргестәрҙең икеһенең дә яланғас осон ике ҡулына алырға ғына торғанда, күреп ҡалып, курткаһынан матҡып үҙемә ҡарай тартып өлгөрҙөм.
Шул уҡ осорҙа Рәйсә бер йәшлек улыбыҙ Азамат менән мәшғүл булып, Ләйләне һигеҙ йәшлек ауыл ҡыҙы менән Воровский урамының ҡаршы яғындағы “Тулҡын” магазинына һөт алырға ебәргән. Ул магазин әле лә бар, исеме лә үҙгәрмәгән. Ағиҙел күперенә яҡын ғына был урында автомобилдәр хәрәкәте юл ҡағиҙәләрен боҙған, уларҙы белмәгән оло кеше өсөн дә, ә балалар өсөн айырыуса, ул заманда уҡ бик хәүефле ине. Мин ҡаланан ҡайтып кергәс тә:
– Ләйлә ҡайҙа? – тип һораным. Яуапты ишетеү менән шул магазинға саптым. Эй Хоҙайҙың рәхмәте! Өлгөрҙөм!
Стартҡа әҙерләнгән йүгеректәр һымаҡ позаға баҫҡан, юлды йүгереп сығырға әҙер генә торған ҡыҙсыҡтарға:
– Туҡтағыҙ! Мине көтөгөҙ! – тип ҡысҡырҙым. Улар мине ишетте! Тиргә батҡан мин, шунда ғына тынысланып, иркен тын алдым...
Әле күберәк Ләйләнең иртә бала сағында үткәргән күңелһеҙерәк осраҡтар, ауырыу-һыҙланыуҙар хаҡында яҙылды. Әммә тормош күңелһеҙ йә моңһоу осорҙарҙан ғына тормай, уның бәхетле һәм шатлыҡлы мәлдәре лә байтаҡ була бит.
Беҙгә ҡатыным менән беренсе ун йылда йәшәү һәм эш урындарын йыш алмаш­тырырға тура килде. Шуларҙың беренсе биш йылында Ләйлә тыуғас, икенсе биш йылында инде ике бала менән күсендек. Был хәлдең, бәлки, балаларыбыҙға ла йоғонтоһо теймәй ҡалмағандыр, тип уйлайым. Уларға ла бер нисә балалар баҡса­һында тәрбиә алырға насип булды. Әммә һәр баҡсала ла тәрбиәселәр балаларыбыҙҙы яратты.
Республикабыҙҙа ла, баш ҡалабыҙҙа ла төрлө милләт вәкилдәре йәшәгәс, әлбиттә, балалар баҡсаларындағы тәрбиәселәр ҙә, балалар ҙа төрлө милләттән. Тәрбиәселәрҙе Ләйләнең өс телдә лә иркен аралашыуы һоҡландырҙы. Табиптар менән осрашҡанда ла уларҙан ҡурҡмауы, еңел әңгәмәләшеүе үҙенә ҡарата һәйбәт фекер уята ине. Аяҡтары бешеп дауаханала ятыуы кескәй Ләйләлә табиптарға ҡарата яратыу тойғоһо уятҡандыр, күрәһең, ул һәр ваҡыт “ауырыу” ҡурсаҡтарын “дауалай” ине.
Байрамдарҙағы “утренниктарҙа” Ләйлә һәр ваҡыт табип ролен башҡарҙы. Әсәһе уға аҡ халат, аҡ ҡалпаҡ, марлянан битлек тегеп бирә ине. Был ролдә ҡыҙыбыҙ ысын күңелдән бик яратып уйнаны.
Бише тулып, алтынсы йәш менән барғанда, Ләйлә балалар баҡсаһынан уҡ Гастелло исемле стадионға гимнастика секцияһына йөрөй башланы. Гимнастика уға бик оҡшай ине. Йыл ярым йөрөгәс, күнекмә ваҡытында бүрәнәлә ултыра төшөп, бер аяғының мускулдарын ауырттырҙы. Зыян юҡ һымаҡ ине, ул бер нисә йылдан һиҙелде. Ғаиләлә кәңәшләшкәндән һуң, ҡыҙыбыҙҙы еңел атлетика секцияһына күсерҙек.
Барыбер үҙ хыялдарыбыҙҙа беҙ уны фән хеҙмәткәре итеп күрергә теләй инек. Етмәһә, нәҡ шул ваҡытта, гимнастикаға йөрөгәндә, һыуыҡ тейҙереп, бронхопневмония менән ауырыны, дауаханаға эләкте. Пневмонияның эҙе булып хроник бронхит ҡалды. Ә көҙгә уны беренсе класҡа мәктәп көтә ине. Әле апрель генә. Дауахананан сығыуға, Ләйләгә Салауат районындағы балалар шифаханаһына юллама бирҙеләр. Тик ул унда бер аҙна ғына дауаланды, сөнки май башына Ҡара диңгеҙ буйындағы Анапа ҡалаһындағы балалар курортына “эйәһеҙ” юллама, йәғни срогы сығып “янырға” торған путевка, барлығы беленде. Ундай уңайлы хәл һирәк осрай бит. Ләйләне тиҙ генә Салауат районынан алып ҡайтып, бер көн эсендә документтарҙы өлгөртөп, бөтә ғаиләбеҙ менән көньяҡҡа киттек.
Анапалағы ялыбыҙ бик һәйбәт булды. Юлламаның ваҡыты ла йыл миҙгеленең иң матур сағына тура килде. Бигерәк тә балалар шат ине. Ағиҙел ярына яҡын “утар”ҙа йәшәгәндә үк мин уларҙы бик бәләкәйҙән йөҙөргә өйрәткәйнем, диңгеҙҙә улар шул оҫталыҡтарын камиллаштырҙы.
Бәләкәй катерҙарҙа диңгеҙҙә ҡыҫҡа ваҡытлы, автобустарҙа икенсе ҡалаларға көнлөк сәйәхәттәрҙә йөрөнөк. Ундағы һәр көнөбөҙ бик яҡшы үтте. Балалар сыныҡты. Ләйләнең йүткереүе бөтөнләй баҫылды.

Ҡыҙымдың мәктәп
йылдары


Анапала дауаланып ҡайтҡан көҙҙә Ләйлә яңы асылған 20-се мәктәптең (хәҙер Ф. Мостафина исемендәге гимназия) беренсе класына уҡырға төштө. Ул мәктәпкә етди әҙерлек менән барҙы. Рус алфавитын 4-5 йәштәрҙә үк, ә ҡабатлау таблицаһын мәктәпкә барыр алдынан ятлағайны. Башҡорт алфавитын мәктәпкә барғас ятланы. Уҡыу уға еңел бирелде. Бөтә фән­дәрҙән дә “бишле” билдәһе генә ала ине. Йыл һайын маҡтау грамотаһы менән бүләкләнде. Ә беҙ, ата-әсәләре, мәктәп дирекцияһынан рәхмәт хаттары алып ҡыуандыҡ.
Ләйлә өсөнсө класты тамамлаған 1974 йылда беҙгә Инорс биҫтәһенән өс бүлмәле фатир бирҙеләр, уңайлы, тәҙрәләр ике яҡҡа ла ҡарай, фатир икенсе ҡатта ғына. Эш урындарыбыҙ ҙа яҡын. Мин эшләгән 9-сы дауахана корпустары Инорста урынлашҡан, Гастелло исемендәге стадионға яҡын ғына. Ҡатыным Моторҙар эшләү заводының ошо биҫтәләге цехына ике генә туҡталыш араға йәйәү йөрөй.
Ә бына Ләйләгә 20-се мәктәпкә барып етеү өсөн бер транспорттан икенсеһенә күсеп ултырырға кәрәк. Ваҡыт сарыф була. Шулай ҙа ул алтынсы класты 20-се мәктәптә тамамланы.
Транспорт уңайһыҙлыҡтары арҡа­һында, әлбиттә, икенсе сәбәптәр ҙә бар ине, Ләйләне 7-се класҡа 1-се республика мәктәп-интернатына күсе­рергә тура килде (хәҙерге Р. Ға­рипов исемендәге республика башҡорт гимназияһы).
Уҡыу отличнигы һәм еңел атлетика буйынса үҫмерҙәр разрядына ла эйә булғас, уны интернатҡа уҡырға, ҡаланыҡы булһа ла, ҡабул иттеләр. Ләйләне тәүге көндәрҙән үк уҡытыусылары ла, һабаҡташтары ла яратты. Ул, бик яҡшы уҡыуы менән бер рәттән, еңел атлетика һәм саңғы спорты менән дә шөғөлләнде. Етенсе класты фәҡәт “отлично” билдәләренә генә тамамланы. Бик яҡшы уҡыуын, спортсы булыуын иҫәпкә алып, бер төркөм иптәштәре менән уны Бөтә Союз “Артек” лагерына ебәрҙеләр.
Мәктәпте тамамлағансы Ләйлә яҡшы уҡыны. Һаулығы ла һәйбәт кеүек ине. Шулай ҙа 8-се класҡа барыр алдынан бик ауыр булмаған хирургик операция үткәрҙе. Теге ваҡыт, гимнастика менән шөғөлләнгәндә, бер аяғының мускулдары бәрелеп, улар­ҙың араһында бәләкәй генә ҡан тамыры йәрәхәтләнгән булған икән. Ул һыулы шешкә әйләнгән, әкренләп ҙурайған, атларға ҡамасаулай баш­лаған. Операция яһап, уны алып ташланылар. Һаулығына зыяны теймәне. Туғыҙынсы класта аппендицитҡа ла операция булды. Быныһы ла уңышлы үтте. Ике операция ла каникул ваҡытына тура килеп, уҡыуына зыян булманы. 1981 йылда Ләйлә урта мәктәпте алтын миҙалға тамамланы.
Шул уҡ 1981 йылда, бер имтихан тапшырып, Ләйлә Башҡортостан дәүләт медицина институтының (хәҙерге Башҡортостан дәүләт медицина университетының) дауалау факультетына уҡырға инде.
Мәктәптәге тырышлығын, белемгә ынтылышын институтта ла ташламаны, бөтә фәндәрҙән дә имтихандарын иң яҡшы билдәләргә генә тапшырҙы, юғары стипендия алып уҡыны. Йәйҙәрен студенттарҙың төҙөлөш отрядтарында ҡатнашты.
Өсөнсө курсты тамамлағас, бик яҡшы уҡыуы менән бергә, дауаханала санитарка булып та эшләне. Дүртенсе курстан һуң вазифаһында үҙен һынаны. Өйгә ҡайтһа, эш таба һалып, тиҙ генә башҡарып ҡуйыр булды. Мин уға:
– Ҡыҙым, һин үҙеңә бигерәк күп йөкләмә алаһың бит, дауаханала эшләмәй генә уҡы, һаулығыңа зыян булмаһын, – тиһәм, ул:
– Атай, мин дауаханала ярты ставкаға ғына эшләйем бит, ауыр түгел ул, берҙән, медицина стажы бара, икенсенән, әҙ булһа ла, үҙем аҡса эшләйем, өсөнсөнән, меди­циналағы күнекмәләрем иң түбәндән башлана. Мин бит администратор булырға йыйынмайым, – тиер ине.
Мин уның әүҙемлегенә лә, бер шөғөлдән икенсеһенә бик тиҙ күсә алыу һәләтенә лә аптырай ҙа, һоҡлана ла инем (үҙем бындай һәләткә эйә түгелмен, бер эштән икенсеһенә йәһәт кенә күсә алмай “йонсойом”, шул сәбәпле күп ваҡытым сәбәләнеп үтеп, әрәм була).
Инде институттың биш курсы артта ҡалды. 1986 йылдың йәй айҙары ине. Ошо һуңғы йәйге каникулда Ләйлә Өфө дәүләт авиация институты студенттарының төҙөлөш отрядында табип хеҙмәтен үтәне. Шунда ул авиация институты студенты Андрей Кудряшев менән танышты. Улар яҡшы таныштар булып китте.
Андрейҙың әсәһе Нина Георгиевна күп йылдар бик етди ауырыуға дусар булған икенсе төркөм инвалиды икән.
Андрей отрядта бергә эшләп аралашыу ваҡытында Ләйләне мединститут талибәһе кимәлен әллә ҡасан артта ҡалдырған, хәҙер медицинаны энәһенән-ебенә ҡәҙәр өйрәнгән һәм аңлаған төплө белемле, тәрән фекерле табип итеп таныған, шуға күрә уға әсәһенең һаулығына ҡағылышлы проблемаларға ҡарата һорауҙар биргеләгән. Ә үҙе эстән генә: “Әсәйҙе Ләйләгә күрһәткәндә һәйбәт булыр ине”, – тип уйлаған.
Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә “отряд докторы” һәйбәт абруй яулап өлгөрә. Уға Андрей ғына түгел, бүтәндәр ҙә медицинаға бәйләнмәгән мәсьәләләрҙә лә кәңәш һорап мөрәжәғәт итә торған була.
Төҙөлөш отрядында йәштәр дуҫ­лашып өлгөрә. Таралышҡанда күбеһе адрестары һәм өй телефондары менән алмаша. Андрей ҙа Ләйләгә:
– Әгәр әсәйемдең һаулығында көтөлмәгән проблемалар килеп сыҡһа, һине саҡырырға мөмкинме, уны ҡарап китә алырһыңмы икән? – тип мөрәжәғәт итә.
– Андрей, әле диплом алып өлгөр­мәһәм дә, медик булараҡ, һәр кемгә ҡулымдан килгәнсә ярҙам итеү – төп бурысым, шуға күрә әсәйеңде лә ҡарарға әҙермен, – ти Ләйлә.
– Бөгөн килә алһаң, бик яҡшы булыр ине. Кисә участка терапевы килеп ҡараны, дарыуҙар ҙа бирҙе, әммә әсәйҙең хәлендә үҙгәрештәр юҡ, – ти Андрей.
Нина Георгиевна — 44 йәшлек ҡатын, 15 йыл инвалид икән. Ул ашҡаҙанына операция үткәргәндән һуң өҙлөккән. Ҡатмарлашыуҙар килеп сыҡҡас, уға бер-бер артлы бик күп өҫтәмә операциялар яһағандар. Хәҙер килеп табиптарҙың даими күҙәтеүендә иҫәптә тора икән. Дауахананан сығыуына ла бер аҙна ғына. Ул үҙе хаҡында бына ниҙәр һөйләне:
– Һалҡындар башланды бит, һыуыҡ тейҙе, буғай. Участка терапевы өс көн рәттән килеп ҡараны. Дарыуҙар ҙа яҙҙы, уларҙы ҡабул иттем, әммә үҙгәреш юҡ. Табип миңә дауаханаға яңынан ятырға ҡуша. Мин өйҙә генә дауаланайым, тим.
Ләйлә, өс көн рәттән уларҙың өйөнә барып, Нина Георгиевнаның ҡан тамырҙарына система ҡуйып, дезинтоксикациялы дауа үткәрә, антибиотикты ла шунда ебәрә. Ауырыу шул өс көн эсендә тулыһынса һауыҡты тип әйтергә була ине. Тән темпе­ратураһы ла нормалләшә, ашай башлай.
Нина Георгиевнаны Ләйләнең ҡул­дарының йомшаҡлығы, хәрәкәттә­ренең теүәллеге, етеҙлеге, ҡан тамырына энәне бер сәнсеүҙә үткәреүе һоҡландыра. Ул һүҙҙәренә баҫым яһамай ғына:
– Эх, ошондай киленең булһын ине, – тип әйтеп һала...
Андрей төҙөлөш эштәре барышында уҡ Ләйләгә ныҡлы ыңғай ҡарашта була. Төҙөлөштән ҡайтҡас та уның тураһында йыш уйлай. Бер мәл хатта ул “Ләйләнең ата-әсәһе, минең әсәй, әгәр беҙ етди бәйләнеш хаҡында һүҙ ҡуҙғатһаҡ, быға нисек ҡарар ине икән” тип тә уйлай...
Ләйлә Андрей менән Нина Георгиевна янына йыш йөрөй башлағас, бер-ике мәртәбә егет тә беҙҙең өйгә килеп киткәс, бының тигенгә түгел икәнен һуңлабыраҡ һиҙгәнмен, шулай ҙа мин унан:
– Был егет ниңә беҙгә килгән, һин уның менән етди мөнәсәбәт тураһында уйламайһыңдыр бит? – тип һораным. — Никах хаҡында һүҙ ҡуҙғатылһа, быға ҡаршы буласаҡмын. Шуның өсөн һуң булмаҫ элек уға әйт, ул беҙгә юлды онотһон. Әллә үҙем әйтәйемме?
– Атай, ни өсөн улай тиһең, беҙҙең илдә интернациональ никахтар хуплана бит.
– Был – пропаганда, ҡағыҙҙа ғына шулай. Ундай никахтар батша ғаиләләре өсөн генә һәйбәт, ябай халыҡ өсөн һәләкәткә тиң, ваҡ милләттәрҙе йотоу сәйәсәте. Балаларың кем булыр, иң уңышлы тигәндәре лә маргиналдар, ә ғәмәлдә улар маңҡорт буласаҡ. Иң мөһиме – беҙҙең мосолман динендә ҡыҙҙарҙы икенсе диндәге ир-егеткә кейәүгә биреү ҙур гонаһ тип иҫәпләнә. Мин, Аллаһҡа ышанған кеше булараҡ, быға ҡаршы.
– Һуң, ваҡ милләттәр бөтәсәк бит, атай.
– Беренсенән, әле беҙ бөтмәгәнбеҙ. Икенсенән, һинең кеүек уйлаусылар уның бөтөүен теләй һәм шул хәлде яҡынлаштыра. Өсөнсөнән, ваҡ милләттәр бөткән хәлдә лә, ислам дине көсәйә бара, хаҡ дин булараҡ бүтән диндәрҙән уға күсеүселәр артҡандан-арта, дүртенсенән, мин һиңә бик яҡшы бер миҫал килтерәм. Бөтә кешеләр ҙә консерваланған аҙыҡҡа ҡарағанда тәбиғи ризыҡты өҫтөн күрә. Һәр сит тел, ул ниндәй генә бөйөк булмаһын, консерваланған аҙыҡҡа тиң, ә туған тел – тәбиғи ризыҡ (әле генә йыйылған еләк, ә еләк ҡайнатмаһы түгел, яңы ғына һуйылған мал ите – тушенка түгел һ.б.).
Юридик закондар буйынса, әлбиттә, мин һине тыя алмайым, ә мөслим булараҡ, был мөнәсәбәткә фатиха бирә алмайым. Бына мин ярайһы күпте күргән, күпте ишеткән, байтаҡ китап уҡыған кеше булараҡ та быға ҡаршы. Ундай никахтағыларҙың бәхетле булғанын күргәнем дә, ишеткәнем дә юҡ.
Ярай, үҙем өсөн был бик ауыр булһа ла, дини ҡараштарҙы артҡа ҡуйып торайыҡ, ти. Хәҙер был мәсьәләгә тормоштоң асылынан, медицина практикаһынан сығып ҡарайыҡ, һин “Нина Георгиевнаның ауырыуын­дағы ҡатмарлашыуҙар хронеосеп­сис­ҡа алып килгән” тигәйнең. Бының бит үтә ауыр ҡатмарлашыу икәнен яҡшы беләһең. Ул ауырыуҙың хәле, иң яҡшы дарыуҙар менән дауалап, бик һәйбәт тәрбиәләгәндә лә, йылдан-йыл хөртәйә генә барасаҡ, тигәнде аңлата.
Әле Нина Георгиевна — икенсе төркөм инвалиды, ун-ун биш йылдан беренсе төркөмгә әйләнәсәк, сөнки, үҙең беләһең, инфекция уның ҡанында. Шуға күрә, беренсенән, әле бер ағзала, әле икенсеһендә эренле усаҡ (гнойный очаг) килеп сығып ҡына торасаҡ, икенсенән, уның һөйәктәре муртаясаҡ (остеопороз), аяҡ-ҡулдары тиҙ һыныусан буласаҡ, умыртҡа һөйәгенең кәкрәйеүе, ҡыйшайыуы ихтимал, һөйәктәрҙең муртлығы арҡаһында улар баҫылып ҡыҫыла. Был буйының бәләкәйләнеүенә килтерәсәк, өсөнсөнән, быуындары ҡатып, бөгөлмәй башлаясаҡ. Өй эсендә лә уны коляскала ғына йөрөтөргә тура киләсәк. Бик ауыр хроник сирҙең хәле уны ҡаты һыҙланыуҙарға дусар итәсәк. Тәбиғи, ул һөҙөмтәлә үтә мыжыҡҡа әйләнәсәк. Етмәһә, һуңға табан, уның ярауы аҫтында буласаҡ, уны тәүлек әйләнәһенә әйләндерергә, күтәрергә кәрәк. Хәле ауыр булһа ла, ул тормошто ярата, маладис, әлбиттә, тимәк, оҙаҡ йәшәйәсәк. Дөрөҫөн әйткәндә, һинең ғүмерең ҡол дәрәжәһендә үтәсәк. Мин әйткәндәрҙең барыһы хаҡында ла ныҡлы уйла, аҙаҡтан уфтанып йөрөрлөк булмаһын.
Андрейға ла шул уҡ фекеремде йәшермәй әйттем, уларҙың мөнәсәбәтенә ошо арҡала ла, дини айырмалыҡтар арҡаһында ла ҡаршы булыуымды белдерҙем, әммә ул бик ныҡышмал булып сыҡты. Ләйләне ҡалдырманы.
Йөрәк сире

Улар 1987 йылдың йәйендә, Ләйлә диплом алғас, өйләнешергә һөйләшкән.
Шул йылдың март айы урталарында мин Ләйләнең көлһыу йөҙөн, күҙҙәрендәге йонсоу билдәләрен күреп ҡалдым да уға:
– Ҡыҙым, ауырымайһыңдыр бит, һинең кәйефең дә, күҙ ҡараштарың да миңә оҡшамай – тинем.
Уның яуабы мине борсоуға һалды:
– Атай, ысынлап та, мин үҙемде насар тоям, хәлем бөтә, шәберәк атлаһам, тыным ҡыҫыла.
– Күптәнме?
– Ике-өс аҙналап бар инде. Бер ай элек грипп менән еңелсә ауырығайным бит, температура ла бер генә көн юғары булғайны, һин занятиеға бармаҫҡа ҡушҡайның, һине тыңламаным, хәтереңдәме? Шул гриптан һуң өҙлөгөүҙер. Егерме көн самаһы элек өй йыйыштырғанда, ниндәйҙер физик көсөргәнештән һуң, ҡапыл башым әйләнеп китеп, күҙ алдарым ҡараңғыланды, шул ваҡыт күкрәгемдә нимәлер өҙөлгән һымаҡ булып ҡурҡҡайным. Бер һүҙ менән әйткәндә, ул обморок булды тип иҫәпләйем. Шунан һуң йөрәгемдең тибеше йышайҙы. Тыңлап ҡарағайным, йөрәктә нормаль булмаған тауыштар ишеттем. Атай, һин тыңлап ҡара әле, – тине Ләйлә.
Мин ҡыҙымдың йөрәген тыңлап ҡарағас, йығылып китә яҙҙым, сөнки уның йөрәгендәге бөтә нөктәләрҙә лә, патологик тауыштар ишеттем дә илай яҙҙым, баламдың йөрәге ниндәйҙер ауыр сиргә юлыҡҡанын аңланым. Үҙемде ҡулға алғас:
– Иртәгә үк, һис кисекмәҫтән, тәү сиратта беҙҙең 13-сө дауахананың кардиологтарына күренеп, тикшерелә башларһың, – тинем.
Дауаханала ике кардиология бүлеге эшләй. Иртәнге оперативкаға ҡәҙәр үк бүлек мөдирҙәренә ҡыҙымдың йөрәгендә көтөлмәгән патология барлығын аңлаттым. Оперативканан һуң мөдирҙәр Ләйләне икәүләп ҡараны, ЭКГ ла, улар тәғәйенләгән ҡайһы бер анализдар ҙа әҙер ине. Ысынлап та, диагноз мәсьәләһенең ҡатмарлылығын күргәс, консилиум йыйҙылар. Ул бәхәсле булды. Ике төрлө диагноз ҡуйылды. Бер төркөм кардиологтарҙың диагнозы – “Йөрәк ҡарынсыҡтары араһындағы бүлектең бөтәшмәүе”. Был тыумыштан килгән кәмселек тигән һүҙ. Икенсе төркөм кардиологтар “Митраль клапандың түбәнгә төшөүе” тигән диагноз яҡлы булды.
Мин консилиумға былай тинем:
– Беренсе диагнозды кире ҡағам, сөнки Ләйлә бала саҡтан һау-сәләмәт, спортсы. Уның әлеге ауырыуы ҡапыл ғына, йәғни һау-сәләмәт фонда килеп сыҡты. Ә икенсе диагноз менән килешергә була, клапандар берәй көтөлмәгән йоғошло процестан, шешеү арҡаһында ла, сиктән тыш көсөргәнеш сәбәпле лә булырға мөмкиндер, тип уйлайым.
Коллегаларым әлегә ғәҙәти дарыуҙар тәҡдим итеп, был клиникалағы ике профессорға ла күренергә кәңәш итте, әммә профессорҙар ҙа ошо ике диагноз араһында тороп ҡалды. Ләйлә ун көн дауамында тәҡдим ителгән дарыуҙарҙы эсте, әммә хәлендә үҙгәреш һиҙелмәне.
Консилиум тәҡдим иткән дауаланыу курсын үткәс, өр-яңынан тикшерелеп, шул күрһәткестәр менән Ләйләне элекке кардиолог, медицина фәндәре кандидаты, хәҙер функциональ диагностика бүлеге мөдире Валентина Николаевна Голубковаға алып керҙем. Уны кардиолог сағынан беләбеҙ. Бик иғтибарлы, яғымлы, күркәм холоҡло доктор булараҡ ихтирам итә инем.
Өҫтәмә тикшеренеүҙәрҙең бөтә мәғлүмәттәрен ҡарағас, ул Ләйләнең йөрәген тыңланы ла миңә:
– Таһир Мөхәмәтович, был һирәк осрай торған, яман булмаған шеш-миксомаға оҡшаған, ул шеш йөрәктең эске яғын ҡаплаған ҡатламдан үҫә, ҡаты түгел, шуға күрә ул рентген аша ла күренмәй. Электрокардиограммала ла һиҙелмәй. Уны ЭХО-КГ-ла ғына тотоп була, – тине. – Ябай ғына әйткәндә, йөрәккә УЗИ эшләргә кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хәҙергә беҙҙә эхо-электрокардиограмма эшләнмәй, кардиодиспансерға барырға кәрәк.
Валентина Николаевна шул мәлдә үк кардиодиспансерға шылтыратып, Ләйләне ЭХО-КГ-ға яҙҙырҙы. Кардиодиспансерҙағы консультация миксома тигән диагнозды раҫланы.
Беҙ үҙебеҙҙең кардиологтарҙың икенсе консилиумын көтөп торманыҡ. Уларға миксома тигән диагноз хаҡында мәғлүмәт кенә бирҙек тә алда торған ауыр операция мәсьәләһен хәл итергә тотондоҡ. Ләйлә, ысынында дәүләт имтихандарын тапшырырға ғына ҡалһа ла, академик ял алды.
Апрель аҙаҡтары, байрамдар яҡынлаша. Мәсьәләне бик тиҙ хәл итергә кәрәк. Ҡайҙа барырға? Өфөлә кардиохирургия тармағы яңы башланып ҡына тора. Яһаласаҡ етди, хәүефле һәм мөһим операцияға Ләйләне бында, бәлки, хәҙергә алмаҫтар ҙа.
Коллегаларым:
– Мәскәү, Ленинград хаҡында уйлама ла, унда барырға “көсөң етмәҫ”, – тинеләр. Бынан 15 йылдар элек Инорстағы 9-сы дауаханала бергә хеҙмәт иткән хирург Игорь Иванович Семенов иҫемә килеп төштө. Ул хәҙер Новосибирскиҙағы “Ҡан әйләнеше патоло­гияһы ғилми-тикшеренеү институты” (“Научно-исследовательский институт патологии кровообращения” – “НИИПК”) клиникаһында кардиохирургия бүлеге мөдире икән тип ишеткәйнем. Элекке уртаҡ таныштарҙан телефонын алып, уға шылтыраттым. Хәлде һөйләп аңлатҡас, ул:
– Байрамдан һуң килерһегеҙ, – тине. Әммә мин уға “эхо-кабинет” табибының иҫкәртеүен еткерҙем. Ул табип былай тигәйне:
– Мөмкин булһа, ҡыҙығыҙҙы һис кисек­мәҫтән кардиохирургияға урынлаштырығыҙ. Көтөлмәгән ваҡытта уны операция өҫтәленә һалырға кәрәк булыуы бар. Миксома, ғәҙәттә, йөрәк алды камераһында барлыҡҡа килә. Шунда үҫә. Ләйлә бит ниндәйҙер мәлдә обморок хәлен кисергән. Шул ваҡыт йөрәк алды-ҡарынсыҡ ярығы аша, нәҙек кенә, йомшаҡ, бына-бына өҙөлөргә торған, был һүҙем өсөн ғәфү үтенәм, маңҡа һымаҡ ептә аҫылынып ҡалған миксома төйөнө ҡарынсыҡҡа үткән булған. Хәҙер ул йөрәк ҡарынсығы эсендә, уның тибеше һайын бәүелеп, төрлө тауыш сығара. Ул еп, әлбиттә, миксоманың үҙ составынан сыҡҡан. Әгәр еп өҙөлөп китеп, төйөн ысҡынһа, берәй ҡан тамырын быуһа, хәлдең аяныслы бөтәсәге һәр кемгә аңлашыла.
– Ул табип дөрөҫ әйткән. Ярай, улай булғас, 28 апрелдән дә ҡалмай килеп етегеҙ, – тине Игорь Иванович.
Бер-ике көн эсендә Минздравтан йүнәлтмә, үҙемә ял, самолетҡа билеттар ҙа алып өлгөрҙөм. Беҙ ғилми-тикшеренеү институты клиникаһына тәғәйен ваҡытҡа барып еттек. Унда минималь тикшеренеүҙәр үткәргәс, Ләйләне кардиохирургия бүлегенә урынлаштырҙылар. Мин шунда уҡ Өфөгә ҡатыныма шылтыраттым.
– Рәйсә, Ләйлә урынлашты. Новоси­бирскиға килеп еткәс, Академҡаласыҡтағы академик Мешалкин клиникаһын һорарһың. Ҡыҙыбыҙға операция яһап, ул йөрөрлөк хәлгә килгәнсе, янында булырға кәрәк. Һәр ауырыу янында операция көткән мәлдән алып, уны үткәргәс, яҡшылап йөрөп киткәненә тиклем ҡараусыһы – яҡын кешеһе булырға тейеш. Бер үк ваҡытта ул кеше бүлектә санитар хеҙмәтен дә башҡара. Тәртип шундай икән. Көтәбеҙ. Пансионатта урындар бар.
Беренсе сиратта Ләйләне, әлбиттә, терапевт-кардиолог ҡараны. Байрам осорона дарыуҙар тәғәйенләне. Әсәһе оҙаҡламай килеп етте. Ул шунда уҡ Ләйлә янында, бүлектәге тәртип, үҙе үтәйәсәк бурыстар, хеҙмәткәрҙәр менән танышты. Өфөнән мәктәп йәшендәге ҡыҙ ҙа операцияға әҙерләнә ине. Уның әсәһе менән дә таныштыҡ.
Азамат улыбыҙ әрме хеҙмәтенә алынғайны, команда йыйылғансы уны йыйылма пунктынан өйгә ҡайтарып торғандар. Мин Өфөгә ҡайтҡас, уның менән Новосибирскиҙан Ләйләгә операция яһаласаҡ көн хаҡында хәбәр көттөк.
1 Май байрамынан һуң уны хирургтар, анестезиологтар, уларҙан тыш башҡа һөнәр табиптары ла ҡарап, ныҡлап дауалағандар, операцияға әҙерләгәндәр. Ниһайәт, тәғәйенләнгән көн тураһында хәбәр алып, беҙ Азамат һәм Андрей менән Новосибирскиға остоҡ.
Операция 1987 йылдың май аҙағында ҡаны алынған ҡоро йөрәктә (на сухом сердце) яһалды. Ҡыҫҡаса аңлатҡанда, бындай операцияны үтәгәндә, йөрәк ваҡытлыса туҡтатып торола. Уның хеҙмәтен ҡан әйләнешен яһалма үтәүсе аппарат – АИК (аппарат искусственного кровообращения) үтәй. Миксома алып ташланғас, йөрәк алды камераһы ла, ҡарынсыҡ та, уларҙа шештең күҙәнәктәрен ҡалдырмау, миксоманың яңынан үҫеү ҡурҡынысын булдырмау маҡсатында бик ентекләп таҙартыла. Операция тамамланғас, йөрәктең эшмәкәрлеге электр тогы ярҙамында ярһытылып, аяҡҡа баҫтырыла. Ләйләгә лә операция ваҡытында әле яҙып үтелгән процедураларҙың барыһы ла эшләнгән.
Ләйлә операциянан һуң дүрт тәүлек реанимация палатаһында булды, шуларҙың икеһендә тын алышы, өлөшләтә аппарат ярҙамында башҡарылды. Уға ауыртыу-һыҙланыуҙарын баҫыу өсөн дауалау наркозы бирелде.
Ғаиләбеҙҙең ул көндәрҙәге хәле үтә көсөргәнешле булды. Хоҙай Тәғәләнең рәхмәте, изге күңелле коллегаларымдың, ғөмүмән, яҡшы кешеләрҙең ярҙамы менән ул осорҙо беҙ лайыҡлы үтеп сыға алдыҡ.
Тик шул осорҙа операциянан һуң Ләйләнең һаулығын аяҡҡа баҫтырыу мәсьәләһендә мин ҙур ғына ике хата ебәргәнмен икән. Улар күп ваҡыт үткәс кенә минең иҫемә төштө. Беренсеһе – Ләйләгә ваҡытлыса, бер генә йылға булһа ла, инвалидлыҡ алыу, икенсеһе – реабилитация үтеү, дауаланыу өсөн “Йәшел сауҡалыҡ” тибындағы шифаханаға юллама алыу булған. Былар икеһе лә ундай операция үткәргән пациенттарға, законлы нигеҙҙә, мотлаҡ үтәлергә тейешле шарттар.
Был тарафтан, үҙемә ҡыйын булһа ла, шуны әйтә алам: бындай “йүнһеҙлек” – беҙҙең халыҡҡа хас һыҙат. Беҙ бик йыш үҙебеҙгә тейешлене юллап ала белеү генә түгел, уның законлы өлөшөбөҙ икәнен дә аңламайбыҙ.
Тағы шуныһы ғәжәп: Ләйләнең өлөшөнә тейешле ошо ике әйбер хаҡында уны диспансерға иҫәпкә алып, дауалаусы табиптар ҙа әйтмәгән. Беҙ инде операцияның уңышлы үтеүе шатлығынан “иҫереп” был турала уйламағанбыҙ ҙа.
Туй, диплом,
интернатуралар

Ләйләнең һаулығы операциянан һуң, барыбыҙҙы ла шатландырып, көндән-көн яҡшырҙы. Уға Аллаһ Тәғәләнең ярҙамы менән бергә бәләкәй сағынан шөғөлләнгән физкультура күнегеүҙәре, үҙенең әүҙемлеге, хеҙмәтте һәм тормошто һөйөүе, асыҡ, шат һәм киң күңелле, алсаҡ булыуы ярҙам итмәй ҡалмағандыр.
Операциянан һуң Ләйлә күберәк йәйәү йөрөргә тырышты. Әкренләп өй эштәрен эшләне. Алда торған имтихандарға әҙерләнде. Андрей менән киноларға, концерттарға йөрөнөләр. 1987 йылдың йәй аҙағында Ләйлә үҙен һау-сәләмәт тип иҫәпләй ине инде.
1987 йылдың 20 ноябрендә Ләйлә менән Андрейҙең туйын да байрам иттек. Үҙҙәренең теләге буйынса иң яҡын дуҫтары, иң яҡын туғандар менән бергәләп туйҙы ябай, баҫалҡы, мосолмандың һыпы туйына оҡшатып үткәрҙек. Өҫтәлдә ҡымыҙ һәм шампан шарабы ғына булды, ә ризыҡ мул ине. Башлыса ике халыҡтың йырҙары йырланды. Бейеүҙәр булманы. Иң һәйбәте: бындай туй барыһына ла оҡшаны.
Сығарылыш дәүләт имтихандарын Ләйлә 1988 йылдың февра­лендә медицина институтының киске бүлеге студенттары менән бергә тапшырҙы. Диплом алды.
Ҡыҙыбыҙ алты йыл буйы бөтә фәндәрҙән дә гел “бишле”гә уҡып килеп, ҡыҙыл диплом алмағанына әсәһенең кәйефе ҡырылды. Мин түҙмәй:
– Быға мин ғәйепле. Ҡыҙым, ғәфү ит инде, – тинем.
– Нисек инде, атай, һин ғәйепле?
– Хәтереңдәме, 1986 йылдың яҙында беренсе тапҡыр имтиханды “дүртле”гә тапшырып ҡайтҡас: “Был – дипломға керәһе билдә”, – тип бер аҙ борсолғайның?
Эш былай булды. Мин ул ваҡытта реанимация бүлеге мөдире вазифаһында инем. Баш табибыбыҙҙың бер танышы – ҙур ғына түрә – баш табип күрһәтмәһе буйынса реанимация бүлегенә урынлаштырылды. Оҙайлы “байрам” осоро кисергәндән һуң был абруйлы түрәнең һаулығы “насарланып” киткән икән. Беҙҙең табип-реаниматологтар әйтмешләй, уны эс яҡлап йыуырға (“надо бы отмыть изнутри”), йәғни ҡанынан, ғөмүмән, организмынан “байрам һыуы” ҡалдыҡтарын йыуып сығарырға кәрәк ине. Түрәне бер тәүлек эсендә рәткә килтерҙек. Ул өйөнә ҡайтырға һорай башланы. Ә реанимациянан, медицина ҡанундары буйынса, ул тура өйөнә ҡайтарылырға тейеш түгел. Уны консультация үткәс кенә ниндәйҙер дөйөм бүлеккә күсерергә кәрәк. Дөйөм бүлектән генә ауырыу өйөнә ҡайтарыла, унда ул бер-ике сәғәт булһа ла дөйөм табип күҙәтеүендә булырға тейеш.
Шәмбе көн ине. Дежур персонал да теге түрәгә ҡағылышлы ошо ҡағиҙәне боҙмаған, теүәл үтәгән. Шәмбе булһа ла, был хәл баш табипҡа ҡәҙәр барып еткән. (Уға, моғайын, “ауырыуҙың” яҡындары хәбәр иткәндер инде).
Дежур реаниматолог минең өйгә шылтыратты. Дауахананың өлкән дежур табибы аша мәсьәлә яйға һалынды. Шәмбе көндөҙ “ауырыу” өйөнә ҡайтарылды.
Дүшәмбе баш табип мине лә, доцентты ла әңгәмәгә саҡырҙы. Мин, ауырыу тарихын баш табипҡа алып кереп, үҙемдең тарафтан барыһы ла дөрөҫ эшләнгәнен иҫбат иттем. Шулай ҙа баш табип миңә аңлатма яҙырға ҡушты. Мин аңлатмала: “...Ни сәбәптәндер доцент Е.Н. консультацияға күп тапҡыр саҡырыуға ҡарамаҫтан килмәне”, – тип яҙҙым, дөрөҫө шулай ине. Баш табип икебеҙгә лә телдән иҫкәрмә яһаны. Ул Е.Н.-ға консультацияларҙың дауахана тарафынан кисектерелмәй түләнә барыуын иҫенә төшөрөп үтте. Баш табиптың иҫкәрмәһе шишәмбе көн табиптарҙың иртәнге оператив­каһында уҡылды.
Ошо ваҡиғанан һуң Е.Н. миңә ҡырын ҡарап йөрөй башланы. Ваҡиғаның эҙемтәһе, ҡаҡлығып, Ләйләгә бәрелде. Уға ҡыҙыл диплом урынына күк төҫтәгеһе эләкте. Мин ҡыҙымды тынысландырыу урынына ул мине тынысландырҙы:
– Ярай инде, атай, борсолма. Кешенең тыумыштан бирелгән холҡон, үҙе теләмәһә, төҙәтеп булмай. Ҡайһы берәүҙәр, сәбәп булмаһа ла, уны уйлап сығара. Мәҫәлән, бына ошо осраҡта ни өсөн үс алырға, бөтөнләй ғәйепһеҙ кешегә насарлыҡ ҡылырға – аңларлыҡ түгел. Педагог исемен йөрөтөүсегә бөтөнләй төҫ түгел дә бит, нишләйһең инде?!
Ошонан һуң доценттың да дауахана күләмендә абруйы кәмей төштө...
ЛәйләЛәйлә һуңғы алтынсы курсҡа интернатураға офтальмология буйынса яҙылғайны. Уны Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеүҙәр институтында үтергә тейеш ине. Әммә ҡапыл ауырып, академик ял алыу арҡаһында үтә алманы. Ә икенсе йылына, ул һауыҡҡас, ошо институтта интернатура булманы. Ләйләгә анестезиология буйынса интернатура тәҡдим иттеләр. Ул риза булды.
Анестезиология-реаниматология буйынса интернатураны Ләйлә Ҡыуатов исемендәге Башҡортостан республика дауаханаһының анестезиология-реаниматология бүлегендә 1988 йылдың апреленән 1989 йылдың мартына ҡәҙәр үтте. Ул Күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтындағы анестезиологтарҙың эше менән танышыу өсөн унда ла барып йөрөнө. Пациенттарға наркоз да биргеләне.
Унда фторатан тип аталған шыйыҡ наркотикты киң ҡулланалар икән, сөнки башлыса балаларға ҡыҫҡа ваҡытлы операциялар, яраларҙы бәйләү осоронда маска аша фторатан еҫкәтәләр. Ә ололарға операциялар башлыса урындағы анестезия менән, йәғни күҙ тирәһендәге нервыларҙы блокадалап, эшләнә. Урындағы анестезияны операция яһаған хирург үҙе лә үткәрә ала.
Балаларға наркоз биргәндә фторатан парҙары асыҡ һауаға ла сыға. Тимәк, ул бөтә персоналға тәьҫир итә. Тик анестезиолог бер үҙе, ә хирургтар күп. Улар алмашынып тора, операцияны ла көн дә эшләмәйҙәр. Тимәк, матдә парҙары анестезиологка күберәк эләгә. Фторатан йөрәккә һәм бауырға насар тәьҫир итә. Ләйләнең операция үткәргән йөрәге өсөн ул ныҡ зарарлы тигән һүҙ. Шулай булғас, уға Күҙ ауырыуҙары институтында эшләргә тура килмәйәсәк.
Ләйлә өлкән коллегалары менән һөйләшкәндән һуң, уларҙың кәңәш­тәрен тыңлап, артабан медици­наның кардиология өлкәһендә эшләргә ниәтләнде.
Ул 1989 йылдың яҙында, интернатураны тамамлағас та, Республика кардиология диспансерының (хәҙер – Кардиология үҙәге) полик­линикаһында табип-кардиолог булып эшләй башланы. Эш барышында кардиологиянан махсуслашыу ҙа үтте. Эшкә урынлашҡанда, һөйләшеп килешеү буйынса, уны бер йылдан стационарға күсерергә тейештәр ине. Күптәнге хыялы стационар шарттарында ғилми эш менән шөғөлләнеү ине. Ә поликлиника шарттарында фәнни хеҙмәт алып барырға мөмкин түгел.
Ошо йылдарҙа уның бер-бер артлы ике ҡыҙы донъяға килеүгә ҡарамаҫтан (өлкәне Динә 1990 йылда тыуҙы, кесеһе Асия – 1991 йылда), Ләйлә Таһир ҡыҙы поликлиника шарттарында ла әүҙем эшләне. Фәнни-практик конференцияларҙа ҡатнашты. Хатта медицина журналдарына ғилми-ғәмәли темаларға мәҡәләләр яҙҙы.
Диспансер түрәләре балала­рының бер нисәүһенә кандидатлыҡ диссертацияһын яҙырға ярҙам­лаш­ты. Әммә Ләйләне вәғәҙә ителгән стационарға күсермәнеләр. Көтә-көтә уның ете йылы үтеп китте.
1996 йылдың көҙөндә уны 18-се дауаханаға эшкә саҡырҙылар. Ваҡытлыса ғына тип дежур табип эшен тапшырҙылар. Бында ла тиҙ арала көндөҙгө эшкә стационарға күсерергә вәғәҙә бирҙеләр. Был дауаханала ла өс йыл ғүмере бушҡа тиерлек уҙҙы.
1999 йылдың көҙөндә Ләйлә Таһир ҡыҙы 13-сө дауахананың анестезиология-реаниматология бүлегенә эшкә килде. 2004 йылда кандидатлыҡ диссертацияһы яҡланы.
2008 йылда хирургия корпусы капиталь ремонтҡа ябылыу сәбәпле, хирургтар һәм анестезиологтарҙың барыһы ла тиерлек бүтән дауа­ханаларға күсерелде. Ләйлә Таһир ҡыҙы ла улар иҫәбенә эләкте. Уға бер нисә эш урынын алмаштырырға тура килде. Уның артабанғы эшмәкәрлеге хаҡында яҙмамдың икенсе киҫәгендә бәйән ителер...


Вернуться назад