Ғәзиз тупрағына таяна08.08.2017
Ғәзиз тупрағына таянаЯңыраҡ ҡулыма хәҙер инде бөгөнгө башҡорт шиғриәтендә ярайһы билдәлелек яулаған Алмас Шаммастың “Өй түбәмдә күгәрсендәр” (Өфө, “Китап”, 2016) исемле яңы шиғри йыйынтығы килеп эләкте. Күләме дүрт табаҡ тәшкил иткән был китапҡа авторҙың башлыса һуңғы йылдарҙа яҙған шиғырҙары һәм “Замандаш трагедияһы” исемле поэмаһы индерелгән.
Башта уҡ шуны билдәләп үтеү зарур: Алмас, башҡа ижадташ тиҫтерҙәренән айырмалы, баш ҡалала тыуып, шунда тәрбиәләнеп үҫкән. Йәғни ул Әнғәм Атнабаевтың: “Яҙыусылар ауылдарҙа тыуып, ҡалаларҙа йәшәп үләләр” тигән шиғри рисаләтенә тап килмәй. Автор быны “Замандаш трагедияһы” поэмаһының лирик геройы исе­менән үҙе лә ишаралап ҡуя: “Мин баш ҡалала ҡом-ташта үҫтем...”
Ғәҙәттә, ҡалала үҫкән балалар бөтә көсөн, хәселен уҡыуға, белем туплауға йүнәлтеүсән. Быға ҡала шарттарының ауылдыҡынан ҡырҡа айырылып тороуы ла ярҙам итмәй ҡалмай. Миҫал өсөн Алмас Шаммастың китап һуңындағы тәржемәи хәленә күҙ һалыу ҙа етә: башҡорт лицейын алтын миҙалға, Башҡорт дәүләт университетының филология һәм журналистика факультетын ҡыҙыл дипломға тамам­лаған. Әлбиттә, был һәр замандағы һәр лицеист өсөн мотлаҡ үтәлергә тейешле ҡанун түгел. Ана, Батша ауылындағы Пушкин уҡыған лицей класында уның партаһы иң артта тора. Унда, ҡағиҙә булараҡ, иң яҡшы өлгәшкәндәр алда, хөртөрәк уҡығандар иһә артҡы парталарҙа ултырған. Аңлашылыуынса, ғилем менән талант араһында тура бәй­ләнеш юҡ. Ә шулай ҙа... Авторҙың әлеге хәленә ишаралауым уның башҡорт әҙәбиәтендә генә түгел, туғандаш һәм урыҫ, хатта донъя әҙәбиәттәрендәге бөгөнгө процес­тарға яҡшы хәбәрҙарҙыр, тип уйлауыма бәйле. Йәштәр бит хәҙер күп уҡый, күпте белә. Бигерәк тә Интернет сығанаҡтарын файҙа­ланыу белемеңде камиллаштырыу өсөн киң юлдар аса.
“Өй түбәмдә күгәрсендәр” китабын уҡып сыҡҡас та, йыйынтыҡ авторының шиғриәтебеҙҙә йәшәп килгән традицион алымдар сиктә­ренән арынып, үҙ юлын, үҙ юҫығын табырға ынтылыуы аңлашыла. Әйтергә кәрәк, бындай тенденция беҙҙә генә түгел, башҡа әҙәбиәт­тәрҙә лә күҙәтелә. Мәҫәлән, урыҫ шиғриәте. Үҙгәртеп ҡороуҙар башланыу менән (хатта иртәрәк тә) унда ике төп ағым барлыҡҡа килде. Тәнҡитселәр, әҙәбиәт белгестәре уларҙың береһен “концептуализм” тип нарыҡлай (“концепт”, йәғни “идея” һүҙенән). Был ағымға берләшкән ижадсыларҙың төп маҡсаты – рәсми идеологияны, соцреализмды тарҡатыу, йәшәп килгән идеологик һәм мәҙәни стерео­типтарҙы башкөллө аяуһыҙ тәнҡит­ләү. Әлбиттә, был тәнҡит тәү сиратта тоталитар дәүләттең “фундаменталь лексиконы”на ҡаршы йүнәлтелә. Концептуалистар, иҫкер­гән, әһәмиәтен юғалтҡан систе­маларҙан, штамптарҙан арыныу менән бер рәттән, үҙ ижадтарында төрлө моделдәр, формулалар тәҡдим итә. Был, уларса, әҙәби фекерҙең үҫешенә ыңғай йоғонто яһай. Шуныһын да әйтергә кәрәк: концептуализм – әлегә рәсми рәүештә ҡабул ителмәгән һәм бары тик ҡанундарҙы емергән әҙәби ағым. Миҫал өсөн концептуалист шағир Дмитрий Приговтың бер шиғырын килтереп үтәйек: “Выходит слесарь в зимний двор. // Глядит: а двор уже весенний. // Вот так же как и он теперь — // Был школьник, а теперь он – слесарь. // А дальше больше – дальше смерть, // А перед тем – преклонный возраст. // А перед тем, а перед тем // А перед тем – как есть он, слесарь”.
Хәҙерге урыҫ шиғриәтендәге икенсе төп ағымды “метареализм” тип йөрөтәләр. Уны икенсе төрлө “метафизик реализм” йә иһә “метафорик реализм” тип тә атайҙар. Уның асылында метафораның метаморфоза (әүерелеү, үҙгәреү) рәүешендә асылыуы ихтимал булған ысынбарлыҡты көсөргә­нешле рәүештә эҙләү ята. Әгәр, ғөмүмән, ижадты әҙип фантазияһы тыуҙырған үҙенсәлекле бер донъя, вәһем тип ҡабул итһәк, метареализм әлеге уйҙырм эсенә йәше­релгән ысынбарлыҡты эҙләү булып сыға. Метареаль шиғриәттә төп троп булып метафора менән метонимиянан айырылып торған метабола (әүерелеү, үҙгәреү) һанала. Был йүнәлешкә О. Мандельштам һәм уға эйәргәндәр үк нигеҙ һала. Мәҫәлән: “Океан без окна, вещество” (Осип Мандельштам). Был килтерелгән миҫал, шиғыр өлгөһө булыуҙан бигерәк, прозаға тартым. Әйткәндәй, уны “жанрҙан тыш проза” тип нарыҡлайҙар. Бына метареаль поэзияның йәнә бер өлгөһө: “Корабль – пристань океана, океан – пристань корабля”. Күреүегеҙсә, унда литота менән гиперболаның инверсияһы (урындарын алмаштырыу) ҡулланылған. Ғөмүмән, метареаль шиғриәт, бөгөнгө урыҫ әҙәбиәтендә барлыҡҡа килгән рухи-мәҙәни күренеш булараҡ, төрлө эксперименттары менән ҡыҙыҡлы. Мәҫәлән, И. Ждановтың бынау шиғри юлын аңлап һәм аңлатып ҡарағыҙ: “Пчела внутри себя перелетела”. Бының өсөн, моғайын, ҡәҙимге белемдән тыш, фәндең төрлө өлкәләрендә хәбәрҙар булыр­ға, юғары математика кимәлендәге фекерләү ҡеүәһе кәрәктер. Түбән­дәге миҫалдар ҙа шул йөмләнән: “Как строится самолет с учетом фигурки пилота, // Так строится небосвод с учетом фигурки удода” (А. Парщиков).
В кустах раздвинут соловей.
Над ними вертится звезда.
В болоте стиснута вода,
как трансформатор силовой.
Летит луна над головой,
на пустыре горит прожектор
и ограничивает сектор,
откуда подан угловой.
(А. Еременко).
Юл ыңғайы шуны ла әйтеп китеү фарыз: ярайһы уҡ абруйлы тәнҡит­селәр бөгөнгө урыҫ шиғриәтендәге ситуацияны “аралыҡ” йә иһә “упҡын” тип нарыҡламаҡсы. Бәғзе берәүҙәр, ғөмүмән, шиғриәт (тотош әҙәбиәтте лә шунда индереп булалыр) ремиссия (мөсһөҙләнеү) осорон кисе­рә, тип иҫәпләй. Йыйып әйткәндә, ҡасандыр дәүләт тарафынан бик ныҡ ҡурсаланған, аныҡ идеологияға хеҙмәт иткән әҙәбиәткә, ундағы көйләнгән процестарға күнеккән әҙәбиәт белгестәре бөгөнгө йәштәр шиғриәтендәге ике күренеште ҡабул итә алмай: лиризмдың (моңдоң) юғала барыуы, ҡалыплашҡан шиғыр төҙөлөшөнән (силлаботониканан) баш тартыу һәм интонацион фразалы шиғырҙың өҫтөнлөк алыуы.
Шулай ҙа бөгөнгө урыҫ шиғриә­тендәге эҙләнеүҙәрҙе һәм улар барышында хасил булған үрнәктәрҙе инҡар итеп тә булмай. Бына, мәҫәлән, Инна Кабыштың ҡыҙыҡлы ғына ижад өлгөһө. Унда һәр строфа анафора менән башлана: “Кто варит варенье в июле, // тот жить собирается с мужем... Кто варит варенье в июле, // тот жить собирается долго... Кто варит варенье в июле, // уж тот не уедет на Запад // и в Штаты не купит билет...” Әҫәр парадоксаль фекер менән тамамлана: “Кто варит варенье в России, // тот знает, что выхода нет”.
Алмас Шаммастың беҙ әле һүҙ алып барған китабындағы шиғыр­ҙарға килгәндә, уларҙы бөгөнгө ысынбарлыҡ тыуҙырған яңы күҙлектән сығып баһаларға тырышыу фарыздыр. Ни тиһәң дә, яңы генерация ижадсылары әҙәбиәткә үҙ инаныстары, үҙ ҡараштары менән килә, тормош ысынбарлығын үҙҙәренсә сағылдырырға ынтыла. Әлбиттә, халыҡтың рухи ихтыяждарын бығаса ҡәнәғәтләндереп килгән ижади традицияларға таянып, уларҙы заман талабына ярашлы артабан үҫтереп һәм камиллаштырып.
Ошо юҫыҡтан ҡарағанда, Алмас Шаммастың ижади тәжрибәләрен күсеү осоро шиғриәте тип атап булалыр. Йәғни, ул бер ҡараһаң, “Шлагбаум”, “Битарафлыҡ”, “Йөрәк-атым”, “Әҙәбиәт йылы” кеүегерәк формаһы яғынан да, йөкмәткеһе һәм тематикаһы яғынан да заманса яңғыраған шиғырҙар яҙа, икенсе ҡараһаң, посткоммунистик йүнә­лештәге “Ленин бабама”, “Ҡыҙыл” ише әҫәрҙәр ҙә ижад итеп ҡуя. Был үҙенсәлек шиғырҙарҙың форма­һын­да ла сағылыш таба. Йыйынтыҡта башҡорт әҙәбиәтендә ҡабул ителгән ҡалып-ҡоршауҙарҙы ватҡан һәм экспрессияға ҡоролған “Быуаттар “аһ”ы”, “Төҙөрһөң”, “Рухы – ерҙә”, “Һүҙҙәр”, “Һөйөү ханым”, “Икәү” һымаҡ интонациялы фразаларға ҡоролған шиғырҙар менән йәнәш аныҡ ритмға һәм теүәл рифмаға буйһондоролған “Һинең дә бар ағас”, “Ҡояшым”, “Өй түбәмдә күгәрсендәр”, “Ҡарт һәм буран”, “Диуана”, “Ҡолон”, “Тыуған тупра­ғыма таянып” кеүек әҫәрҙәр ҙә урын алған.
Алмас Шаммас ижадындағы һүрәтләү сараларына килгәндә, улар бай палитралы мозаиканы хәтерләтә. Был һүрәтләү саралары шиғырҙарҙың эстәлегенә, идеяһына ярашлы ҡулланылып, әҫәрҙәрҙең фекерен, рухын тулыраҡ асырға булышлыҡ итә. Алмас ҡалала тыуып, шунда буй еткерһә лә, уға тыуған тупрағының ғәзизлеген нескә тойоу хас. Үҙе “Тыуған тупрағыма таянып” исемле шиғырында яҙғанса, “...Таянамын тыуған тупрағыма, // Был тупраҡҡай ниндәй ҡәҙерле. // Шул тупраҡ тип минең йөрәк тибә, // Шул тупраҡ бит өҙә бәғерҙе”. Шунан сығып фекер йөрөткәндә, уның
шиғырҙарында йәнләндереү алымы йыш ҡына осрауына аптырайһы түгел. Бына, мәҫәлән, әҙәм балаһы менән тәбиғәт араһында параллель үткәреүгә ҡоролған “Һинең дә бар ағас...” шиғыры. Унда ағастар “ерҙең ҡарынында” бәүелә, уларҙың “әсәһе – ер, ә атаһы – ҡояш”. Улар эргәһендә “һауа бейеп тора, сәпәкәйләп аға шишмәһе”. Шундай уҡ алымды беҙ “Йәшел бәпес” шиғырында ла осратабыҙ: “Ана, ташты яра йәшел бәпес” (унда автор гөлдөң йәшәү көсөнә һоҡлана).
Китаптағы шиғырҙар араһында гипербола алымы ла осрап ҡуя. Бына уның “Ҡояшым” шиғыры нисек башлана: “Мин ҡояшҡа табан барам, // Ә ул – миңә. // Ул да тура ҡарай, мин дә — // Кеме еңә?” Ә “Мин кешеме?” тигән шиғырында лирик герой, ысын кешене эҙләп табыуҙан төңөлөп, күккә аша: “...Мин йүгерҙем һеҙҙән күккә табан, // Булмаҫ, тиеп, намыҫ таш ҡанда” (“Таш ҡан” тигәнде, ҡатҡан, тимәк, үле ҡан, тип аңларға кәрәктер).
Дөйөмләштереү – образлы фекерҙең логик тамамланышы, идеяның ҡаймағы. Шул йәһәттән Алмас Шаммас бик йыш ҡына шиғырҙарының аҙағында (хатта уртаһында) уңышлы ғына дөйөм­ләштереүҙәр яһай. Мәҫәлән, “...Үҙ заманын белмәҫ, тоймаҫ йөрәк – // Аҡылыңа хатта ул тоҙаҡ” (“Рәхмәт, йөрәк!”); “Ысын дуҫтар тик китаптар түгел, // Ә кешеләр ысын дуҫ булырмы?” (“Быуаттар “аһ”ы”); “Улмы тиле, беҙме тиле? // Әллә дәүләт? // Әйҙә, уйлайыҡ ултырып // Беҙ икәүләп” (“Диуана”); Йөрәгеңде асып ҡара: // Ана ниндәй гүзәл өйөң // Ҡалҡып бара” (“Төҙөрһөң”); “Ҡәләменә – дуҫҡа серҙәр һөйләй, // Эй дерелдәй. // Ер тарихын иҫкә алып микән // Йәне тертләй” (“Шәм”); “Минең генә түгел, хатта // Һүҙҙәр башы әйләнгәндер // Ҡасан туҡтау?! – быны хатта // Һүҙҙәр үҙе теләгәндер” (“Һүҙҙәр”); “Баҡсалы йөрәктәр һирәктәр, // Тик арта аҡсалы йөрәктәр...” (“Йөрәгең”); “Беҙ бөтәбеҙ кисә шатлыҡ һипкән, // Бөгөн туҙған балаҫ ишеләр. // Һуңғы йәмен ергә бүләк итеп, // Туҙан булып оса кешеләр” (“Балаҫ ҡаға бер ҡарт”); “Ҡарҙар яуа һаман – изге рухтар // Ер-әсәне һаҡлай һыуыҡтан” (“Ҡарҙар яуа”); “Йөрәгеңдең мәсетенә килдем // Һиңә бағышланған сүрәм менән” (“Һөйөү ханым”).
“Өй түбәмдә күгәрсендәр” ки­табын­дағы шиғырҙарҙың күпселеге социаль йүнәлешле. Уларҙа үткер фекерҙәр, ҡыйыу һығымталар өҫтөнлөк итә: “Батшаларҙың күҙе ҡанға туймай” (“Кисәге батшаға”); “Батшалар ҡоторған заманда, // Байлыҡҡа табынған әҙәмгә, // Намыҫты көсләгән, үлтергән // Ҡәбәхәт, хәшәрәт йәндәргә // Дуҫ тиеп әйтергә буламы?” (“Быуаттар “аһ”ы”); “Бер туҡтауһыҙ һүҙ йылғаһы // Таша, ҡаплай бар донъяны, // Ысынбарлыҡ ҡалалары, // Ауылдары, далалары // Һыу аҫтында. Ята ғына // Сикһеҙ һүҙҙәр океаны!” (“Һүҙҙәр”); “Шиғырға һәм йырға хаҡтарҙы // Кем ҡуйған? Моң нисек үлсәнә?”; “Ваҡ ерҙәр ни бер хәл, // Күҙебеҙ алдында // Ер шары бит һатып алынған” (“Ҡайһығыҙ һатылмай?”); “Беҙҙең заман туйҙырырға мөмкин // Хатта йоҡоларҙан. // Әпкәләйҙәр хәҙер төштә лә бит // Йәнде йолҡҡо­лайҙар!” (“Күҙ йоммаҫҡа”); “Гитлер түгел, беҙҙе һыра еңде, // Илде кимерә шул яуыз ҡорт” (“Ауыл”); “Килеп еттек: балалар ҙа //Бала таба. // Ғүмер башынан уҡ сабый // Сиргә ҡаба” (“Сир”); “Ҡыҫҡар­тыусыларҙы ҡыҫҡартайыҡ! // Ниңә улар йәбешеп яталар?!” (“Ҡыҫ­ҡарталар”).
Эйе, бындай ҡыйыу фекерҙәр әйтергә, тәүәккәл һығымталар яһарға авторҙың әүҙем гражданлыҡ позицияһы һәм шағирлыҡ бурысы өндәй, сөнки ул заманыбыҙҙың көнүҙәк проблемаларына, халҡы­быҙҙың көнитмешенә вайымһыҙ түгел. Алмастың “Битарафлыҡ шиғырындағы бынау юлдар ысын-ысындан уның ижади кредоһы булырлыҡ: “Мин битараф түгел, гел һыҙланам. // Мине тартып тора бар тараф. // Мин битараф түгел заманыма. // Заманым һуң миңә ник битараф?!”
Структур йәһәттән йыйынтыҡтағы шиғырҙарҙың шәкелдәре күп төрлө. Бында беҙ башҡорт халҡының классик оҙон йырҙарына хас булған традицион “ун-туғыҙ” ижекле ритмға ҡоролған шиғырҙарҙы ла (“Һинең дә бар ағас...”, “Республикам”, “Мин кешеме?”, “Ҡарт һәм буран”, “Тыныс йоҡо тиҙәр...”, “Тыуған тупрағыма таянып”, “Ауыл” һ. б.), ун ике ижекле юлдарҙың беренсеһе менән өсөнсөһөн һигеҙ, икенсе менән дүртенсе юлдарҙы дүрт ижекле итеп бүлеп яҙылған строфик фигураларҙы ла (“Ҡояшым”, “Ҡыҙыл”, “Диуана”, “Ҡолон”, “Тыумаған бала ауазы”, “Сир”), таҡмаҡ шәкелендә яңғыраған шиғырҙарҙы ла (“Өй түбәмдә күгәрсендәр”, “Тулҡын”, “Быуыным”), ун дүрт ижекле телмәрҙе һигеҙ менән алты быуынлы юлдарға бүлгеләп яҙылған строфаларҙы ла (“Диңгеҙ”, “Күңелең – сәскә”), ун дүрт ижекте “ун-дүрт” ижеккә бүлеп төҙөлгән шиғри форманы ла (“Атайыма”, “Шәм”) осратабыҙ. Быларҙан тыш, китапта ҡатнаш ижекле юлдарға ҡоролған шиғырҙар бихисап.
Ундай тәжрибәләр Алмас Шаммастың интонацион фразалы, экспрессив рухлы шиғырҙарына хас (“Шлагбаум”, “Яҙҙы көтә йөрәк”, “Быуаттар “аһ”ы”, “Төҙөрһөң”, “Һүҙҙәр”, “Донбасс”, “Йөрәк-атым”, “Икәү”, “Беҙҙең карап”, “Таш бәғер” һ. б.). Бындай типтағы шиғырҙарҙа ваҡыты-ваҡыты менән Александр Блок шиғриәте үрнәктәре сағылып киткәндәй : “Диңгеҙ. Кеше. Ҡая. // Күренеш ябай. // Сеү. Ашыҡма. Ҡара. // Фәлсәфәһе бай” (“Хәтер ҡаяһы”), Шәйехзада Бабич өнө яңғырап киткәндәй: “Халыҡ – ағас. // Рухы – ерҙә. // Өмөтө – күктә. // Күңеле – япраҡ... “ (“Рухы – ерҙә”); “Һин йүгәнһеҙ айғыр кеүек // Елдер әле, елдер, ҡас! // Ғүмеремдең яңы битен // Белдер әле, белдер, ас!” (“Хыял”).
Был тәжрибәләр – Алмастың туҡтауһыҙ эҙләнеүенең, яңылыҡҡа ынтылыуының бер һөҙөмтәһе. Шуның менән бер рәттән улар – авторҙың шаҡтай киң диапазонлы шағир икәненә төплө дәлил.
Китапта урын алған “Замандаш трагедияһы” поэмаһы – Алмас Шаммас ижадының яңы офоҡтарын билдәләгән әҫәр. Унда үҙгәртеп ҡороуҙар сәйәсәте арҡаһында илгә һәм халҡыбыҙға ябырылған һынауҙар, ауырлыҡтар һүрәтләнә.
Был сәйәсәт күҙ алдыбыҙҙа тормошҡа ашырылғанға күрә, ул замандаштарыбыҙға яҡшы таныш. Ҡытайҙа “Һиңә үҙгәртеп ҡороуҙар дәүерендә йәшәргә яҙһын” тигән ҡарғыш юҡҡа ғына иң ҡурҡыныс ләғнәт булып иҫәпләнмәйҙер.
Поэмала төп герой Вилдан, уның атаһы Хәйрулла, һөйгәне Маша һәм Солтан ҡарт образдары аша һыны­лышлы осор тормошо, үҙгәртеп ҡороуҙар алып килгән ҡомһоҙлоҡ, нәфсе ҡомары, ғәҙелһеҙлек, рухи ҡиммәттәрҙең юҡҡа сығыуы, мил­ләт-ара көсөргәнешлек бәйән ителә. Бөгөн намыҫ тигән төшөнсәнең юҡҡа сыға барыуы ғәҙеллекте яҡларға маташҡан урман ҡарауыл­сыһы Хәйрулла менән уның улы Вилдан һалдаттың фажиғәле яҙмыштары аша ышандырғыс итеп һынландырыла.
Ғәҙәттә, мәҡәләнең йә иһә ре­цензияның аҙағын “Дөйөмләштереп әйткәндә... йыйып әйткәндә” тигәнерәк һүҙҙәр менән башлап, алда яҙылғанды йомғаҡлап ҡуялар. Был үҙенә күрә бер йола, ғөрөф-ғәҙәт рәүешендәрәк ҡабул ителгән. Әммә мин был мәҡәләмдең аҙағында әлеге традициянан баш тартырға булдым. Беренсенән, Алмас Шаммас, дөйөм ҡабул ителгән әҙәбиәт ғилеме күҙлегенән ҡара­ғанда, үтә үҙенсәлекле шағир. Шуға күрә уның ижадына яһалған әҙме-күпме байҡау ҙа үҙенсәлеклерәк булһын, тинем. Икенсенән, ниңә әле уҡыусыға энәһенән-ебенә тиклем һөйләп, барыһын да сәйнәп ҡаптырырға? Әйҙә, шиғриәт һөйөүсе дуҫтарыбыҙ үҙҙәре лә был китапты уҡып сыҡһын, һығымтаны ла үҙҙәре яһаһын.
Иң һуңында Алмасҡа хыялдарына һәр саҡ тоғро ҡалыуын, ҡә­ҙерле һәм ғәзиз тупрағына нығыраҡ таяныуын, шул тупраҡ тип йөрә­генең тағы ла көслөрәк тибеүен, бәғеренең йышыраҡ әрнеүен теләге килә.


Вернуться назад