Өфөнән Айгөл Әхмәтшина Францияла үткәрелгән музыка фестивалендә Россиниҙың “Көлһылыу” (“Золушка”) операһында төп партияны башҡарҙы. 21 йәшлек йырсы әйтеүенсә, Көлһылыуҙың тарихы уның өсөн тәрән мәғәнәле. Тап Көлһылыу арияһы Айгөлгә “Belvedere” конкурсында еңеү килтергән, ошо роль уның “йондоҙло сәғәте” булған. – Әкиәттәгеләй, күҙ асып йомған арала тормошомдоң аҫты-өҫкә килде. Әлбиттә, бик тулҡынландым. Әммә фестивалдәге иҫ киткес шарттар, татыу команда, сараның юғары кимәлдә ойошторолоуы көс бирҙе. Ҙур ғаиләгә үҙ кеше кеүек инеп киттем. Солистар араһында иң йәш һәм тәжрибәһеҙҙәрҙең береһемен. Шулай ҙа баһаламаларға ҡарағанда, профессионализм йәһәтенән башҡаларҙан ҡалышмайым, – тине Айгөл Әхмәтшина. – Солистарға һоҡланып бөтә алмайым. Тәжрибәле йырсыларҙың бик көслө составы йыйылған. Улар бөтә донъя буйынса сығыш яһайҙар. Дебютым тап ошо фестивалдә булыуы менән бәхетлемен. Оркестр, хор һәм тамашасыларҙың ҙур ярҙамын тойҙом.
“Opera De Bauge” фестивале быйыл 15-се миҙгелен билдәләй. Сараға нигеҙ һалыусылар – Джон һәм Бернадетт Гримметтар. Тәүге фестиваль 2003 йылда үткәрелгән. Башта унда яңы йырлай башлаған йәштәр ҡатнашҡан, хәҙер иһә тәжрибәле һәм танылған йырсыларҙы саҡырыу мөмкинлеге бар. Тамашасылар һаны йыл һайын өс мең кешегә етә. Уның ҡуйыусы режиссеры – Бернадетт Гримметт, дирижеры – Веналағы “Orpheus Kammerorchester Wien” оркестры етәксеһе Константинос Диминакис.
– Премьера көнөндә үҙемде томан эсендәге кеүек хис иттем. Бик ныҡ тулҡынландым, әммә сәхнәгә сығыу менән ҡурҡыуым юҡҡа сыҡты, тулыһынса ролгә индем, – тип хәтерләй Айгөл. – Тамаша тамамланғас, зал көслө алҡыштарға күмде. Аяғүрә баҫып алҡышлауҙар, “Афарин!” тигән тауыштар, был мәлде һүҙ менән әйтеп биреү мөмкин түгел. “Ошоларҙы әсәйем менән уҡытыусым Наилә Йосопованың күрмәүе ҡыҙғаныс” тигән уй үтте башымдан.
Башҡорт Көлһылыуын бик яҡшы карьера көтә, тиҙәр. Амин, шулай булһын!