“Мин ҡайттым, ҡәҙерле тамашасым…”02.08.2017
“Мин ҡайттым, ҡәҙерле тамашасым…”Сәхнәлә “Яҙмыштарҙан уҙмыш бар” спектакле бара. Уртала – Кендек. Донъя уның тирәләй әйләнә. Шундай мауыҡтырғыс, һоҡланғыс әҫәр. Бер барып ҡараным, икенсегә... Етенсе тапҡыр барҙым. Юҡ, ҡарап туйып булмай. Спектаклдең эсенә инеп китәм дә күңелем менән, эй йөрөйөм берсә илап, берсә көлөп. Беренсе ҡуйылыш актерҙары шул ҡәҙәр яҡын, ҡәҙерле. Бер туғандарым кеүек. Бына ошо спектаклде ҡарағанда таң ҡалдым да инде мин Олег Ханов-Кендеккә.


Шундай ябай, эскерһеҙ, бар донъяны сабыйҙарса ҡабул итеп, бар булмышы менән тормошҡа ғашиҡ малайҙы урта йәштәге ирҙең уйнауы шаҡ ҡатырҙы. Күҙ ҡараштары, мимикаһы, үҙ-үҙен сабый­ҙарса ябай, еңел тотоуы һоҡландырҙы. Юҡ, ул ролдә уйнаманы, ә сәхнәлә йәшәне: шатланды, көлдө, ҡайғырҙы, әрнене, үҙ артынан эйәртте. Уның яҙмышына бәйләнеп барҙы ваҡиғалар. Бында бөтә актерҙар үҙ урынында, шундай белеп, тура килтереп ҡуйылғайны. Был инде режиссерға – ҙур баһа. Шаулап барҙы ул спектакль.
Һүҙем – Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Ханов тураһында. Ниндәй генә ролде башҡарһа ла, шундай ышанды­рырлыҡ итеп, берсә көлдөрөп, берсә илатып уйнай ул. Иҫемдә “Гармунсы дуҫ”ты беренсе тапҡыр ҡарағас, эстән әрнеп, илап йөрөгәнем, Афзалды йәлләп, уның яҙмышы өсөн әсенеп. Ә инде “Шомбай”ҙы уның өсөн генә яҙылған, тип ҡабул иттем. Телевизорҙан йыш ҡына күрһәтәләр ине элек. Программаны ҡарағас та, “Шомбай” башланыуға теҙелешеп ултырабыҙ. Эстәлеген инде ятлап бөттөм тиерлек. Олег Ханов-Шомбайҙың уйнауы мауыҡтыра, һоҡлан­дыра, ҡараған һайын ҡарағы килә.
Элегерәк, йәшерәк саҡта, баш ҡалаға йыш барыла ине: былай ҙа, эш буйынса ла. Спектакль ҡарап ҡайтырға тырыша инем. Бына шундай барыуымдың бере­һендә “Ят йондоҙ” тамашаһын ҡарарға насип булды миңә. Ул саҡта бөйөк актрисабыҙ Зәйтүнә апай Бикбулатова иҫән ине. Ул әсә ролен башҡарғайны. Бына ошо спектаклде ҡарағанда, Олег Ханов уйнаған ролде яҡлап (спектаклдәге исеме иҫтә ҡалмаған), ярлыҡап ултырыуым иҫтә ҡалған. Ә бит ул, ысынында, ҡатыны, балаһы булған ғаилә башлығын уйнаны. Ә мин уны һөйгәне менән ҡауышманы, тип йәлләп ултырҙым. Ул ролде лә шундай өҙгөләнеп, бирелеп, ышандырырлыҡ итеп башҡарғайны.
Һағындыра, бик һағындыра академия театры актерҙары: Олег Ханов, Илһөйәр Ғизетдинова, Хәмит Шәмсетдинов, Илшат Йомағолов, Хөсәйен Ҡудашев, Роза Кәримова, Зинира Атнабаева... Бер мәл Мостай ағайҙың юбилейына арнап, телефильм да төшөргәйнеләр. Төп ролдә – Мостай Кәрим ролендә – Олег Ханов ине. Йыш ҡына күрһәтеп алдылар уны телевизорҙан. Көтөп ала торғайныҡ. Ул да юғалды экрандан. Юғалып торҙо беҙҙең сәхнәнән яратҡан актерым Олег Ханов. Сәбәптәре беҙгә, ябай тамашасыға, мәғлүм түгел. Ә шулай ҙа ҡыйын булды. Күңелгә ниҙер етмәне. Репертуарҙы ҡарап, кемдәр уйнағанын барлайым да барғы килмәй ҙә ҡуя спектаклгә, сөнки минең яратҡан актерым уйнамай. Шулай яйлап өйрәндерҙе.
Мин Өфөгә барып ҡайтһам, ҡайһы бер ауылдаштар (театр яратҡандар): “Олег Ханов ҡайтҡанмы, күренәме?” – тип һорай. Әйтерһең дә, ул Өфө урамында мин электричканан төшкәнде генә көтөп: “Мин ҡайттым, ҡәҙерле тамашасым”, – тип баҫып тора. Бына шундай күңел кисерештәре.
Әлеге ваҡытта яратҡан актерыбыҙҙың үҙебеҙҙең театрҙа уйнай башлауын ишетеп ҡыуандым. Иҫ киткес уйнай, тигән ҡыуаныслы хәбәрҙәр ҙә килеп етте.
Тик сәләмәтлегем ҡаҡшау сәбәпле, спектакль ҡарарға барам, тип ниәтләгәнем дә юҡ. Хәҙер беҙгә, хаҡлы ялдағыларға, шул телевизор ҡала инде. Тик спек­таклдәрҙе төнгө сәғәт 2-нән һуң ғына ҡуялар программаға. Бөтә кеше йоҡлағанда, таң атҡансы телевизор ҡарап ултырып булмай бит инде. Спектаклдәр бит иртән сәғәт 4-5-тә генә бөтә. Ә ауыл кешеһенең эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел. Бына шулай баш вата ауыл пенсионерҙары – программаны кем төҙөй икән, башҡортса тамашалар ниңә таң атҡан мәлгә ҡоролған икән, тип. Элегерәк киске сәғәт 5-6 тирәһендә ҡарай инек, яратҡан спектаклдәрҙе, әртистә­ребеҙҙе. Бына шулай, йырҙағы кеүек: “Һағындырып, һағындырып иҫебеҙгә төшәһегеҙ”.
Мин ризамын яҙмышыма шундай бөйөк шәхес, оло һәләт эйәһе Олег Ханов менән бер заманда йәшәүемә. Ул уйнаған ролдәрҙе иҫкә алып, радио-телевизорҙан сығыштарын тыңлап, ҡарап барам. Ысын ир-уҙаманға изге теләктәрҙә ҡалам.

Дәүләкән районы.


Вернуться назад