Һәр саҡ күңел түрендә апайыбыҙ01.08.2017
Һәр саҡ күңел түрендә апайыбыҙКүгәрсен районы үҙенең төп эше – хужалыҡ мәшәҡәттәре менән шөғөлләнергә лә, төрлө мәҙәни, әҙәби, спорт, белем биреү өлкәһендә ал-ял белмәй, әленән-әле өлгөлө саралар үткәрергә лә ваҡыт таба. Быйыл ошондай сағыу тантаналар районда йыш үтә.
Зәйнәб Биишеваның тыуыуына 110 йыл тулыуға арналған осрашыу – шулар­ҙың береһе. Әҙибәнең тыуған ауылын­дағы музейына Өфөнән халыҡ яҙыу­сыһының исемен йөрөткән “Китап” нәш­риә­те коллективы һәм башҡа ҡунаҡтар килде. Музей экспонаттары менән танышыу нәшриәт коллективы өсөн бик фә­һемле булды. Улар музейға, китап­ха­наға бик күп әҙәби китаптар бүләк итте.
Музей хеҙмәткәрҙәре ҡунаҡтарға Зәйнәб апай Биишеваның, Әкрәм Биишевтың һәм башҡа яҡташтарҙың ижадына арналған күргәҙмә ойоштор­ғайны. Ҡунаҡтар Туйөмбәт ауылынан сыҡҡан шәхестәр исемлеге менән дә танышты.
Осрашыуға Зәйнәб апайҙың улы Тельман Ғәзизов та ҡайтып еткәйне. Нәшриәт директоры Илһам Йәндәүләтов үҙ сығы­шында ауыл халҡының оло шәхестәр үҫтереүен билдәләне һәм артабан да музей менән тығыҙ бәйләнештә була­саҡтарын белдерҙе. Ауылдашым, уҡыу­сым, ауылдың киләсәген ҡайғыртып йөрөгән, ғүмере буйы Күгәрсен райо­нының баш судьяһы булып эшләп хаҡлы ялға сыҡҡан Айҙар Айбасов ауыл халҡын күренекле шәхестәребеҙҙе һәр ваҡыт иҫкә алып, шулар өлгөһөндә йәшәргә тырышырға, уларҙың исеменә тап төшөрмәҫкә саҡырҙы.
Күгәрсен районы хакимиәте башлы­ғының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Эльвира Фәйрушина үҙ нәүбәтендә баш ҡала ҡунаҡтарына рәхмәтен еткерҙе һәм, Зәйнәб апай Биишеваның 110 йыллығын уҙғарыуға районда йыл башынан уҡ эш башлан­ғанын әйтеп, юбилейҙың юғары кимәлдә ойоштороласағына ышанысын белдерҙе. Шулай үтәсәгенә иманым камил, сөнки беҙҙең район етәкселеге, тотош халыҡ үҙ ерлегендә генә түгел, ә республика кимәлендәге сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша, уға баштан уҡ ихлас тотона, һәр саҡ алдынғы урындар яулай.
Ошондай фәһемле сараға йыйылған ауыл халҡын концерт менән ҡыуан­дырмау яҙыҡ булыр ине. Район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге мөдире, атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Разиә Хөснуллина район кимәлендә генә түгел, ә башҡа бик күп өлкәләрҙә танылыу ҡаҙанған бер төркөм артистар Мәҙинә Рәхмәтуллина, Нәғим Нуриманов, Сәйрә Әлимғужина, Земфира Собханғолова кеүек билдәле йырсылар менән килеп еткәйне. Ә инде алмаштырғыһыҙ баянсы Ришат Бәҙретдиновты белмәгән кеше юҡтыр. Улар – Күгәрсен ерендә тәрбиә­ләнеп, маҡтаулы исемгә лайыҡ булған шәхестәр. Ысынлап та, районда мәҙәниәткә ҙур иғтибар бирелә.
Туйөмбәт халҡы һәм ҡунаҡтар район артистары сығышынан ҡәнәғәт ҡалды, сөнки үткәндәрҙе иҫкә төшөрөп, Зәйнәб апайҙың һүҙҙәренә яҙылған үҙенсәлекле йырҙар яңғыраны.


Вернуться назад