Туған телебеҙҙең ҡулланылышы хаҡында ҡор уҙғарып, “Башҡортостан” гәзите бик һәйбәт эшләне. Беҙ һүҙҙәрҙең дөрөҫ яҙылышын матбуғат биттәренән эҙләргә, телевидение, радио тапшырыуҙарында, театрҙарҙа яңғыраған телмәрҙе өлгө итеп алырға күнеккәнбеҙ. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, атап кителгән урындарҙа хаталарға юл ҡуйыла. Бындай яңылышлыҡтар башлыса фәнни-техник терминдарҙы ҡулланғанда ебәрелә.
Медицина хеҙмәткәре булараҡ, ошо өлкәләге хаталарҙы күрһәтеп китергә теләйем. Тармаҡтың ҡайһы бер оло төшөнсәләрен дә яңылыш аңлатҡан осраҡтар бар. Медицина фәне һәм практик медицина өс ҙур төркөмгә бүлеп йөрөтөлә. Беренсеһе — ғәҙәти йәки ҡәҙимге, бик боронғо замандарҙан йола буйынса бирелә килгән медицина. Ул урыҫ фәнни әҙәбиәтендә традиционная медицина тип алынған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошо өлкәне традицион булмаған медицина ти ҙә атайҙар. Ә бит, әйткәнемсә, уның тарихы бик төпкөлдә ята. Мәҫәлән, энә терапияһын Ҡытайҙа бынан биш-алты мең йыл элек үк ҡуллана башлағандар. Был төргә шулай уҡ барса массаж, үлән менән дауалау, быуын ултыртыу, мануаль терапия инә. Медицина йүнәлешле күп юғары уҡыу йортонда, Башҡорт дәүләт медицина университетында ла, традицион медицина кафедралары бар. Мәскәүҙә ошо төр буйынса Үҙәк ғилми-тикшеренеү институты эшләй.
Икенсе төркөм — ғәҙәти булмаған медицина. Уны “парамедицина” (башҡортса — “медицина яны”, “медицина эргәһе”) тип тә йөрөтәләр. Асыҡлап әйткәндә, был өлкәлә медицинаға ҡатнашлығы булмаған кешеләр өҫтөнлөк итә.
Төп төркөм — академик медицина. Классик медицина тип тә әйтергә мөмкин. Ул терапия, хирургия, акушерлыҡ-гинекологияны һәм уларҙан бүленеп сыҡҡан бихисап фәнде үҙ эсенә ала.
Журналистарға һуңғы йылдарҙа донъя күргән медицина һүҙлектәрен ҡулланырға тәҡдим итәм. Айырыуса данлыҡлы офтальмолог, академик М.Т. Аҙнабаевтың “Медицина терминдарының русса-башҡортса аңлатмалы һүҙлеге” тигән хеҙмәте оло иғтибарға лайыҡ. Уңайы тура килгәндә алтаҡта, рекламаларҙағы хаталар хаҡында ла әйтеп үткем килә. Улар тураһында күп яҙыла. Хаталарҙы фашлаусы фотоһүрәттәр ҙә килтерелә. Әкренләп булһа ла алға китеш бар, әлбиттә. Хаталарҙы тамырынан йолҡоп ташлау өсөн ҡала һәм райондарҙағы терминология хеҙмәттәренең эшмәкәрлеген әүҙемләштереү мөһим.
Дөйөм алғанда, беҙ, медицина хеҙмәткәрҙәре, туған телебеҙгә битараф түгелбеҙ, уның киләсәге яҡты булыуын теләйбеҙ.
Таһир ЛАТИПОВ,
табип.
Өфө ҡалаһы.