Йәйҙең йәмле хәтирәһе28.07.2017
Һөйөү йыры

Мөхәббәт диңгеҙҙән сыҡҡан, тиҙәр,
Шуға ярһыуҙыр һөйөү хистәре.
Диңгеҙ бит ул бик аҙ тынып тора,
Таңда – тыныс, ярһыу – кистәрен.

Шыбыр-шыбыр килеп тулҡындары
Яҙа кеүек һөйөү йырҙарын.
Диңгеҙ ярҙарында йән ял итә,
Шундай рәхәт шауын тыңлауы.

Тыңла әле һин дә… тотош бер йыр,
Һөйөү йыры тыуа, сер булып.
Һөйөү йөрөй диңгеҙ өҫтәрендә
Ап-аҡ күбектәргә күмелеп…

Төш

Тулҡын өҫтәренән йүгерәмен
Күбектәргә күмелеп.
Баш осомда – ҡояш,
Тәнем – ҡауырһын,
Күбәләк – күңелем.
Шундай еңел генә
Үтәм елеп
Тулҡын араһынан.
Ҡарамайым диңгеҙ төпкөлөнә
Ҡурҡыу алыр һымаҡ,
Күрһәм диңгеҙ төбөн.
Унда донъя – серле,
Шомло, ҡурҡыныс та.
Уянып китәм дә
Ҡыуанамын
Фани донъялыҡҡа.

Диңгеҙ

Диңгеҙ керә төшкә,
Нисәнсе көн
Уянам тулҡындар шауына,
Икһеҙ-сикһеҙ
Диңгеҙ уртаһынан
Ялан аяҡ киләм тағы ла.
Йүгереп кенә үтәм
Тулҡындарҙан,
Килгән кеүек ерҙән йүгереп,
Яр күренмәй,
Көмөш тәңкәләрем
Ҡала тулҡындарға һибелеп.
Үҙем ҡауырһындай
Еңел, имеш.
Оса йәнем диңгеҙ өҫтөнән,
Диңгеҙ шаулауына
Уянам да,
Үкенәмен, тағы төш кенә.
Йәй төҫө

Алмағасыма ҡар ятҡан,
Аҡ сәскә атҡанмы ни!
Серле ҡыш селтәрле шәлен
Иңенә япҡанмы ни!

Ем-ем килеп ынйылары
Емелдәй өҫтәрендә.
Ынйы һибелә күктәрҙән
Көнөн дә, кистәрен дә.

Ә хуш еҫле алмаларым
Ҡунаҡсыл өҫтәлемдә
Йәйҙең йәмле хәтирәһен
Төшөрә иҫтәремә.

Беренсе ҡар

Беренсе ҡар яуҙы бөгөн
Тышта шундай паклыҡ, аҡлыҡ.
Бейегәйгән кеүек күктәр,
Һауаларҙа – шундай сафлыҡ.

Тирә-яғым – тотош бер моң,
Шундай серле бөгөн донъя.
Аҡ ҡар йырып китеп барам,
Күңелемә моңдар тула…


Илай тәҙрәләре өйөмдөң

Эй һыланы епшек ҡарын
Шашҡан буран тәҙ(е)рәмә.
Илай-илай аҡты ҡарҙар
Тәҙ(е)рәнән тәҙ(е)рәгә.

Ҡушылып иланым мин дә
Шашҡан буран тауышына.
Үрһәләнде яңғыҙ йәнем
Яңғыҙ шәмем яҡтыһында.

Ирегән балауыҙ ҡалды
Яҡты янған шәмдәремдән.
Йәшме, ямғырмы тамсылай
Һөйрәлеп барған шәлдәремдән…

Дәүләкән районы.


Вернуться назад