Республикабыҙҙа “ЛиФФт” Бөтә Рәсәй әҙәби журналының төбәк редакцияһы асылды. Журналдың тәүге һаны менән баҫманың төбәк мөхәррире, шағирә Лариса Абдуллина таныштырҙы. – Барыбыҙҙы ла – Башҡортостан яҙыусыларын һәм матбуғат дуҫтарын – яңы журнал менән ҡотлайым. Көтөп алған ҡыҙыҡлы баҫманың донъя күреүе – әҙәби мөхиттә иҫтәлекле ваҡиға, – тип мөрәжәғәт итте журнал биттәренән мөхәррир.
“ЛиФФт” проекты журналдың республика һандарын нәшерләү мөмкинлеген бирә. Унда төбәк тәржемәселәренең тырышлығы менән башҡорт авторҙарының әҫәрҙәре рус телле уҡыусыға еткереләсәк. Мәҫәлән, журналдың тәүге сығарылышына Рауил Бикбаев, Мостай Кәрим, Салауат Әбүзәров, Гүзәл Ситдиҡова, Йомабикә Ильясова, Марсель Сәлимов, Мөнир Ҡунафин, Зәки Әлибаев, Наил Мәхмүтов, Айгиз Баймөхәмәтов кеүек авторҙарҙың әҫәрҙәре инде. Бер йыл эсендә ошондай ике төбәк сығарылышын нәшерләү күҙаллана.
– Ҡәҙерле дуҫтар! Башҡортостан Республикаһында “ЛиФФт” журналының тәүге төбәк һаны донъя күреү айҡанлы барығыҙҙы ла ихлас ҡотлайым! Был журнал – ҙур әҙәби проекттың бер өлөшө. Илебеҙҙә – һикһән биш төбәк, һикһән биш әҙәби утрау. Шуларҙың береһе – әҙәби Башҡортостан, – тине Бөтә Рәсәй әҙәби журналының баш мөхәррире Маргарита Аль.