Нурҙар аша күҙем һалам26.07.2017
Иҫтәлек кенә
Кистәрҙә шылтырап асылып ябылған
Ҡапҡалар йәшлектә бер миҙгел генә ул.
Шул саҡта наҙланып һөрөлгән йән-йәркәй
Һаман шат көлгәндәй, иҫтәлек кенә ул.
Хуш еҫле баҡсала икәүләп ултырған
Төштәргә керә лә йөрәкте телә ул.
Мөхәббәт утында янған ул минуттар –
Күңелгә килгән саҡ иҫтәлек кенә ул.
Ай нуры төрөнгән сихри тын урамдар,
Әйтерһең, әле лә үтәнән күрә ул.
Баҡалар сурлашып, эттәрҙең өргәнен
Һөйләгән шикелле, иҫтәлек кенә ул.
Һуңғы яҡты
Атайым иҫтәлегенә
Атайымды күреп үҫмәһәм дә,
Атайҙарға ҡарап йәшәнем.
Сабый саҡтан, йылы ҡосағыңа
Мохтаж булып үҫтем әсәнең.
Ғүмеренең һуңғы сәғәтендә
Өмөт килеп ишек ҡаҡты ла:
Йомоҡ күҙҙәрен бер астырҙымы,
Ҡара, тигән кеүек яҡтыға.
Атай, тинем, күрәһеңме мине?
Тик белмәнем ул ни күргәнен.
Күргәндер ул, бәлки, һуңғы тапҡыр
Ҡояш нуры менән ер йәмен.
Әллә ҡайҙа ҡалып юғалһа ла,
Яҡын ғына кеүек арабыҙ.
Олоғайып атай булғанда ла,
Беҙ бит әле һаман балабыҙ.
Ҡуян күстәнәсе
Ҡуян күстәнәсе ашаманым,
Ашайһылар килгән саҡта ла.
Шул күстәнәс минең күңелемдә
Хыял булып ҡына һаҡлана.
Атай эштән ҡайтып өйгә инә,
Йорт эсендә атын туғарып.
Сатнап бөткән йомортҡалар һуҙа
Төргәгенән миңә сығарып.
Атай йортҡа инә келтер-келтер,
Яйлап ҡына атын туғара.
Шул минутта ул, бер хыял булып,
Офоғона китеп юғала.
Хыял татлы ҙур бер хискә эйә,
Көткәндәр бер килер шикелле.
Тартып торған кеүек ышанысты,
Барып етеп булмай һис инде.
Бала саҡтың шул саф миҙгеле лә
Бер яҡтыһы булып сағыла.
Шул яҡтылыҡ ғүмер буйы һүнмәй,
Ҡуян күстәнәсен һағына.
Ҡылғандар
Ҡылғандарға баҫһам аяҡ тая,
Тау биттәре ҡуйы ҡылғанлы.
Ғүмер уҙған һайын, уйым арта,
Хәтерләтеп булған, ҡылғанды.
Ана ҡылған скрипкаһын уйнай,
Елә аттар елгә атланып.
Илай һымаҡ һөйөү ғазабынан
Толомона йәш ҡыҙ ҡапланып.
Болғансыҡ һыу һипкән төҫлө күккә,
Ҡояш йөҙөндә сағыла.
Тауға менгән һайын күңел һаман
Шул илаған ҡыҙҙы һағына.
Күктән төштөм
Елдәр минән һоранылар,
Һин ҡайҙарҙан иҫтең, тип.
Елдәргә мин яуап бирҙем,
Мин күктәрҙән төштөм, тип.
Ямғыр яуа һөйләй-һөйләй,
Күккә болот аҫҡан да.
Минең кеүек иланы ул
Ергә аяҡ баҫҡанда.
Ямғыр йәшен һыҡҡандан һуң,
Ҡояш сыҡты, ер кипте.
Сихри кистәр күңелемде
Моңландырҙы, елкетте.
Күктәге ай мине күреп –
Ергә төшкән ай, тине.
Уның да бик йөҙө яҡты,
Аһ, ай нурылай, тине.
Иртә таңым атҡан һайын,
Көтәһеңме күптән, ти.
Һандуғас та ҡанат ҡаға,
Мин дә төштөм күктән, ти.
Ал ҡояшым ерҙе һыйлай,
Ҡойондора нурына.
Нурҙар аша күҙем һалам
Күктән төшкән юлыма.
Урманда
Урман ситендәге ҡарт ҡайындың
Тып-тын бәүеләләр суҡтары.
Аҡ ҡайын да ниҙер әйтер кеүек,
Ботағында ҡошо юҡ сағы.
Тик һайыҫҡан бер яңғыҙы оса,
Моңһоу бер төҫ биреп урманға.
Был ҡош та бит моңло кеүек ине,
Һандуғастар һайрап торғанда.
Йыш-йыш ҡына шырҡ-шырҡ итә,
Имеш, хәбәрләшмәй үткәрмәй.
Урман эсе тып-тын, бер тауыш юҡ,
Һайыҫҡандың эше бөткәндәй.
Өҙөлгән бер гармония, тынған,
Өнһөҙ ҡалған урман – шул яра.
Ағас ботаҡтарын елдәр сайҡай,
Хөкөм һөрә унда ишара.