Белем илендәге ышаныслы компас26.07.2017
Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхана директоры Айгөл Моратова быйыл, 80 йәшем тулыу айҡанлы, әҙәби ижадыма һәм ғилми эшмәкәрлегемә арналған биобиблиографик күрһәткес бүләк итте.


196 биттән торған был ғәйәт ҡиммәтле баҫманың донъяға сығыуы минең өсөн генә түгел, ғөмүмән, китап уҡыусылар, айырыуса әҙәбиәт һәм тел белгестәре өсөн дә ҡыҙыҡлылыр тип уйлайым, сөнки бында ижадыма бәйле библиографик мәғлүмәт тәү башлап мөмкин тиклем тулыраҡ тупланған һәм, әлбиттә, библиографик тасуирлама ГОСТ талаптарына ярашлы төҙөлгән.
Шуны ла әйтеп үтәйем: бындай күрһәткесте элегерәк, 2012 йылда, мин үҙем дә төҙөп ҡарағайным. “Ғилем” нәшриәтендә донъя күргән ул баҫмаға йәмғеһе 712 библиографик берәмек индерелгәйне. Ә бына Милли китапхана хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән китапта был һан 1848-гә барып еткән. Был иһә китапхананың мәғлүмәт һәм белешмә-библиография бүлеге белгестәренең күрһәткесте төҙөгәндә ни тиклем ентекле эшләүҙәре тураһында һөйләп тора. Ошондай ҙур күләмле һәм күп тармаҡлы мәғлүмәтте классификациялау мәсьәләһен дә төҙөүселәр ыңғай хәл итеүгә өлгәшкән, сөнки бер юлы әҙәби ижад һәм фән менән шөғөлләнгән әҙип-ғалимдың эшмәкәрлегенә тасуирлама биреү библиографтар өсөн шаҡтай ҡатмарлы проблема булғанлығы һәр кемгә аңлашылып торалыр.
Әйткәндәй, биобиблиографик күрһәткесте төҙөү осоронда мин, бүлектең етәксеһе Зәкинә Тимерғәҙе ҡыҙы Әғзәмова менән әленән-әле осрашып, эштең барышын күреп, бүлек хеҙмәткәрҙәренең тырышлығын, мәғлүмәт донъяһында күпме тир түгеүҙәрен белеп йөрөнөм. Шуның өсөн дә уларҙың һәммәһенә, айырыуса биобиблиографик белешмәне сығарыуға яуаплы А. Моратоваға, төҙөүселәре З. Әғзәмова, Г. Әхмәҙиева, Ә. Батыршина, Л. Иҫәнғолова, З. Собханғолова, Ә. Юлановаға, яуаплы мөхәррире Ә. Фәтхетдиноваға, техник мөхәррире А. Йосоповҡа ысын күңелдән рәхмәтлемен.
Китапханала миңә быға тиклем “Башҡортостан яҙыусылары” серияһында Мифтахетдин Аҡмулла, Мәжит Ғафури, Зәйнәб Биишева, Мостай Кәрим, Фәрит Иҫәнғолов, Ноғман Мусин, Ирек Кинйәбулатов, Ҡәҙим Аралбай һ.б. ижадына арналған библиографик күрһәткестәр менән танышырға насип булғайны. Ул баҫмаларҙың һәр береһе бик ентекле төҙөлгән, яратып, зауыҡ менән нәшер ителгән. Мәғлүмәт һәм белешмә – библиография бүлеге үҙ эшендә, һис һүҙһеҙ, ҙур тәжрибә туплаған. Уның эшмәкәрлеге әҙәбиәтебеҙ, рухиәтебеҙҙе байытыуға хеҙмәт итә. Рәхмәт һеҙгә, мәғлүмәт донъяһының тоғро хеҙмәткәрҙәре!


Вернуться назад