Яңыраҡ Өфөлә “Асфандияров Анвар Закирович” тигән библиографик белешмә донъя күрҙе. Төҙөүсеһе – халҡыбыҙҙың аҫыл улдарының береһе, мәшһүр ғалим Әнүәр Әсфәндиәровтың ҡатыны Клара апай. Йыйынтыҡта фән әһеленең тормош юлы һәм эшмәкәрлеге, өйрәнгән башҡорт ауылдары, төп ғилми хеҙмәттәре, уның хаҡында яҙылған мәҡәләләр исемлеге тупланған. Баш һүҙҙе тарихсы Булат Аҙнабаев, Рәмил Рәхимов, мәғариф ветераны Марат Хафизов яҙған. Олуғ шәхесебеҙҙе иҫкә алып, мәҡәләләрҙең береһен гәзит уҡыусыларға тәҡдим итәбеҙ. Танылған ғалим, Башҡорт дәүләт университеты профессоры Әнүәр Әсфәндиәров менән беҙ беренсе тапҡыр 1958 йылдың август аҙаҡтарында, ул ваҡытта баш ҡаланың Киров урамында урынлашҡан 1-се башҡорт республика мәктәп-интернатында осраштыҡ. Алға китеп әйтәйем, Әнүәр 1953 йылда ошо мәктәпте уңышлы тамамлап, М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының тарих факультетында уҡый башлай.
Әнүәр менән мин 50 йылдан ашыу аралаштым. Ул үҙенең бала саҡ йылдары тураһында бик һөйләргә яратманы, еңел булмағандыр, күрәһең.
Бәләкәйҙән етем ҡалып, тыуған яғы Баймаҡ районында балалар йортонда тәрбиәләнә, ә юғары кластарҙа 9-сы республика мәктәбендә уҡый. Мәктәптә фән нигеҙҙәрен ныҡлы үҙләштергән һәм төплө белем алған Әнүәргә Мәскәү дәүләт университетында уҡыу ауыр булмай. Биш йылдан һуң ул ошо уҡыу йортон уңышлы тамамлап, үҙенең мәктәбенә тарих уҡытыусыһы сифатында кире ҡайта. Әнүәр Мәскәүҙә бик яҡшы әҙерлек ала, шуға уға уҡытыу методикаһы буйынса тәжрибә туплау әллә ни ауыр булмай. Тиҙҙән ул ҡалала һәм республикала танылған тарих уҡытыусыларының береһенә әйләнә.
Әнүәрҙең мәктәптә эшләгән йылдарын иҫкә төшөргәндә, мин шулай уйлап ҡуям: ул уҡытыусы булырға тыуған. Мәктәптә эшләр өсөн Хоҙай уға бөтәһен дә биргән. Төҫ-баш, буй-һын тиһеңме, белем кимәле тиһеңме, системалы рәүештә үҙ өҫтөндә эшләү тиһеңме — был һыҙаттарҙың барыһы ла бар унда. Тағы ла шуны әйтке килә: 60-сы йылдар башында мәктәптәрҙә балаларҙы тәрбиәләүҙә, уларҙың донъяға ҡарашын формалаштырыуҙа ҙур әһәмиәткә эйә булған “Йәмғиәтте өйрәнеү” тигән фән индерелде, 1-се интернатта был яуаплы эшкә Әнүәр Закир улы тотондо. Эш уңышлы китте. Тиҙҙән ул үҙе республика һәм ҡала уҡытыусылары өсөн семинарҙар үткәрә башланы. Хәтеремдә, уның йәмғиәтте өйрәнеү дәресендә булып, Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы методисы һоҡланып сыҡҡайны. Ул бигерәк тә кабинеттың йыһазландырылыуына ғәжәпләнгән. Яңы фән булғанлыҡтан, әле ул саҡта дәүләт тарафынан әҙерләнгән күргәҙмә материал юҡ ине.
Әнүәр Закир улы дәрестәрендә үҙе эшләгән ниндәй генә таблица һәм диаграммалар файҙаланмай торғайны?! Ә уның уҡыусылары, бигерәк тә юғары класс ҡыҙҙары, уҡытҡан фәненә генә түгел, үҙенә лә ғашиҡ ине. Әнүәр Закир улының, тарих уҡытыусыһы булараҡ, тағы ла бер яғына туҡталмай булмай.
50-се йылдар аҙағы – 60-сы йылдар башында мәктәптәр өсөн Башҡортостан тарихы дәреслектәре сығарылмай ине. Әле шул йылдарҙа уҡ ул Рәсәй тарихын Башҡортостан тарихы менән тығыҙ бәйләп алып барҙы.
Бер ваҡытта ла балаларға дәрес биреү менән генә сикләнмәне. Башҡортостан тарихын өйрәтеүҙе дәрестән тыш та дауам итте. Өфөлә, Башҡортостанда йәшәгән В. И. Ленинды күргән, Совет власы өсөн көрәштә һәм Граждандар һуғышында ҡатнашҡандар, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, Дан орденының тулы кавалерҙары, данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы батырҙары менән балаларҙы осраштырыу, төрлө ихтилал һәм сәйәси темаларға конференциялар үткәреү – бына уның дәрестән тыш үткәргән ҡайһы бер уҡытыу алымдары. Шуға Әнүәр Закир улының уҡыусыларының да тарихтан белемдәре төплө була торғайны.
Тиҙҙән ул фән юлынан китте. Мәктәп өсөн ҙур юғалтыу булһа ла, ул һайлаған фән өлкәһе һәм юғары уҡыу йорто отто ғына. Ул 40 йыл дауамында Башҡорт дәүләт университетында эшләне.
1965 йылда булған бер хәл иҫтә ҡалған. СССР Фәндәр академияһының Башҡортостан филиалы Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты аспирантураға конкурс иғлан итте. Әнүәр Закир улы унда ҡатнашырға булды. Унан тыш, тағы бер нисә кеше документтарын тапшыра. Тиҙҙән имтихандар, расписание һәм унда ҡатнашыусыларҙың исемлектәре эленеп ҡуйыла. Уларҙың береһе Әнүәрҙең фамилияһын күргәс, юҡ, Әсфәндиәров менән ярышып булмаҫ, тип документтарын кире алып китә. Был хәл күп нәмә тураһында һөйләй.
Аспирантураны тамамлап, 1970 йылда Әнүәр Әсфәндиәров Мәскәү дәүләт университетында кандидатлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай һәм 1974 йылға тиклем Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында ғилми хеҙмәткәр булып эшләй. 1974 йылдың авгусынан алып – Башҡорт дәүләт университетында, ә 1994 йылдан университеттың Ватан тарихы кафедраһы профессоры.
Ошо мәҡәләне яҙыр алдынан Әнүәр Закир улының элекке студенты, хәҙер инде тарих фәндәре докторы, профессор Айтуған Ирек улы Аҡманов менән осрашып, уға шундай һорау бирҙем: “Әнүәр Закир улын мәктәптән һәләтле тарих уҡытыусыһы тип беләм, ә бына университет уҡытыусыһы булараҡ ул ниндәй ине?” Ул дуҫыма юғары баһа бирҙе. Беренсе сиратта уның юғары уҡыу йорто уҡытыусыларына хас тәрән белемгә эйә булыуын билдәләне. Икенсенән, Әнүәр Әсфәндиәров үҙенең бай фактик материалды студенттарға бирә һәм уларҙы тарих фәне менән ҡыҙыҡһындыра белә. Кафедрала Ватан тарихы курсын уҡытыу процесын ҡулайлаштырыу, уның методикаһын заман талаптарына тура килтереү буйынса кафедра мөдире И. Аҡманов менән бик күп эшләне.
Әнүәр Закир улының тормош юлына байҡау яһағанда, уның фәнни эше тураһында әйтмәү килешмәҫ. Был фекерҙе раҫлау өсөн түбәндәгеләрҙе әйтеү ҙә етә. Башҡортостан тарихы буйынса уның 20-нән ашыу монографияһы һәм китабы донъя күрҙе. Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу барышында үҙ инициативаһы менән 1990— 2000 йылдарҙа Башҡортостандың 46 районының ауылдары тарихын яҙып нәшер итте. Тәүге өс китабы яңынан баҫтырылды. Уларҙың тиражы 100 мең дананан артты.
Тыуған яғыбыҙ халыҡтарының 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуҙары тураһында яҙған китаптарының Тыуған илебеҙгә, республикаға ҡарата һөйөү тәрбиәләүҙә әһәмиәте бик ҙур. Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларының тарихын яҙыуҙа ла әүҙем ҡатнашты. Юғары уҡыу йорттары һәм мәктәптәр өсөн Башҡортостан тарихы буйынса баҫтырылған дәреслектәрҙең авторы ла. Ул 1993 – 1998 йылдарҙа “Башҡортостан” телевидениеһында ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә эйә булған “Шәжәрә” тапшырыуын алып барҙы. Был тапшырыуҙарҙың, донъяны танып-белеү күҙлегенән ҡарағанда, әһәмиәте шулай уҡ ҙур ине.
Әнүәр Закир улы ғалимдарға хас булған тағы бер мөһим һыҙатҡа эйә. Ул тарихи ваҡиғаларҙы һәм күренештәрҙе бик тәрән анализлай белә, уға аналитик фекер хас. Сығыштары, ғилми хеҙмәттәре тәрәнлеге менән айырылып торҙо.
Ә. Әсфәндиәровтың кешелек сифаттарына һоҡланырлыҡ. Миңә тура һүҙле булыуы оҡшай ине. Ғалим булараҡ, йыш ҡына башҡа тарихсыларҙың яҙған китаптарына рецензиялар яҙҙы. Уның намыҫына тап төшөргәнен мин иҫләмәйем. Иҫ киткес принципиаль кеше булды. Ул аҡты ҡара, ҡараны аҡ тип иҫбатларға тырышманы. Әгәр берәй ғалим рөхсәттән тыш уның фекерҙәрен алһа, ул кешене халыҡ алдында “бур” тип атарға ла тартынманы.
Әнүәр Әсфәндиәров уҡыусыларға, студенттарға тәрбиә, тәрән белем, заман әҙерлеге биреү эшенә үтә күп көс һалды. Шуның менән бергә ул тарих фәнен артабан үҫтереүгә лә тос өлөш индерҙе. Үткән юлын байҡап ултырғанда, шундай фекергә килдем. Ул бер ваҡытта ла дәүләттән бер нәмә лә талап итмәне. Кесе йәштән етем ҡалған Әнүәр оҙаҡ йылдар дөйөм ятаҡта йәшәне. Мәктәптә уҡығанда балалар йортонда, Мәскәү дәүләт университетында — ятаҡта, интернатҡа эшкә килгәс – уның ятағында, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына уҡырға ингәс – уның ятағында. 40 йәш тула тигәндә генә “хрущевкала” ике бүлмәле фатир бирҙеләр.
Уның фәнни хеҙмәттәре тураһында уҡыусыһы, тарих фәндәре кандидаты Юлай Әбсәләмов былай ти: “Мин уҡытыусым менән, уның фән үҫтереүгә индергән тос өлөшө менән һәр саҡ ғорурланам. Уның фән өлкәһендәге хеҙмәте тотош бер институттың эшенән бер ҙә кәм түгел. Әнүәр Закир улының күп томлы “Башҡорт ауылдарының тарихы”н ғалимдың фәнни батырлығы тип иҫәпләп була. 1989 йылда донъя күргән “ХVIII-ХIХ быуаттың беренсе яртыһында башҡорттарҙа никах һәм ғаилә” исемле китабы ла ғалимдар һәм йәмәғәтселек күңеленә хуш килде. Һуңғы халыҡ иҫәбен алыуға әҙерлек барышында профессор Әнүәр Әсфәндиәров төньяҡ-көнбайыш Башҡортостандың демографик үҫешендә тәрән фәнни эҙләнеүҙәр үткәрҙе, һөҙөмтәлә “Көнбайыш башҡорттары. 1795—1917 йылдарҙа халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса” исемле күләмле фәнни хеҙмәте донъя күрҙе. Был хеҙмәттең тарихи ысынбарлыҡты аяҡҡа баҫтырыуҙа ғына түгел, халҡыбыҙҙың милли аңын үҫтереүҙә лә әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ”.
Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәй дәүләтенә ҡушылыуҙың 450 йыллығына әҙерлек барышында ла ғалим уңышлы эшләне. “Башҡортостан Рәсәй составына ингәндән һуң”, “Башҡортостанда кантон идаралығы”, “Башҡорт тархандары”, “Олатайҙарҙың бар тарихы”, “Миңзәлә башҡорттарының ауылдары”... исемле китаптары донъя күрҙе. Был хеҙмәттәрҙең һәр береһе халҡыбыҙ тарихының әлегә тиклем аҙ өйрәнелгән яҡтарын асып бирҙе.
Әнүәр Әсфәндиәровтың фән, уҡыу-уҡытыу, йәмғиәт өлкәһендәге оло хеҙмәте республика етәкселеге тарафынан юғары баһаланды, почетлы исемдәр бирелде, Салауат Юлаев, Халыҡтар дуҫлығы ордендары менән бүләкләнде. Ләкин, минең уйымса, уның иң ҙур наградаһы – ул уҡытҡан студенттарҙың, ғалимдарҙың, халҡыбыҙҙың оло хөрмәтелер.