“Дөрөҫмө, юҡмы?” (30 сентябрь, 2011 йыл) исемле мәҡәләлә бирелгән һүҙ, һүҙбәйләнеш, терминдарға туҡталып үтмәксемен. Ҡайһы берәүҙәренең тәржемәһе уйландыра. Минеңсә, түбәндәгесә булырға тейеш.
Инвестиционная привлекательность региона — төбәктең капитал йәлеп итеү мөмкинлеге; дистанционное обучение — ситтән тороп белем биреү; реабилитационный центр — хеҙмәткә яраҡлылыҡты тергеҙеү үҙәге; горнодобывающий — тау сеймалын сығарыу; улица Борисоглебского — Борисоглебский урамы (әгәр, мәҡәләлә бирелгәнсә, фамилиялағы -ский ялғауын алып ташлаһаҡ, мәҫәлән, Чернышев урамы, Маяков скверы, Дмитрий Дон урамы тип әйтә булабыҙмы? Кеше фамилияһын боҙорға ярамай, -ский ялғауы менән бөтә икән, шулай һаҡланырға тейеш).
Врач, студент, класс һүҙҙәрен табип, талип, синыф тип алыуға ҡырҡа ҡаршымын. Уларҙы шул килеш ҡалдырыу хаҡында бынан бер нисә йыл элек Хөкүмәтебеҙҙең күрһәтмәһе лә булды.
Саҡырым һүҙенең тамыры — саҡыр. Ул — боронғо үлсәм берәмеге. Кемделер саҡырып ҡысҡырған тауыш бер километрға ишетелә. Бер саҡырым, ике саҡырым тигән һүҙҙәр ана шунан килеп сыҡҡан. Тамырҙы үҙгәртергә ярамай, тимәк, һүҙҙең дөрөҫ яҙылышы — саҡырым.
“Башҡорт әҙәби теленең алфавиты һәм орфографияһы” БАССР-ҙың Юғары Советы Президиумы ҡарары менән 1981 йылда раҫланған. Был дөрөҫ яҙыу ҡағиҙәләре йыйынтығы 1982 йылда “Китап” нәшриәтендә донъя күрҙе. Әҙәби телдә дөрөҫ итеп яҙыу ана шул документҡа таяна. Ул әле лә ғәмәлдән сыҡмаған. Шуға ярашлы, үҙ аллы, банкыға, банкыһына, танкыға, танкыһы, лозунгының, митингынан тип яҙырға бурыслыбыҙ. Автономиялы һүҙен үҙ аллы тип үҙебеҙсә әйтеү хәйерле булыр. Шулай уҡ муниципалитетты үҙ идаралыҡ тип алһаҡ, һәйбәт булмаҫмы икән?
Матбуғат биттәрендә мал-тыуарҙың үрсеүе хаҡында ла хаталар күҙәтелә. Мәҫәлән, бахыр сусҡаны интектереп бөтәбеҙ — уны йә көсөкләтәбеҙ, йә бәрәсләтәбеҙ. Дөрөҫө шул: сусҡа балалай. “Кәзә бәрәсе”, “кәзә бәрәсләй” тигән ҡолаҡҡа ятмаҫ һүҙбәйләнештәрҙе лә күргеләгән бар. Кәзә ылағы, кәзә ылаҡлай булырға тейеш. Шулай уҡ дөйәнең балаһы түгел, ә бутаһы бар, тимәк, ул буталай. Аҡбутин тигән фамилия ла ошо һүҙгә тамырҙаштыр, тип уйлайым. Ҡайһы бер төйәк башҡорттары дөйәселек менән көн күргән. Мәҫәлән, Ырғыҙ, Кәмәлек, Кәрәлек буйында йәшәгән ҡатнаш ырыулы (бөрйән, үҫәргән, мең, ҡатай һәм башҡалар) милләттәштәребеҙ ярты быуат элек кенә ошо шөғөл менән булыуҙарын әле танһыҡлап һөйләп ала. Һәҙиә Дәүләтшинаның “Ырғыҙ” романындағы “буралай һыйыр” тигән телмәр берәмеген “айғыр дөйәләй һыйыр” тип аңларға кәрәк.
Башҡорт диалектологияһы тигән фән бар. Башҡорт әҙәби теленең нормалар системаһын, тел ғилемен үҫтереүсе үҙ аллы тармаҡ ул. Хәҙер ул онотолдо, ғилми-тикшеренеү институтында ла был фән өйрәнелмәй. Эсәр һыуыбыҙға төкөрөп ҡарау тип баһалайым был күренеште. Милли матбуғат биттәрендә теге йәки был төбәккә хас һүҙҙәрҙе тартынмайынса, ҡурҡмайынса ҡулланырға кәрәк. Башҡорт әҙәби теленең лексикаһын туған телебеҙҙең бәҫен күтәрерҙәй диалектизмдар менән байытыу мөһим.
“Башҡорт теленең һүҙлеге”ндә (Мәскәү: “Русский язык”, 1993. II том) төрки-монгол халыҡтары йәшәгән билдәле бер урынды олос тип алғандар. Уны төрлө фонетик күренештә яҙып йөрөтөүҙең кәрәге лә юҡ, минеңсә. Урыҫ менән рус һүҙҙәренә килгәндә, уларҙың икеһе лә йәшәргә хаҡлы. Әммә тәүгеһе — һөйләү, икенсеһе яҙыу телмәрендә ҡалһын. Һүҙҙәрҙе дөрөҫ яҙыу — Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты эшмәкәрлегенең бер төрө. Орфографик ҡағиҙәләр йыйынтығы (авторы — Ә.Ғ. Бейешев) шунда эшләнде лә. Тағы ла ниндәй үҙәк булыуы мөмкин? Өфөлә былай ҙа улар саманан тыш күп: ике социология үҙәге, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, юғары уҡыу йорттары бар.
Р. ҒӘЙНЕТДИНОВ.