Өс ишек
Ата-әсә асып биргән
Был – тәүге ишек.
Ғүмер буйы бәүелтәлер
Шул яҙмыш-бишек.
Икенсеһен асырмын мин
Ҡыҙ һәм улыма.
Улар юлы дауам булыр
Минең юлыма.
Бик бәхетле булыр инем,
Һуңғы таң атһа,
Өсөнсө ишегем асып,
Ейән оҙатһа...
Мәңгелек көрәш
Яҙ килә тора...
Ҡыш хәйлә ҡора...
Яҙ әкрен уйлай...
Ҡыш һаман туйлай...
Яҙ бәйләм бәйләй...
Ҡыш юлын шәйләй...
Яҙ бәпкә бәпләй...
Ҡыш һабан йәпләй...
Яҙ – тыуыр шишмә...
Ҡыш ти: бирешмәм...
Яҙ еңә икән...
Ҡыш, һау бул, иркәм!..
Хеҙмәт Геройы
Күкрәгенә таҡты...
Һыуҙар аҡты...
Усаҡтарын яҡты
Беҙҙең яҡтың...
Йәнендәге яҡты
Беҙгә баҡты...
Күрҙе ул тик аҡты,
Әйтте хаҡты...
Яңы заман ҡаҡты...
Тормош саҡты...
Белмәй йәшәй ҡартым
Юҡ-бар ваҡты...
Яңы быуын
Ә беҙҙең юлдарҙа – яңы моң.
Ә беҙҙең уйҙарҙа – яңы таң.
Ә беҙҙең тындарҙа – яңы заң,
Мең йыллыҡ тарихы дөрләр ҡан.
Ә беҙҙең йырҙарҙа – яңы төҫ.
Ә беҙҙең һындарҙа – яңы йөҙ.
Ә беҙҙең ҡулдарҙа – яңы көс,
Диңгеҙҙең нигеҙен һелкеткес.
Юҡ, юлдан тайпылмаҫ был быуын.
Һайыҡмаҫ шишмәһе уның.
Замананың етеҙ машинаһын
Нур тиҙлеге менән ҡыуыр.
Тыумаһа ла, һаман ышанам –
Был яңы быуыным тыуыр!
Иртәгәгә
«Иртәгәгә ҡалыр», – күпме тапҡыр
Йоҡлатырға һалдым уйҙарҙы.
«Иртәгәгә ҡалыр» – йылы түшәк,
Эргәһенә алдым «ҡуй»ҙарҙы.
Ашыҡманым, миңә рәхәт ине,
Иртәгәгә ҡалды бары ла.
Бөгөн уңмағандар – уңыр әле...
Иртәгәгә ҡалып барыла...
Шелтә бирҙе тормош, аңламаным,
Иртәгәгә һаман тапшырҙым.
Бөгөн кәрәк булған шул атҡарыу
Ашырырҙың иң-иң ашырын.
Күҙ йәше
Ишектәр ябылды... Унда бер ни юҡ...
Өҫтәл артында – күҙ йәше.
Яҙмыштар китабын уҡый күҙ йәше –
Үтеп бара ҡарты-йәше.
Ғайса пәйғәмбәр тоҡсайын һүткән...
Мөхәммәт туғарған атын...
Атлауҙар, сабыуҙар – инде үткән...
Хәҙер – тик күҙ йәше татын...
Беләбеҙ... Ғорурлыҡ тигән төшөнсә
Ҡайһы битендә юғалған?
Яҙмыштар китабын яҙа күҙ йәше –
Әллә дөрөҫ, әллә ялған...
Бул!
Йәй булғас, йәй бул.
Яҙ булғас – яҙ.
Йәйер булғас, йәй,
Яҙыр булғас – яҙ.
Нимә теләһәң дә,
Барып етһен ҡул.
Аҙағын белһәң дә,
Дауам итһен юл.
Тормошта һөйөү һәм
Нәфрәт булыр мул.
Бармы, юҡмы Әлхәм,
Тик йәшә! Тик бул!