Дирижер, педагог, Башҡортостандың халыҡ артисы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Таһир Сәйфуллин башҡорт мәҙәниәте үҫешенә тос өлөш индергән.
Ул Волгоград өлкәһенең Фролово ауылында тыуған, әммә ғүмеренең байтаҡ ваҡытын республикабыҙҙа үткәрә.
Таһир Сәйфуллин 1969 йылда хор капеллаһын ойоштороу маҡсатында Өфөгә саҡырыла.
Башҡорт хор капеллаһының тәүге концерты 1970 йылдың 12 апрелендә үтә. Шуға ла был дата коллективтың тыуған көнө булып һанала. Концерт программаһына Г. Свиридовтың “Патетическая оратория”, Б. Кравченконың “Оды революции” әҫәрҙәренә, шулай уҡ башҡорт халыҡ йырҙарына эшкәртеүҙәр индерелгән.
1996 йылда капелла академия статусына эйә була. Бөгөн уны талантлы дирижер Илдар Ишбирҙин етәкләй.
12 апрелдә Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Таһир Сәйфуллиндың юбилейына арналған Хор музыка фестиваленең Гала-концерты уҙа. Кисәлә республикабыҙҙың Дәүләт академия хор капеллаһы, Санкт-Петербург һәм Магнитогорск ҡалаларынан ҡунаҡтар, филармония артистары ҡатнаша.
Эльнара ХАФИЗОВА.