Әхлаҡ нигеҙе — әҙәбиәт11.04.2012
Әҙәби әҫәрҙе педагогик принциптан сығып өйрәнеү — көнүҙәк проблемаларҙың береһелер, моғайын. Бөгөнгө баҙар иҡтисады осоронда, эшһеҙлек, хәйерселек хөкөм һөргәндә, ымһындырғыс уйын, наркотиктар үҙенә саҡырып торғанда, художестволы һүҙҙең көсө бермә-бер артырға тейеш.
Баланың бәғере ҡатмаһын. Уны бәғерһеҙлектән ҡурсаларға кәрәк. Эш эҙләп, аҙ булһа ла аҡса, бол тапмаммы тип, Себер яҡтарына, Ҡырым, Ҡытайға юлланған ата-әсә бар. Сит илдә кешенең хеҙмәте юғары баһалана. Әммә сараһыҙҙың көнөнән ҡырҙа ялсылыҡта йөрөп, бала тәрбиәләү кеүек иң изге ғәмәл онотола. Ата — улына, әсә ҡыҙына үрнәкме, абруймы? Ошо һорау өлкән быуындың күңелен һәр саҡ һиҫкәндереп торорға тейеш.
Бөгөнгөнөң кисәгеһе һәм иртәгәһе бар. Ошо өс төшөнсә араһында бәйләнеш булмаһа, дәрестәге эшмәкәрлектең файҙаһы, мөһимлеге юҡҡа сыға. Мәҫәлән, мәктәп программаһына ингән күп кенә әҫәр революцияға тиклемге осорҙо, Совет заманындағы үҙгәртеп ҡороуҙарҙы яҡтырта. Былар барыһы ла — ҡабатланмаҫ рухи хазинабыҙ. Уларға шул осор күҙлегенән ҡарап, әлеге тормош, халыҡтың йәшәү рәүеше менән сағыштырып, киләсәк заманды ла фаразлап, ғөмүмән, быуындар бәйләнешендә баһа биреү зарур.
Белем биреүҙе ҡулайлаштырыуҙың уҡыу-уҡытыу, тәрбиә биреү йәһәтенән файҙаһы булманы. Ул тормошҡа ашырылды, ә уҡытыусының эшмәкәрлеге үҙгәрҙеме? Уҡыусының белем кимәле күтәрелдеме?
Башҡорт телен уҡытыуға килгәндә, төрлө милләт вәкиленән тупланған кластарҙа өлгәш йылдан-йыл түбәнәйә, сөнки предметты һәйбәт, уртаса һәм насар үҙләштереүселәр бергә белем ала. Бындай сифат мәктәпте күтәрмәй, уҡытыусы ла ижади үҫешә алмай. “Ниңә балаларҙы төркөмдәргә бүлеп уҡытмайһығыҙ?” — тип һорағаным да бар. “Уҡытыусыға эш хаҡы бала иҫәбенән сығып түләнә, шуға төркөмдәргә бүлеү мәғәнәһеҙлек булыр ине”, — тигән яуап ишетергә тура килде.
Заман талабына яраҡлаштырылған дәрестәрҙә милләт-ара татыулыҡ, туғанлыҡ, дуҫлыҡ, өлкәндәргә ихтирам, илһөйәрлек кеүек төшөнсәләр ят күренешкә әйләнеп бара, минеңсә. Белем усаҡтарында уҡыусыларҙың үҙидараһы юҡ. Баланы хеҙмәткә өйрәтеү дәрестә генә түгел, ә дөйөм мәктәп эшмәкәрлегендә алып барылһын ине.
Хәҙерге мәктәптәрҙә стена гәзитенең һирәк сығарылыуы кәйефте ҡыра. Уҡыусыларҙың әҙәби әҫәрҙәр буйынса төшөргән һүрәттәре лә күренмәй. Ҡайһы бер белем усағында хатта гөл үҫтермәйҙәр, сәскәлегә түгел, ә сәнскелегә өҫтөнлөк бирәләр.
Үрҙәге дәғүәләремдең барыһы ла мәктәп етәкселәренең әҙәп-әхлағына ҡайтып ҡала. Балыҡ башынан серей, ти халыҡ. Мәктәптең уҡыу планын дөрөҫ һайлау, дәрестәрҙе, айырыуса телдәрҙе өйрәтеүҙе, төркөмдәргә бүлеп башҡарыу — заман, фән талабы, мәктәп етәкселәренең выжданы. Шуны ла әйтергә кәрәк: ҡайһы бер мәктәп китапханалары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеттары заманса методик әсбап, әҙәбиәт дәреслектәре менән яңыртылмай икән дә. Бер мәл абруйлы ғына гимназия уҡытыусыһының дәресенә индем. Эш дәррәү бара. Ҡыуанысымдың сиге юҡ. Уҡытыусы мультимедиа сараһы ярҙамында яҙыусының эшмәкәрлеге, тормош юлы, китаптары, наградалары хаҡында мәғлүмәт бирә, экрандағы белешмәне уҡыусыларҙан уҡыта, дәфтәргә яҙҙырта. Мин дә мәғлүмәттәрҙе үҙемә теркәп барам. Шул саҡ яҙыуҙарыма ныҡлап иғтибар итә ҡуйҙым: мәғлүмәт тулы түгел һымаҡ. Баҡтиһәң, уҡытыусының ҡулында — 2005 йылда донъя күргән башҡорт әҙәбиәте китабы. Беҙ бит 2012 йылға аяҡ баҫҡанбыҙ ҙа баһа! Ярай, дәреслек иҫке икән, ти. Ә уҡытыусы өҫтәмә материалды ваҡытлы матбуғаттан, Интернеттан ала алмаймы һуң? Тимәк, педагог гәзит-журналдарға яҙылып бармай, китапханаға ла һирәк аяҡ баҫа.
Әҙәбиәт дәрестәре милли рух, үҙаң тәрбиәләү сығанағына әйләнһен ине. Бының өсөн тәү сиратта әҙәбиәт буйынса мәктәп программаһын, дәреслек-хрестоматияларҙы тамырынан үҙгәртеп төҙөү зарур. Шулай уҡ яҡташ яҙыусыларҙың ижадын, ҡайһы бер әҫәрен өйрәнеү өсөн дә сәғәт биреү кәрәк.
Рафаэль АҘНАҒОЛОВ,
педагогика фәндәре докторы,
БДУ профессоры.


Вернуться назад