“Йөрәккәйем хистәремдән таша…”12.07.2017
Мин – хыялый
Хыялыйҙар булып барам бына,
Эй, шаштыра, тормош шаштыра!
Бер секундта диңгеҙ ярҙарына,
Хыял тауҙарына аштыра.
Бер ҡараһаң, Иҙел һыуҡайҙарын
Ярҙарынан сығып таштыра.
Бер ҡараһаң, Урал тауҡайҙарын
Болоттарға илтеп тапшыра.
Тау йылғаһы ярға һыймай, ярһый,
Зәңгәр күгем кеүек, мин — хыялый,
Йөрәккәйем хистәремдән таша,
Мөхәббәтле булғас, мин — хыялый!
Уҡлыҡая
Сағылдарҙа үҫкән имән кеүек,
Уҡлыҡая тора мөһабәт.
Ситтә йөрөгәндә, иҫкә төшә,
Шул сағында арта мөхәббәт.
Ялтлап торған хазиналар кеүек,
Уҡлыҡая, һинең таштарың.
Тыныс ҡына булып ултырһаң да,
Ни күрмәгән һинең баштарың!
Заманында күрҙең Колчактарҙы,
Яуыз Дутовтың да яуҙарын.
Күрҙең Салауатты ошо ерҙә,
Халыҡ өсөн ирек даулауын.
Күрҙең осҡон осоп сыҡҡанын да,
Ялҡын булып ялмап алғанын.
Ҡара төндөң үтеп киткәнен дә,
Тыуыр көндөң матур ал таңын.
Һиңә күпме ҡаршы елдәр иҫте,
Күпме уҡ атылды тартылып.
Шунан бирле күпме йылдар үтте,
Күпме һалдат үтте артылып.
Михнәт менән үткән шомло йылдар
Күптән инде артта ҡалдылар.
Бөгөн беҙҙең осҡос караптар ҙа
Киң йыһанға юлдар һалдылар.
Үҙгәрмәгән Уҡлыҡая тиеп,
Ҡарап торам әле мин һиңә.
Уйҙар йүгерек бит ул, бына әле
Ошоларҙы алдым иҫемә.
Үткәндәрҙең тарихтарын һөйләп,
Ҡаҙап ҡалдырғандай бер таяҡ,
Уҡлыҡая тора төп-төҙ баҫып –
Килер быуындарға бер маяҡ.
Сыҙамлығың самаларҙан ашҡан,
Һин тораһың һаман мөһабәт.
Ситтә йөрөгәндә иҫкә төшә,
Тағы арта төшә мөхәббәт.
Тыуған ерем
Тура баҫып тора имән ерҙә,
Тамырҙарын тәрән ебәреп.
Йәшәү өсөн уға һәләт бирә
Һәм ул тора уны күтәреп.
Имән кеүек, мин дә, ғәзиз ерем,
Ҡыйыу баҫып, һулыш аламын.
Тыуған ерем миңә көсөн бирә,
Шул көс менән алға барамын.
Инәйем һәм өләсәйем йырҙары
Алъяпҡысым, алъяпҡысым,
Алъяпҡысым минең билемдә.
Мин ҡәҙерле, мин ҡәҙерле,
Тыуып ҡына үҫкән илемдә.
Шәмшәриптә тигән шәһәрҙәрҙең
Эңер етмәй ҡапҡаһы ябылмай.
Үткән ғүмер менән ҡалған хәтер
Һатып алырға ла табылмай.
Сәғәт һуға, сәғәт һуға,
Сәғәт кенә һуға ун берҙе,
Йүгереп кенә барып туҡтатырға
Үтеп кенә барған ғүмерҙе.
Ҡарауыл аша аҡҡан һыу булмай,
Ҡарауыл аша үткән һыу булмай.
Күп ҡайғыны күргән кешеләр
Ней ауырыу, ней ҙә һау булмай.
Ғүмер хаҡында уйланыуҙар...
Уҡлыҡая, һинең буйҙарыңда
Нисә быуын ғүмер кисергән,
Йөрәгеңдән сыҡҡан һыуҙарыңда
Ир-егеттәр атын эсергән.
Атай-олатайымдың егет сағы
Елдәй генә елеп үткәндер.
Әсәй-өләсәйемдең бала сағы
Ағын һыуҙай ағып киткәндер.
Арабыҙҙа улар юҡтар инде,
Тейешлеһен йәшәп туҙғандар.
Ә һин һаман йәшкенәһең, әммә
Бик күп һыуҙар ағып уҙғандар.
Ләкин мең йәшә һин, өмөт итеп,
Көнләшмәйем оҙон ғүмергә.
Быуын сылбырҙарын дауам итеп,
Тора бир һин ғүмер-дәүергә!