Шатлыҡтарым булып йырға әйлән11.04.2012
Шатлыҡтарым булып йырға әйләнГөлназ ҠОТОЕВА
Мөғжизә көтөү

Беренсе ҡар төштө.
Ҡар күҙҙәре
Шаян йылтыраны ҡояшҡа.
Ергә етә алмай ирер инде,
Йырлы маҡсатына олғашһа.

Ап-аҡ ҡына ҡарҙар елберләне.
Хуш, алтын көҙ!
Йырлап оҙатам.
Бейергә тип төшкән ҡар бөртөгөн
Ҡояш нуры менән йотто таң.

Ҡапыл ғына күктән һибелде лә,
Ерҙә һүнде йондоҙ ярсығы.
Йондоҙ яуынына арбалдым да
Күккә төбәлгәйнем талсығып, —
Иҫкә төштө шул саҡ ҡарттар һүҙе,
Беренсе ҡар — ҡыштан бер сәләм.

Бер айҙан һуң, фәҡәт бер айҙан һуң
Аҡ һырмаһын кейер бар ғаләм...
Беренсе ҡар төштө.
Ҡар күҙҙәре
Шаян йылтыраны: “Һау бул! — тип,
— Киләсәктән килгән аҡ сәләмде
Аҡ өмөттәр менән ҡабул ит!”

Хыял

Йәшел ботаҡтарын тарбайтып,
Күккә олғашҡанда кипарис.
Хыялымда һине йөрөтәм
Өндә күрелмәгән, эй, Париж!
Бирешәме Эйфель башняһы
Үрҙән иҫкән көслө елдәргә?
Ҡоласыңды кемгә йәйәһең,
Йәнтөйәгеһең һин кемдәргә?
Кешене бит хыял йәшәтә,
Хыял ҡуя ҡанат иңдәргә,
Ҡапҡаларың асып инәйем,
Һине ожмахтарға тиңләйем.

Имләү

Ер шарының ҡайһы нөктәһендә,
Ҡайһы тарафында булайым,
Минең арттан моңһоу күҙәтеүсе
Эйәрер ҙә йөрөр бер Айым;
Яҡын кеүек шундай, бер ҡараһаң,
Осоп еталмаҫлыҡ бейек тә;
Һомғол Зөһрә баға Ай йөҙөнән,
Көйәнтәһен аҫҡан кеүек тә...
Минең хәлдәремде аңлаһын да,
Тик үҙенә тартып алмаһын.
Минең хәлдәр былай түҙерлек тә —
Йөрәгемдең асам яраһын.
— Ай, ә һинең тәтәйең ҡайҙа?

Ҡомартҡы

Өләсәй теккән камзулдың
Сит-ситтәре тәңкәле.
Баҫам инде сылтыратып,
Бейеп кенә китмәле.

Күҙ теймәһен тигән булып
Ҡусҡар менән биҙәгән.
Донъяның бар гүзәллеген
Һыйҙырғанын һиҙмәгән, —

Сылтырап тора тәңкәләр
Шау-шау ҡына көмөштән.
Өләсәйем теләгәндер:
“Мәхрүм булма өлөштән!”

Аҡыҡ, яҡут, мәрйендәрҙе
Теҙгән генә самалап.
Самала тора донъяның
Мәғәнәһе, тип, балам.

Төҫөн дә бит һайлай белгән,
Күҙ иркәләр бер серен,
Һыйһын донъя эстәренә
Тигәндер ейәнсәрен.

Өләсәйем йыбанмаған,
Теккәндер төн ултырып.
Шатлыҡ нурын, изгелектәр
Сиккәндер һырып-һырып.
Бәләкәй саҡта кейелгән
Күлдәктәр күптән туҙған.
Тик әсәм ошо камзулды
Ҡәҙерләп һалып ҡуйған.

Яҡтырыр инеме йөҙөм
Шул кейемдән был сама?
Ҡыҙым булһа, кейер тиеп,
Ҡулдарым һыйпай ҙаһа.
Өмөт теккән өләсәйем,
Әйтер һүҙен ҡалдырған.
Әйтер һүҙен әйтәйем, тип,
Беләккәйен талдырған.

Өләсәйем теккән камзул —
Сит-ситтәре тәңкәле.
Сыңы ҡолаҡта сыңлаһын,
Әйтер һүҙең әйт әле.

Ҡышҡы этюд

Ҡояш ағасҡа эленгән,
Бешеп килгән күмәстәй.
Һылыу ҡыҙҙың Һарауысы
Тиер инең күргәс тә.

Ҡояш болотҡа йәшенде,
Ағаста — бойоҡ ҡошсоҡ.
Өшөй микән тәпәйҙәре —
Ултыра эсе бошоп.

Ҡояш ағастан тәгәрәй,
Ҡыҙыу-ҡыҙыу әйләнә.
Ҡышҡы көн бигерәк ҡыҫҡа шул, —
Ситтә Ай ҙа шәйләнә.

Күккә ташланған септәме,
Торбай ботаҡлы ағас?
Тыпырсына мурҙала Ай,
Бер үҙе бикле ҡалғас.

Эләгерме йондоҙҙар ҙа
Күңел ырғытҡан ауға?
Төн ҡуйырған һайын ағас
Оҡшай бер шомло тауға.

Ыңғырашып ҡуя ағас,
Төш күреүеме шулай?!
Әллә шаулап япраҡ ярыр
Бәхетле сағын уйлай?

***
Ике генә күҙең өлгө кеүек —
Салт яҡтылыҡ сағыла мөлдөрәмә.
Яҙ ҙа, наҙ ҙа тулы ҡараштарың
Хушлашҡанда үҙәк өҙҙөрһә лә, —
Ышан, йәнем,
Хоҙай һаҡлар һине.
Доғаларым һаҡлар һине юлда.
Ғүмеремде мин усыңа һалам,
Барыһы ла хәҙер һинең ҡулда.

Кемдәр?

Тилбер генә тилбер ҡулым,
Нисек өлгөрәйем?
Көнлөксө булып тормошҡа
Нисек өлтөрәйем!

Хоҙай хаҡына яҙылһын
Тырыш донъя көтөү.
Юҡ артынан сабыу түгел,
Сабырлыҡтар итеү.

Күңел киңлеккә ашҡына.
Күңел — йүгәнһеҙ ат.
Бәйгегә сыҡҡан юртаҡҡа
Кемдәр ҡарай һынап?


Вернуться назад