“Башҡортостан” киностудияһының “Өс хат” фильмы “Артек” лагерында уҙғарылған “Ал елкән” халыҡ-ара балалар фестивалендә уңышҡа өлгәште.
Башҡортостандың Мәҙәниәт министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, балаларҙың баһалама комиссияһы “Өс хат”ты иң яҡшы ҡыҫҡа метражлы фильм тип таныған. Шул уҡ ваҡытта Стивен Спилбергтың “Большой и добрый великан” анимациялы таҫмаһын балалар – иң изгелекле фильм, Ким Дружинин менән Андрей Шальопаның “28 панфиловцев” хәрби драмаһын иң аҡыллы фильм тип баһаланы. Төп номинацияла Дмитрий Киселевтың “Время первых” картинаһы еңеү яуланы.
Әле Ҡырымдағы танылған балалар лагерында Рәсәйҙең 57 төбәгенән һәм 14 илдән 3 меңдән ашыу бала ял итә. “Ал елкән” фестиваленең бурысы – кино сәнғәтен үҫтереү, балаларға белем биреү. Фестивалдең президенты – СССР-ҙың халыҡ артисы Василий Лановой.
Әйткәндәй, “Башҡортостан” киностудияһының “Өс хат” фильмы тамашасыға 1941 – 1942 йылдарҙағы ваҡиғалар хаҡында һөйләй. Фронтта ҙур һуғыштар барған, донъяның яҙмышы хәл ителгән осорҙа бәләкәй генә төпкөл башҡорт ауылында тыумаған сабыйҙың яҙмышы хәл ителә.
Фильм Ишембай һәм Ғафури райондарында төшөрөлгән. Төп ролдәрҙе Зиләрә Юлтаева, Физәлиә Рәхимова, Вәкилә Ҡалмантаева һәм Фәрзәнә Ғөбәйҙуллина башҡара.