Свердловск өлкәһендә ХI өлкә һабантуйы үтте. Йолаға әүерелгән спорт-мәҙәниәт байрамы икенсе йыл рәттән Сысерт ҡала округының Кадников ауылында урынлашҡан “Аҡ ат” ат-спорт биләмәһендә уҙғарыла. Унда башҡа халыҡ вәкилдәре менән бер рәттән беҙҙең Хәйбулла районы хакимиәте башлығы Раил Ибраһимов етәкселегендәге делегация ла башҡорт мәҙәниәтен сағылдырҙы.
“Аҡ ат” ат-спорт комплексында Башҡортостан һәм Татарстан республикалары, Свердловск өлкәһенең башҡорттар ҡоролтайы, Үрге Пышма татар милли-мәҙәни ойошмаһы, “Сулпан” татар һәм башҡорт мәҙәниәтенең Серов үҙәге үҙҙәренең милли ихаталарын булдырҙы.
Халыҡтарҙы берләштергән ҙур сараны Свердловск өлкәһе Хөкүмәте, Мәҙәниәт министрлығы, халыҡ ижады үҙәге, “Аҡ ат” ат-спорт комплексы, Татарстан һәм Башҡортостандың даими вәкиллеге, “Урал татарҙары” татарҙар конгресы һәм башҡалар ойошторҙо.
Өлкә һабантуйы ошо байрамға хас булған бөтә сараларҙы, йәғни ат сабыштарын, төрлө спорт ярыштарын, милли көрәште һәм башҡаларҙы үҙ эсенә алды.
Сараның почетлы ҡунаҡтары – Свердловск өлкәһе губернаторы Евгений Куйвашев, Татарстан Президенты Рөстәм Миңлеханов, Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов – башҡа милли майҙансыҡтар менән бер рәттән Хәйбулла районы делегацияһы мәҙәни ихатаһында ла булды. Бында теләге булған һәр кем башҡорт йолалары, мәҙәниәте менән яҡындан таныша алды. Тағы ла ошонда уҡ милли аш-һыу әҙерләү ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты, күптәр тәмләп тә ҡараны.
Беҙҙең делегация ихатаһында сауҙа нөктәләре лә урын алып, район эшҡыуарҙары бал, ҡымыҙ һәм башҡа продукциялар һатты. Күргәҙмәләргә оҫталарҙың ҡул эштәре ҡуйылды, улар ҙа халыҡты күп йәлеп итте, байтағын һатып алдылар. Ихата уртаһында урынлашҡан сәхнә ҡунаҡтарҙы үҙенә тартты. Райондың һәүәҫкәр артистары дәртле сығыш яһаны, тамашасыларҙың күптәре үҙҙәре лә ихлас бейеүгә төштө. Хәйбуллалар тарафынан көршәк ватыу, тоҡ менән йүгереү кеүек сәмле халыҡ уйындары ла ойошторолдо. Уҡтан атыу айырыуса ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
Башҡа милли ихаталарҙа ла халыҡ бүтән төбәктәрҙең ғөрөф-ғәҙәттәре, мәҙәниәте менән танышыу мөмкинлегенә эйә булды.
Район хакимиәте башлығы урынбаҫары Миңзәлә Баймырҙина әйтеүенсә, Хәйбулла делегацияһы һуңғы биш йылда Рәсәй төбәктәре һабантуйында дүртенсе тапҡыр ҡатнашҡан. Байрам үткән майҙанда беҙҙең милли ихата ҡунаҡтарҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты.
– Бындай оло сараларҙа ҡатнашыу еңел түгел, ул күп тырышлыҡ талап итә, әммә беҙ унда ҙур тәжрибә туплайбыҙ, – ти хакимиәт башлығы урынбаҫары. – Иң мөһиме – беҙ башҡа төбәктәрҙә йәшәгән ватандаштарыбыҙға халҡыбыҙ мәҙәниәтен күрһәтәбеҙ, уларҙы рухи яҡтан байытабыҙ.
Мөмкинлектән файҙаланып, һабантуйҙа ҡатнашҡан үҙешмәкәр артистарға, халыҡ оҫталарына һәм эшҡыуарҙарға рәхмәт белдерәм. Район мәҙәниәт идаралығы йылы һүҙҙәргә айырыуса лайыҡ. Шулай уҡ ярҙамдары өсөн “Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты”, “Башҡорт баҡыры” һәм “Альянс плюс” йәмғиәттәренә рәхмәтлебеҙ.
Амур ХӘБИБУЛЛИН, Рәсәйҙең Урал төбәгендә Башҡортостандың даими вәкиле:
– Хәйбулла районы беҙҙең һабантуйҙа башҡорт мәҙәниәтен юғары кимәлдә күрһәтте. Башҡорт милли ихатаһы киң масштаблы өлкә сараһына сағыу төҫ өҫтәне. Әгәр ҙә делегацияның 650 километр юл үтеп килеүен иҫәпкә алһаң, бында һәр эшкә күпме күңел һалыныуын аңларға була.