“Дауалаусы дошманым” экранға сыҡты07.07.2017
Өфөләге “Родина” кинотеатрында Фәрзәнә Утарбаеваның ҡыҫҡа метражлы яңы “Дауалаусы дошманым” фильмы күрһәтелде. Картинаны беренсе булып танылған мәҙәниәт эшмәкәрҙәре, кинематографистар, журналистар һәм, әлбиттә, табиптар ҡараны.

25 минутлыҡ фильм табип менән пациент тарихын бәйән итә. Төп геройҙар – тәжрибәле невролог Рита Альбертовна һәм уның пациенты – амнезиянан яфаланған Альберт йәки “Эйнштейн”. Төп ролдәрҙе Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Айгөл Шакирова менән Башҡортостандың халыҡ артисы Марат Ҡорбанғәлиев башҡара. Картинаның оператор-ҡуйыусыһы – Тимур Ғәниев.
“Дауалаусы дошманым” – һәләтле йәш режиссер Фәрзәнә Утарбаеваның икенсе эше. Күптән түгел генә Мәскәү халыҡ-ара кинофестивалендә уның “Ҡырағай” фильмы күрһәтелгәйне.


Вернуться назад