Тарих заңы ишетелгәндәй10.04.2012
2006 йылда Башҡортостандың Фәндәр академияһына "Башҡорт халҡының тарихы" тигән ете томлыҡ китап сығарыу бурысы йөкмәтелгәйне. Коллектив монографияның тәүге томы — 2009 йылда, бишенсеһе былтыр донъя күрҙе. Ошо көндәрҙә республика тарихсылары, китаптың III, IV, VI томдарын нәшер итеп, исем туйы үткәрҙе. Авторҙар коллективын Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов, Рәсәйҙең Дәүләт Думаһы депутаттары Зөһрә Рәхмәтуллина, Сәлиә Мырҙабаева һәм башҡалар тәбрикләне.
Академик хеҙмәттең ете томда нәшер ителеүе юҡҡа түгел. Ғалимдар башҡорт халҡының тарихын эҙмә-эҙлекле өйрәнмәксе. Атап әйткәндә, тәүге томда — боронғо дәүерҙән алып беҙҙең эраға тиклемге V быуатҡаса, II томда — V быуаттан XVI быуат урталарына хәтлем осор, III томда — XVI быуат уртаһынан XVIII быуатҡаса дәүер, IV томда — XIX быуат, V томда — 1900 — 1940 йылдар, VI томда — 1941 — 1985 йылдар, VII томда 1985 йылдан алып XXI быуат башына тиклемге тарих сағылыш таба. Томдарҙың эҙмә-эҙлекле нәшер ителмәүенең сәбәбе лә тап ана шул тарихи хронологияла, тип аңлата белгестәр. Һәр томға авторҙар коллективы беркетелгән. Улар башлыса архивтарҙа эшләй.
Тарихсылар йыйынтыҡты башҡорт халҡының тарихын комплекслы өйрәнгән ғилми хеҙмәт тип баһаланы. Иң мөһиме — баҫма халҡыбыҙҙың үткәненә дәлилле яңылыҡтар индерә. Әйтәйек, ошоғаса күптәр, имеш, башҡорттар XX быуат башында ла күсмә тормош алып барған, тигән фекерҙе яҡланы. Был бөтөнләй дөрөҫ түгел, ти тарихсылар. Йәйләүгә сыҡҡандар, әлбиттә, әммә был күсмә тормошта йәшәү тигәнде аңлатмай бит әле. Унан һуң нәҡ "Башҡорт халҡының тарихы" китабында "борон башҡорттарҙың үҙ яҙмаһы булмаған" тигән фекер инҡар ителә. Ҡыҫҡаһы, монографияла башҡорт халҡының оҙайлы тарихына, үткәненә яңыса ҡараш ташлана.
— Тарихи яңылыҡтар бик күп. Томдар өҫтөндә эшләгәндә, мәҫәлән, илдең 80-дән ашыу архивында булырға тура килде. Бик күп ҡыҙыҡлы материалға тап булдыҡ. Классик хеҙмәт һаналған монографияға бөтәһен дә яҙып та булмай. Шуны иҫәпкә алып, һәр томға 20 табаҡтан торған ҡушымта әҙерләнек. Ә яңылыҡтарға килгәндә, улар башҡорт халҡының тарихына икенсе күҙлектән ҡарарға мәжбүр итте. Бер генә миҫал: ошоға тиклем беҙ башҡорт тарихына бәйләп яуҙарҙан 1812 йылғы Ватан һуғышын ғына ентекле өйрәндек. Ә баҡһаң, башҡорт полктары поляк походтарында ла ҡатнашҡан, — ти Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты директоры, филология фәндәре докторы, профессор Фирҙәүес Хисамитдинова.
Тарихсылар әйтеүенсә, быйыл китаптың икенсе һәм етенсе томдары ла донъя күрәсәк. Ҙур проектты быйыл тамамлау күҙаллана.
А. ӘҺЛИУЛЛИНА.


Вернуться назад