“Башҡортостан” киностудияһының “Өс хат” фильмы III “Киноға тәнәфес” (“Перерыв на кино”) Халыҡ-ара ҡыҫҡа метражлы кинофестивалендә төп бүләккә лайыҡ булды. Бөйөк Ватан һәм Икенсе донъя һуғышы тураһындағы фильмдарға арналған фестиваль Санкт-Петербургта үтте.
Конкурста 70 йыл элек булған ваҡиғаларға замандаштарыбыҙҙың ҡарашын сағылдырған картиналар ҡатнашты.
Картинаның режиссеры Руслан Юлтаев һәм сценарисы Дамир Йосопов әйтеүенсә, халыҡ-ара һәм бөтә Рәсәй кинофестивалдәрендә башҡорт фильмдарының танылыу яулауы илһамландырмай ҡалмай, әлбиттә. Яңы фильмға төплө әҙерләнергә этәрә.