Айги ижады(Донъя әҙәбиәте)30.06.2017
Айги ижады(Донъя әҙәбиәте)Шиғриәт донъяһының үҙ пассионарийҙары бар. Нәҡ шундай заттар әҙәби процестың киләсәген билдәләй, офоҡтарын киңәйтә. Күпселек күҙлегенән аңлайышһыҙ, хыялый тойолған аҙымдар — асыштар, ижад өлгөләре — ваҡыт үтеү менән генә үҙ уҡыусыларын, шәкерттәрен табыуы ихтимал. Хәйер, беҙ был һынауҙы уңышлы үтәбеҙме икән?..
Поэзияның башҡа яҫылығын, башҡа ҡатламдарын, мөмкинлектәрен күргән һәм уларҙы башҡаларға ла асырға ынтылған исемдәр араһында Геннадий Айги ла бар (1934 — 2006). 1991 йылға тиклем СССР-ҙа урыҫ телендә яҙылған шиғырҙары баҫылмаһа ла (ә ул башланғыс осорҙа сыуашса яҙа, һуңыраҡ урыҫсаға күсә), донъяла уның ижады иң билдәлеһе: шиғырҙары 50-нән ашыу телгә тәржемә ителгән.
Геннадий Айги — донъя кимәлендә абсолют шағир тип танылған һәм “Шағирҙар быуаты” исемлегендәге һигеҙ автор (Гельдерлин, Малларме, Рембо, Тракль, Пессоа, Мандельштам, Целан) рәтенә индерелгән шағир. Күренекле француз шағиры Жак Рубо Геннадий Айги ижадын Ер шарындағы иң үҙенсәлекле, ғәҙәттән тыш, ғәжәйеп күренеш тип атай. Шул уҡ ваҡытта шағирға бағышланған мәҡәләһенә ул “Айги, сыуаш...” тигән исем ҡуя. Айгиға донъяны яулап алыу, донъя гражданына әйләнеү өсөн, сикһеҙ һәм шикһеҙ таланттан тыш, үҙенең сыуашлығын һаҡлап ҡалыуы ла ярҙам итә, күрәһең. Айги тигән күренеште аңлау өсөн уның шиғырҙарын тәржемә итеп ҡарарға кәрәк. Тик был мөмкинме икән?.. Шиғри әҫәрҙе бер телдән икенсеһенә күсереү башҡа телдең моңон тотоп алыу һәм уны үҙ итеүҙе генә түгел, үҙ телеңдән шул моңдо теүәл бирерҙәй саралар табыуҙы ла талап итә. Бер үк ваҡытта һин авторҙың идея-образын да һаҡларға бурыслыһың, шул уҡ ваҡытта уның үҙ телендә тәбиғи яңғырашына ла өлгәшергә тейешһең. Ә Айгиның ҡатмарлы метафорик донъяһын аңлау, поэтик “табышмағы”н сисеү шаҡтай ауыр, сөнки сағышты­рылыусы һәм сағыштырыусы объекттар араһында бәйләнеш бик йыраҡ йәшеренгән. Шиғыр ҡатламдарының барыһын да асып бөтмәй тороп, шағирҙың эстетик принциптары менән тәрән танышмайынса, тәржемәгә “теш үтмәй”: Айги шиғыры тәржемәлә мәғәнәүи яҡтан бәйләнешһеҙ һүҙҙәр теҙмәһе рәүешендә генә күҙаллана.
Шулай ҙа мин шағирҙың уҙған быуаттың 60-сы йылдар башындағы ижадынан — классик урыҫ поэзияһына яҡыныраҡ өлөшөнән — филологик тәжрибә рәүешендә бер нисә шиғырын тәржемә итергә ынтылып ҡараным. Был тәжрибә миңә Роберт Фросттың “поэзия — әҫәрҙең тәржемәлә юғалған өлөшө” тигән фекеренең асылын тәрәнерәк аңларға мөмкинлек бирҙе. Һөҙөмтәлә Айгины ни өсөн тәржемә итеп булмай тигән һорауҙың яуабына ғына түгел, ә Айги кем ул тигәненә дә яҡынайҙым, ахыры...
Шиғырҙарҙы тәржемә иткәндән һуң Ева Николаевна Лисинаның — Геннадий Айгиның һеңлеһе, күренекле сыуаш яҙыусыһы — тәҡдиме менән шағирҙың 1954—1956 йылдарҙа сыуаш телендә яҙылған “Чере теве” (“Завязь”) поэмаһына тотондом. Уны шағир үҙе урыҫсаға һүҙмә-һүҙ тәржемә яһап, Б. Пастернакка уҡыған һәм бик юғары баһа алған. Был хеҙмәт Е. Лисинала һаҡланмаған, шуға күрә уны яңынан эшләгән. Мин шул тәржемәгә таяндым. Өҫтәүенә, телдең үҙенсәлеген тойоу маҡсатында, поэманың төп нөсхәһен дә һоратып алдым. Уны үҙем өйрәнеү менән генә сикләнмәйенсә, сыуаш телле кешенән уҡытып, аудиояҙма әҙерләнем. Былай эшләү миңә телдең аһәңен тойорға мөмкинлек бирҙе. Һөҙөмтәлә түбәндәге тәржемә барлыҡҡа килде.

Геннадий АЙГИ

Төйөнләнеш

Поэма
1
Йөрәк тип аталған үҙәгең
Өҙлөкһөҙ ғазаптан талсыҡҡас,
Айыуҙай үкерер саҡ еткәс,
Өҫтәлдең аяғын таңғаса
Кимерер тынғыһыҙ башмағың.
Һин йыуаш һәм сабыр — таң тыуғас.
Хәлең — хәл, төн буйы көс йыйғас.
Ҡап-ҡара себендәй һәр һүҙҙән
Тәнеңдең һәр күҙе тетрәнһә, —
Был — бушҡа. Һин көтмә һис нәмә.
Әгәр ҙә баҫырға теләһәң
Тәнеңдең һулҡылдап һыҙлауын,
Һин уның кесерәйт күләмен.
Ҡул менән ҡоршаула башыңды.
Тешең ҡыҫ. Һәм ултыр бөрөшөп.

Тынлыҡты һөйәһең? Бик яҡшы!
Һурпаға оҡшаған тынлыҡты
Түкмәҫкә теләһәң табаҡтан,
Аяғың шыуҙырып атла һин.
Һаҡ һәм яй аҙымың һаҡла һин.
Йә бул һин бик йыуан һәм көпшәк,
Һәлбер тән эйәһе, йоп-йомшаҡ.


Аяғың аҫтында таштар ҙа
Үҙ ерен емереүҙән тетрәнер.
Ә был кәүҙә үрә баҫалмаҫ,
Һеңерҙәрен өҙөр сиктә тартылмаҫ.
Ялҡынлы тулҡындар унда ҡабынмаҫ.
Симметрия ҡанундарын яҡлап,
Шыйыҡ тән үҙ яйы менән
Икенсе яҡҡа күсер.
Күсәр — ялҡау ғына.
Үҙе лә һиҙмәҫтән,
Тәрилкәләге тынлыҡты һаҡлап.

Үҙ тынлығын ҡайғыртыусан һаҡсы!
Йөрөштәрең үҙгәрмәһен, матур ҡалһын,
Кешесә тура һәм ғәйрәтле булһын,
Тибрәлеүҙән арынһын, тиһәң —
Халыҡ ҡаршына сыҡ та әйт:
Эсем тулы ут, тиген,
Тән ғазабына түҙер сарам юҡ, тиген —
Бар көсөңә оран һал!
Тик кешеләр ҡулдарын һине сәләмләп
түгел,
Ҡан тибешеңде һанар өсөн һуҙалар,
тип уйлаһаң —
Сыҡма!..
Әгәр үҙ йорттарында
Һинең пульсың туҡтауҙы
Ипле генә көтөүселәрҙең
Ҡабаланмай, тыйнаҡ ҡына,
Аҡ бирсәткәләрен һала-һала,
Һиңә табан атлауҙарын,
Һине уратып алыуҙарын теләмәһәң,
Һин үҙең һәр ваҡыт ирекле һәм яҡты,
Һоҡланғыс гүзәл һәм бейек зат бул!
2
Кемдер әйткән: тормош — ул төш...
Юҡ! Мин — уның тере яҡтыһында!
Башта эшләпәм түгел, ҡолаҡсыным
бәҫләнһен,
Хөрмәт йөҙөнән аҙым һайын уны
һалһам да,
Хаталанмам:
Ысын йөрәкле ысын кешене —
Гражданинды данлайым мин,
Исем-атын белмәһәм дә!

Әгәр ҙә беҙ яңылышһаҡ —
Ҡайһы саҡ беҙҙең хөрмәт-ҡәҙер
Йөрәкһеҙ өрәктәргә ҡағылһа —
Бөтөн Рәсәйҙә —
Зәңгәр һәм ҡалын ҡар ҡатламы
аҫтында –
Ялҡынланып —
Тыңлағыҙ! —
Яралары уңала башлаған йөрәктәр
Һулҡылдап тибә.

Эйе, көлөүегеҙҙе йәшерегеҙ:
Һеҙ уларҙы ишетмәйһегеҙ.
Смоленск тупрағы күмгән һалдат
йөрәгенең
Нисек тауыш биреүен
Мин ун өс йыл* диҡҡәт менән
тыңлайым.
Мин өнһөҙ ҡалһам —
Уның асыулы тибешен ишетәм.
Минең йөрәк типкәндә, ул ял итә.

3
Һин миңә — Аҫыл донъя нуры.
Күҙҙәремдә шул нур сағылғанда
Ғүмеремдә әйтәсәк һүҙҙәргә алмашҡа
Һинән дә мөһиме юҡлығын аңлайым.
Һинекеләр янында был хаҡта үҙ-үҙемә
Моңһоу ғына бышылдайым.
Һинең хаҡҡа ғына күңелһеҙ, буш гәптә
Мин бер ҡатлы булып күренәм,
Ҡыҫтаһалар эсергә,
“Тавсси”** тим, улар
күрмәгән-белмәгәнгә...
Шау-шыуҙа мин тынлыҡ ишетәм,
“Йәнемдәге һағышымды һөйләйем икән
кемдәргә?..”

Бәлки, күршене —
Ҡолғалай был йәш егетте —
Тыңларғалыр, —
Ул, теләһә ҡасан әйтелгән
Һәр бер һүҙенең
Һәр кем өсөн йомшаҡ,
Яҡшы һәм күркәм булыуын теләп,
Сабый бала һымаҡ, сылатмаҡсы
булып,
Ирендәрен ялап-ялап ала,
Үҙе лә аңламай, бар табынды ҡайғырта.
Бына ул ҡоштарға оҡшаш ҡулдар өсөн
Тост тәҡдим итә.
Бәлки, эсергәлер?
Тик мин ундай ҡулдар күрмәнем.
Ҡыш уртаһында һыйыр еккән,
Туңған, бөршәйгән ҡулдар
Ҡоштарға оҡшамаған ине.

4
Ел, тәнгә үтеп, өтә.
Ҡатындар, быуындар һыҙлауынан,
Көндөң нисек булаһын алдан әйтә.
Ул йылды бер төп бәрәңге менән
Педәүкә*** тула ине:
Ергә йәбешеп туңған бүлбеләр
Бик эре була ине.
Кисерегеҙ,
Мин унда ялан ҡулдарҙы,
Ҡара ҡулдарҙы ғына күрҙем!..
Эй, көс-ҡеүәтем,
Эске изге аңламым,
Һаҡ йәнем! — тере килеш һаҡла
Ғәзиз ғазаптарҙың ауазын!
Хәҙер хәтерҙәге хәсрәтле һүҙҙәрҙе баҫырҙай
Ниндәй һүҙ ҡалды?
Хәтеремдә, ырыу зары булып,
Әсәмдең йыры ҡуҙғалды, —
Күтәрелде... Ауҙы һәм яраланды.
Баҡсала...Йәндә... Халыҡ араһында...
Әйтерһең, әйтте: һалҡында боҙланған ҡоштар
Йылынмаҫ...
Хәҙер инде хатта хәтерҙә лә
Ҡәҙерле ҡыҙ-ҡатындарҙың һындары йәшәрмәҫ.
Был йыр, тын ғына ғазапланып,
Йән ҙурлығы булып һаҡлана,
Уны тыңлағанда иҫеңдә ҡалғандарың,
Күҙең менән күргәндәрең
Ҡабынып китер һәм ҡаршыңа килеп баҫыр:
Ас ауыл...
Ас көҙ...
Хәтерҙәге —
Барсаһы, барсаһы, —
Һәр ваҡыт — ҡап-ҡара ас йөҙ.
Үлем төҫө – Сеспелдең “ҡар һәм
боҙо”, –
Уның ҡошон күмеүселәр...
Һин миңә — аҫыл донъя нуры...
Тик был һүҙем — бары үҙем өсөн.
Мин бында — башҡа һүҙ өсөн.


Әйҙә, ярай,
Һеҙҙең янда булайым туҙанлы баҡыр,
Ебәк шыма кеҫәләге
Шытырлауыҡ аҡсалар араһына
Ирекһеҙҙән килеп ингән баҡыр:
Яңғырар ине ул бар көсөнә —
Яңғырар өсөн бәрелһен һуң нимәгә?


Контрабастар
Болотло иртәлә яуған
Ваҡ ямғыр кеүек геүләгәндә —
Мин өнһөҙ элмәк булайым, әйҙә,
Элгес элмәге урынына, —
Уға плащтар һәм кашнелар ғына түгел,
Плащтан ауырыраҡ әйберҙәр ҙә элеп
була.
Ҡулым талмаҫ —
Ҡулға бер ҡасан да
Ауыр әйбер элмәйҙәр.
Бала саҡта Иҙел һыуында мин
Сыбар бесәй балаһын күрҙем.
Муйынына ниҙер элгәндәр.
Текәлдем — ҡаралып, таш күренде.


5
Битем һаҡалдан төкләнә,
Әммә ҡайһы саҡ кем өсөндөр
Ҡулға эйәләштерелгән
Айыу балаһы булаһы килә.
Әгәр үҙ-үҙемә ышанмаһам,
Ҡанымда асыу әсей башлаһа,
Битемдә ялҡынлы күҙҙәремдең
Мускулдары тартылыуын тойһам —
Нисек тә булһа, кемгә лә булһа —
Кисен йә иртән —
Һылтау-сәбәпһеҙ керәһе ине,
Ел ашаған башым менән
Һинең эҫе түшәгеңә ауаһы ине.
Нисек тә ҡулдарыңдың
Ҡайнарлығын тояһы ине...
Һәм — шул еткән дә:
Мин яңынан беләм: һин ышанаһың.
Һин миңә — Иҙел дә, әсәй ҙә,
Илемдәй бик кәрәк һин миңә.

1954 – 1956,
Мәскәү ҡалаһы.

*Шағир 1943 йылда Смоленск янында һәләк булған атаһы хаҡында яҙа.
**Ҡунаҡтан ҡайтып килеүсенең таныштары менән иҫәнләшеү формаһы.
***Педәүкә — пудовка: 16 кг һыйҙы­рышлы һауыт.


Вернуться назад