Сит ер түгел Силәбе...27.06.2017
Сит ер түгел Силәбе...Һуңғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса Силәбелә 166 меңдән ашыу башҡорт йәшәй. Хәйер, был өлкә менән Башҡортостан араһында сик юҡ та инде, ул бер ҡасан да булманы ла. Урал тауҙарының көньяғында йәшәгән милләттәштәребеҙ уҙған быуаттағы административ бүленеш буйынса ғына рәсми ҡағыҙҙа сит тип теркәлгән. Ә Урал ҡаяларына тәрән тамырҙарын батырған олпат ҡарағайҙарҙы үҙ тупрағынан айырыу мөмкинме? Был күренеш Силәбелә һәм яҡын-тирә өлкәләрҙә, республикаларҙа йәшәгән милләттәштәребеҙҙе күҙ алдына килтерә. Шуға ла бөгөн күрше төбәктәрҙә ғүмер кисергән ҡан-ҡәрҙәштәре менән иңгә-иң терәшеп көн күрә башҡорт халҡы. Йәки оло өйгә ни кәрәк, кесеһенә лә шул кәрәк, тигәндәй, милләтебеҙҙең мәҙәни-тарихи, ижтимағи һәр сараһы ике яҡта ла берҙәй уҙып тора. Ошо арала, мәҫәлән, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзалары Силәбе өлкәһенең Сосновка районында уҙған сарала ҡатнашып ҡайтты.
Алһыу СИРҒӘЛИНА, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының баш белгесе:
– Силәбе өлкәһе Сосновка районының 18 ауылында милләттәштәребеҙ йәшәй. Улар 1987 йылда беренсе тапҡыр башҡорт­ ҡоролтайын үткәргән. Әле шул сараның 20 йыллығы билдәләнде. Ниндәйҙер бер йыйылыш ҡына булманы ул, ә ҙур, матур байрам итеп үткәрелде.
Күҙгә иң ныҡ ташланғаны – район хаки­миәте башлығының, урындағы депутат­тарҙың унда йәшәгән башҡорттарға мөнәсәбәте.
Хөрмәт һәм яратыу. Район етәкселеге сараны бик ихлас ойошторошто, бөтәһе лә байрамдың уртаһында ҡайнаны. Аңла­шыу, матурлыҡ хөкөм һөргән ерҙә йыр-бейеүһеҙ буламы?! Сара шул тиклем юғары кимәлдә ойошторолғайны. Концерт номер­ҙары өсөн хатта милли костюмдар тек­кәндәр. Ғөмүмән, бик ентекле әҙерлән­гәндәр ҡоролтайҙың юбилейына.
Унан һуң ошо егерме йыл эсендә баш­ҡарылған эштәргә һығымта яһалып, тотош ҡоролтай хәрәкәтендәге әүҙемдәр билдәләп үтелде. Мәҫәлән, ветерандар Рәбиға һәм Арыҫлан Бикбулатовтар – ойошманың нигеҙендә торған кешеләр. Улар артынса урта быуын вәкилдәре килә, артабан – балалар. Әүҙем милләттәштәребеҙҙең эше Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Баш­ҡарма комитетының, урындағы ҡоролтай­ҙың, район хакимиәте етәкселегенең рәхмәт хаттары, маҡтау ҡағыҙҙары һәм ҡиммәтле бүләктәр менән баһаланды. Ойошманың иң ҙур наградаһы – “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы – Арыҫлан Бикбулатовҡа тапшырылды.
Сараға уҡыу әсбаптары, “Башҡортостан” гәзитен, “Ватандаш” журналын һәм “Баш­ҡорттар” тигән китапты күпләп алып бар­ғайныҡ. Халыҡ барыһын да шунда уҡ алып бөттө. Әйткәндәй, район мәҙәниәт һарайы тамашасы менән шығырым тулы булды. Зал да, фойе ла матур итеп биҙәлгән, тышта тирмә ҡоролған, яҡшы итеп әҙерләнгәндәр, күргәҙмәләр ҡуйылған. Быларҙың барыһы ла үҙебеҙҙең халыҡҡа хас ҡунаҡсыллыҡ билдәһе.
Сосновка районындағы ҡоролтайға хәҙер Раил Ғәбитов етәкселек итә, ул шулай уҡ ауыл хакимиәте башлығы ла. Бик күп эш башҡарырға тура килә был егеткә. Һәр ғә­мә­ленең яҡшы һөҙөмтәләрен генә күрәбеҙ. Ҙур рәхмәт Раил Әбүбәкер улына шулай халыҡтың күңелен күргәнгә, улар менән их­лас эшләгәнгә. Саранан, ғөмүмән, киләсәк­кә яҡты пландар ҡороп, дәрт-илһам алып таралышты халыҡ.
– Ә урында туған телдең киләсәген хәстәрләүгә килгәндә...
– Мине иң ҡыуандырғаны шул булды: әле райондың урыҫ мәктәптәрендә белем алған балаларҙы туған телдә уҡытыу мәсьә­ләһе хәл ителеү өҫтөндә. Концепциялар, программалар төҙөләсәк һәм сентябрҙән эш тормошҡа ашырыла баш­лаясаҡ. Әле, мәҫәлән, Сируси мәктәбе директоры Әлфиә Ҡотлоғужинаның әйтеүен­сә, уларҙа башҡорт теле уҡытыла, тимәк, башҡаларға үрнәк булып торасаҡтар, ярҙам итәсәктәр.
Балалар күңелендә милли рухты артты­рыу өсөн күптәрен Өфөләге Рәми Ғари­пов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернатына алып киләләр. Шулай уҡ милли-мәҙәни түңәрәк­тәр эшләй, башҡорт халыҡ йырҙарын өйрәтәләр. Әйткәндәй, Арыҫлан Бикбулатов ауылдар­ҙың тарихын өйрәнә, үҙе түңәрәктәр, факультативтар алып бара.

* * *

Осра­шыу­ҙарҙың бере­һе Ҡоншаҡ районының Ибраһим ауылында булды. Унда уҡы­тыу­сы Дәрүән Таһировтың хәтер кисә­һен үткәрҙеләр. Әйткәндәй, бындай сара Ҡоншаҡ районы үҙәгендә лә уҙҙы.
“Кем ул Дәрүән Таһиров?” тигән һорауҙы уның уҡыусыһы Фәтих Шайхисламовҡа биреүҙе кәрәкле һананыҡ. Һүҙ – уға:
– Дәрүән Шаһивәли улы – ауыл уҡытыусыһы. Мин унан белем алдым. Йәш кенә сағында, әле мәктәптә эшләй генә башлаған ваҡытында уҡытты ул беҙҙе. Шундай етеҙ, уңған кеше булып иҫтә ҡалған. Ҡуйы ҡап-ҡара сәсле ине. Төрлө фәндәрҙән белем бирҙе, мәктәп директоры ла булды. Беҙҙе көн дә иртәнсәк зарядкаға теҙер ине. Ҡайһы ваҡыт ауыл халҡына миҙгел эштәрендә ярҙамлаша торғайныҡ. Ә иң иҫтә ҡалғаны шул: уҡытыусыбыҙ Көйәш урыҫ мәктәбенә сәйәхәткә алып барҙы. Ундағы һыу башняһына менеү беҙҙең өсөн космосҡа осҡан кеүек булды.
Дәрүән ағайҙың ул ваҡытта Рим исемле улы бәләкәй ине әле, беҙ уларҙың өйөнә репетицияға йөрөй торғайныҡ. Мин йырлайым, уҡытыусым гармунда уйнай. Шунан Ҡоншаҡҡа барып сығыш яһаныҡ.
Унан һуң бик күп йылдар үткәс, Дәрүән ағай миңә Өфөгә ҡунаҡҡа килеп йөрөнө. Шунда ғына белдем уның китап яҙғанын. Беренсеһелер тип уйлағайным. Баҡтиһәң, ун ике китап авторы булған ул. Аҙаҡ ҡына, уҡытыусымдың ауырығанын ишеткәс, ҡайтышлай ауылына һуғылып киткәндә ун ике китабын да бүләк итте. Унан һуң күп тә тормай вафат булды. Иң үкенеслеһе шул: үҙе иҫән сағында беҙ, уҡыусылары, остазыбыҙҙың ҡәҙерен белеп етмәнек. Китап яҙғанын белһәк, ҡайтып, районда ижад кисәләрен үткәрер инек. Ә баҫмаларына килгәндә, улар башлыса тарихи темаға. Һуңғыһында Ҡоншаҡ районының ауылдары тарихы бәйән ителгән. Ун ике китабының һигеҙе башҡортса яҙылған, дүртәүһе урыҫса.
Ә хәтер кисәһенә килгәндә, бик яҡшы үтте. Мәктәп уҡыусылары концерт ҡуйҙы, уҡытыусылар Дәрүән ағайҙың китаптары буйынса сығыштар әҙерләгәйне. Был ауылда булғандан һуң кискә табан Ҡоншаҡҡа киттек. Унда ла бик һәйбәт ҡаршы алдылар, барыһының да Дәрүән ағайҙы хөрмәт иткәне күренеп тора ине.
Үҙемә килгәндә, музыка мәктәбендә уҡы­ным, аҙаҡ сәнғәт училищеһы тип аталды ул. Артабан ун биш йыл музыка мәктәп­тә­рендә уҡыттым. Шунан университет тамамланым, шунда уҡ уҡытырға ҡалдым. Был һөнәрҙе һайлауымда Дәрүән ағайҙың өлөшө, һис шикһеҙ, ҙур. Ул бөтә балаларға ла бер ҡа­рашта булды. Нимәгәлер өндәп, талап итеп ултырғанын иҫләмәйем, әммә егәр­лелеге, алсаҡлығы менән беҙгә барыһын да күрһәтте, үрнәк булып торҙо. Ғөмүмән, кешеләр уҡытыусыларын оноторға тейеш түгел, тип иҫәпләйем. Бына хәтер кисәһен үткәреүҙе башлап күтәреп сыҡтым. Шулай уҡ башҡа ихтирам өлгөләрен дә күрһәтергә мөмкин. Был беҙҙең, уҡыусыларҙың, бурысы ул.
Ошо Ибраһим ауылы мәктәбенә Дәрүән ағайҙың исемен бирергә тәҡдим иттем. Йыйылышта был мәсьәлә ҡаралды. Һөҙөмтәлә Дәрүән ағайҙың исемен мәктәпкә түгел, ә өйө янында үҙе һалдырған мәсеткә бирергә булдыҡ. Ә белем усағы шундай уҡ яҡшы остаз Үзбәк Мәхмүт улының исемен йөрөтәсәк.
Бына ошолай итеп, ябай ауылда тыуып үҫкән, бар булмышын балалар уҡытыуға арнаған, милләтенә фиҙакәр хеҙмәт иткән остазыбыҙға ихтирамыбыҙҙы күрһәттек.
Үлгәненең дә, тереләренең дә ҡәҙерҙә­рен белеп, хеҙмәттәрен баһалап, рәхмәт һүҙҙәре еткереп, ихтирам күрһәтеп торған Силәбе башҡорттарына артабан да тик уңыштар теләргә ҡала. Үҙегеҙҙең Урал ҡаяларына тамырҙарын батырған ҡарағайҙар икәнегеҙҙе онотмағыҙ ғына...



Вернуться назад