Йылмайыуҙан донъя яҡтыра27.06.2017
“Йылмайыуҙан ҡайғы-хәсрәт тарала, күңел йыуана. Уның алдында хатта яуыздар ҙа ҡаушап ҡала”, – тип яҙған арҙаҡлы ғалимыбыҙ Ғайса Хөсәйенов. “Көләстәр бигерәк тә матур күренә”, – тиелә йырҙарҙа. Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының йәштәр бүлеге ойошторған “Мәрхәмәтлектең изге йылмайыуы” акцияһы ла балаларға йылмайыу, шатлыҡ бүләк итә.
Сара ауыр тормош шарттарында ҡалған, йорт-ере янған кешеләргә, аҙ тәьмин ителгән күп балалы һәм тулы булмаған ғаиләләргә ярҙам итеү маҡсатында уҙғарыла. Уға республика Башлығы ҡарамағындағы Дәүләт һәм конфессия-ара мөнәсәбәттәр советы булышлыҡ итә.
– Был йүнәлештә тәүге аҙымды былтыр яһағайныҡ. Күп балалы, социаль йәһәттән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр ярҙамға айырыуса мохтаж. Беҙ тап шундай шарттарҙа тәрбиәләнгәндәрҙе музейҙарға, кинотеатрҙарға, циркка йөрөтәбеҙ. Баш ҡалалағы балалар йорттары менән тығыҙ бәйләнеш тотабыҙ. Фильмдарҙың фәһемлеләрен, яҡшылыҡҡа өндәгәндәрен һайлайбыҙ. Аҙаҡ бергәләп фекер алышабыҙ, – ти Башҡортостан мосолмандары Диниә назаратының йәштәр бүлеге вәкиле Данил Сөләймәнов.
Күптән түгел баш ҡаланың 1-се, 6-сы, 9-сы балалар йорттары, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты, Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы уҡыусылары, Симеон Верхотурский храмының йәкшәмбе мәктәбе балалары кинотеатрҙа булып, яҡшы фильм ҡараған. Бындай сара аҙнаһына бер-ике тапҡыр ойошторола. “Мәрхәмәтлектең изге йылмайыуы” проектына ярашлы мохтаждарға шулай уҡ кейем, уҡыу кәрәк-ярағы менән дә ярҙам ителә. Йыйылған әйберҙәр райондарға ла оҙатыла.
– Ата-әсәнең мөмкинлеге булмағанға балалар ғәйепле түгел. Беҙ уларға шатлыҡ өләшәбеҙ. Кино ҡарап ата-әсәләрҙең күбеһе ысын күңелдән рәхмәт әйтә. Ә балаларҙың күҙҙәре нисек осҡонланғанын күрһәгеҙ!