Аҡ донъяға китә иҫтәрем27.06.2017
Аҡ донъяға китә иҫтәрем

Беҙҙең ғүмер

Яуған ямғырҙар ишеме,
Яуған ҡарҙар ишеме,
Беҙҙең ғүмер ҡояш кеүек:
Байып ҡуя йәшенеп.

Ҡалҡҡан йәйғорҙар ишеме,
Күкрәр йәшен ишеме,
Беҙҙең ғүмер дөрләп яна,
Ут-ялҡындың көсөмө?!

Аҡҡан йылғалар ишеме,
Ғорур тауҙар ишеме,
Тауҙар гөрҫләп ауғанда ла,
Беҙ бирешер кешеме?!


Эйелһәң дә, бөгөлһәң дә

Эйелһәң дә, бөгөлһәң дә,
Йәшәйһең тыуған ерҙә,
Рәхмәт уҡы яҙмышыңа,
Һине үҫтергән ергә.

Тирең аҡҡан, билең ҡатҡан
Үҙеңдең тупрағыңда,
Көсөн биргән, дәртен һалған
Дарманлы ут сағыңда.

Үҙ ереңдең миһырбаны —
Бары тик үҙеңдеке,
Яттар аңлай торған түгел,
Тылсымлы һүҙеңдеке.

Үҙ ереңә мөхәббәтең
Ул — йөрәгең тибеше,
Намыҫ менән йәшәп китеү —
Был да һинең өлөшөң.


Өнһөҙ аҡлыҡ – йәнде арбағыс моң

Күктәр бүләгелер — ошо аҡлыҡ,
Күңелдәрҙең яҡты сафлығы,
Шундай мәлдәр хыялыйҙар итә,
Ағастарҙың йәнә аҡ һыны.

Ҡыштар менән ошо мәлде көтәм,
Йондоҙ-ҡарҙың гәлсәр биҙәге.
Хайран итә тәбиғәттең сере,
Сер тыуырын алдан һиҙәһең.

Бәҫле керпектәрең нимә һөйләй,
Нимә күрә моңһоу ҡарашың,
Өнһөҙ аҡлыҡ — йәнде арбағыс моң,
Ер менән күк туймаҫ ҡарашып.

Ап-аҡ ҡарҙар, әйҙә, өйөрөлтһөн,
Аҙаштырһын көслө бурандар,
Ер менән күк ише беҙҙең яҙмыш,
Алҡышлаһын беҙҙе урамдар!



Атай йорто

Атай йорто тарта бит ул
Бала саҡ донъяһына,
Салт ҡояш уйнай өйҙәрҙә,
Шатлығың һыйһа ғына.

Йырҙар, көйҙәр ишетелә,
Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр,
Тантанаға йыйылғандар,
Йәшләнеп ала күҙҙәр.

Ата-әсәнең һөйөүе
Көслө итә баланы,
Бәхетле үҫкән балалар
Мөхәббәтһеҙ буламы?!

Атай йорто ҡотло бит ул,
Күңел тарта ла тора,
Юлдар йыраҡ булғанда ла
Хистәр арта ла тора.



Дуҫтарым

Ғәлиә менән Нурислам Татлыбаевтарға

Биш баланы кеше итеп,
Мең үлеп, мең терелдең,
Ауыр һынауҙарҙы үтеү —
Ҡәҙере бер-береңдең.

Береһе илай, береһе көлә –
Сабыйҙар гөрөлдәүе,
Күңелеңде йылытҡандыр
Шомдарға бирелмәүең.

Хоҙайыңа рәхмәтлеһең,
Иртә таңдан — намаҙҙа,
Ҡото юғалмаһын йорттоң
Тыныс донъяң аяҙҙа.


Йырҙы һуҙып киләм әле

Ҡояшыма ҡарап көн итәм мин,
Һаҡлар әле, тием, һыуыҡтан,
Наҙлы яҙҙарымды ҡарға күмеп,
Ҡыштар юлы нисек һыуытҡан.

Атлап киләм әле хәлдән тайып,
Аяҡтарҙан яҙам ҡай сағын,
Юҡ, зарланыр өсөн түгел хәлем,
Ошо мәлдәр минең — Ай сағым.

Ай ҙа яҡтырта бит ҡараңғыла,
Аҙашмаһын, тиеп бәндәһе,
Шуны уйлап, тағы йөк артмаҡлап,
Йырҙы һуҙып киләм йәндәге.



Етте ләме ҡыштарың?!

Һыбыҙғы-елен һыҙғыртып,
Ҡыштар килде елдереп,
Ҡар тултырҙы яландарға,
Елдәрен эйелдереп.

Ҡарап торһаң, күҙ ҡамаша,
Йымылдап ятҡан ҡарға,
Ҡайтырмын, тим, тыуған яҡҡа,
Йондоҙло юлым барҙа.

Аҡ бурандар йәнәш барыр,
Һуҙа-һуҙа көйҙәрен,
Аҙаштырмаҫ, танып торор,
Ауылымдың өйҙәрен.

Юлдарымда ҡарҙар гиҙә,
Етте ләме ҡыштарым?
Уйнаһын ҡар, сыҡмаһын зар,
Бәҫле керпек остары...

Барыһын да үҙ итермен,
Миҙгелем нағыштарын,
Йондоҙ йымылдатып килә
Йәнемдең һағыштары.



Аҡ донъяға китә иҫтәрем


Йәнгә йәндәш тоғро уйҙармы ни,
Аҡ ҡышымдың яңы ҡарҙары,
Ялтыр-йолтор килеп бәүеләләр,
Күңелемдә — яҡты ҡар ағы.

Айҡап-сайҡап килә хис-тойғолар,
Әйтерһең дә, үҙем йәш кеүек,
Әллә ниндәй эштәр ҡыйратырлыҡ
Әллә ниндәй көсөм бар кеүек.

Ошо тойғо берүк ташламаһын,
Ҡартаймаһын әле хистәрем,
Ҡарап торам йымылдаған ҡарға,
Аҡ донъяға китә иҫтәрем.


Вернуться назад