Һүҙ23.06.2017
Һүҙҙәрҙең ҡиммәтлеһе – заман үтеү менән онотолмай торғаны.
Ризаитдин ФӘХРЕТДИН.
***
Уймаҡтай ауыҙҙан
Туҡмаҡтай һүҙ сыға.
Алыптай ирҙәрҙе
Аяҡтан шул йыға. Һүҙ!
Мәүлит ЯМАЛЕТДИН.
***
Һүҙҙәр – ҡөҙрәтле тел ағасының мәңге йәшел, мәңге йәш япраҡтары.
Шамил АНАҠ.
***
Тура һүҙ берәүгә им, берәүгә – ыу.
АҠМУЛЛА.
***
Башҡорт булыу өсөн уның һүҙен генә белеү етмәй, ғөрөф-ғәҙәтен, йолаһын белергә кәрәк.
Сәғит АГИШ.
***
Һүҙ, тел йәшәгәндә, халыҡ йәшәр,
Һүҙ ул – йәшәү бирер Йәншишмә.
Әнисә ТАҺИРОВА.
***
Һүҙенә ҡарап эйәһен таныйҙар.
Ғайса ХӨСӘЙЕНОВ.
***
Һүҙ – ташҡын да: йыуып ташлай йылдар туҙанын,
Һүҙ – осҡон да: тоҡандыра ыҙғыш усағын,
Һүҙ – ҡаяу ҙа: ыуы менән һибә михнәтен,
Һүҙ дауа ла: йәнгә бөркә йәшәү сихәтен...
Ҡәҙим АРАЛБАЙ.
***
Һәр кемдең бар был донъяла әйтер һүҙе.
Марат КӘРИМОВ.
***
Үҙ теленә төкөрөп,
Ят телдә йөрөй өрөп.
Рамаҙан ШӘҒӘЛИЕВ.
***
Өлөшөмә төшкән көмөшөм – һүҙ,
Мин белмәйем шунан башҡаны.
Ғүмергә мин – уяу тел һаҡсыһы,
Һүҙҙең ҡоло, һүҙҙең батшаһы.
Рауил БИКБАЕВ.
***
Хаҡ һүҙ әйтһәң, бышылдау ҙа
Был донъяла ишетелә.
Рәшит НАЗАРОВ.
***
Ғүмер кеүек ҡыҫҡа һәм ҡиммәт тә
Булһын һәр бер һүҙем.
Ғилемдар РАМАЗАНОВ.
***
Һәр кемдең дә үҙ хәсрәте була,
Һағышынан йәне күшегә.
Шундай мәлдә күңелен күтәрергә
Бер йылы һүҙ етә кешегә.
Абдулхаҡ ИГЕБАЕВ.
***
Һүҙ һөйләһәң, абай бул.
Ҡадир ӘЛИБАЕВ.
***
Һүҙ көсө менән ни теләһәң, шуны эшләп була. Теләйһең икән – яраштыр, теләйһең икән – талаштыр. Теләһәң – һауыҡтыр, теләһәң – ғүмерлек сиргә һал.
Мәрйәм БУРАҠАЕВА.
Рубриканы Факил МЫРҘАҠАЕВ алып бара.